Геройҙар дәүере
22 Сентября , 08:00

Етеҙ “Хакер” барыһына ла өлгөрә

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтың хәбәр итеүенсә...

Етеҙ “Хакер” барыһына ла өлгөрәЕтеҙ “Хакер” барыһына ла өлгөрә
Етеҙ “Хакер” барыһына ла өлгөрә

Бәләбәйҙә йәшәгән Григорий мәктәпте тамамлағандан һуң, гидравлик машиналарҙы, гидроприводтарҙы һәм гидропневмоавтоматиканы файҙаланыу буйынса квалификацияға эйә булған. Ә махсус хәрби операция башланғанға тиклем егет механизатор булып эшләгән. Повестка килгәс, Григорий оҙаҡ уйлап тормайынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.

- Хәҙер – пилотһыҙ осоу аппараттары – техника ғына түгел, заман яуының мөһим инструменттарының береһе лә, - ти “Хакер”.

Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән подразделениеның бурыстары ҙур. Улар урынды разведалай, һөжүм итеүҙәрҙе корректировкалай, FPV-дрондарҙы һәм самолет тибындағы аппараттарҙы файҙалана.

Шуны билдәләргә кәрәк, “Хакер”, махсус хәрби операция биләмәһендә үҙенең бурыстарын үтәүҙән тыш, “Синергия” университетында “Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге” йүнәлеше буйынса юғары белем ала. Ул биш семестрҙа белем алған һәм хәҙер икәүһе ҡалған. Әлбиттә, хеҙмәт күп ваҡытты ала, әммә форсат килеп сығыу менән егет ваҡытын уҡыуға бағышлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрәҙәре батальонына йыялар. Пилотһыҙ осоу аппараттары батальонында хеҙмәт итергә теләүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3-сө һанлы йорт адресы буйынса алыу мөмкинлегенә эйә. Телефондар: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00.

Сығанаҡ, фото: Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас