Геройҙар дәүере
23 Сентября , 05:00

“Беҙҙең нәҫелдә ҡурҡаҡтар юҡ”

Ағайыма уйынлы-ысынлы: “һин миңә бер туған ағай инең, ә хәҙер ҡоралдаш булараҡ та яҡынһың”, тим. Мин уға барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәм. Атайым вафат булғанда миңә ни бары туғыҙ йәш ине, ә уға – 14. Тап уның өлгөһөндә үҫтем, формалаштым...

“Беҙҙең нәҫелдә ҡурҡаҡтар юҡ”“Беҙҙең нәҫелдә ҡурҡаҡтар юҡ”
“Беҙҙең нәҫелдә ҡурҡаҡтар юҡ”

Тәтешле районы тәүәккәл, ҡурҡыуҙы белмәгән батырҙары менән ғорурлана ала. Бер туған Илдар һәм Рәфит Сабанаевтар бөгөн Тыуған илебеҙҙе һәм бәхетле киләсәгебеҙҙе һаҡлау өсөн алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Яңыраҡ туғандарҙың береһе – Илдар тыуған яғына әйләнеп ҡайтты, тип яҙа “Татышлинский вестник”.

Ул – Гөлфирә һәм Ғәббәс Сабанаевтарҙың төпсөк улы, бәләкәйҙән ихтыяр көсө һәм ныҡышмаллығы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Өфө кооператив техникумын тамамлағандан һуң армия хеҙмәтенә алына, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тәүҙә типографияла, аҙаҡ Пионерҙар йортонда методист, комсомол район комитетында бүлек мөдире булып эшләй. Бер аҙҙан “Гармония” йәштәр үҙәгенә етәксе итеп ҡуялар.

Дыуамал 90-сы йылдарҙа бер туған Сабанаевтар ҡаушап ҡалмай, районда беренселәрҙән булып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Тиҙҙән район үҙәгендә яңы үҙәк сауҙа магазины һәм заправкалау станцияһы барлыҡҡа килә. Халыҡҡа эш урыны арта.

 Илдар өсөн ағаһы Рәфит тормошта һәр яҡтан өлгө. Рәфит Ғәббәс улы мәктәптә яҡшы уҡый, баскетбол, волейбол буйынса иң яҡшы уйынсыларҙың береһе була, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағас, туған мәктәбендә уҡыта. Приморьела танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң Нефтекама һөнәрселек училищеһында эшләй, аҙаҡ тормошон Мәскәү ҡалаһы менән бәйләй, фәнни-тикшеренеү институтында хеҙмәт итә, эре предприятиены етәкләй.

 2024 йылдың көҙөндә Рәфит Сабанаев “БАРС-20” батальонына үҙ теләге менән яҙыла. Ағаһының тәүәккәл аҙымы ҡустыһы өсөн көтөлмәгән хәл була. 2025 йылдың февралендә  ул да ағаһы артынан махсус хәрби операция хеҙмәтенә китә, “БАРС-Брянск” бригадаһына ҡушыла. Улар хеҙмәт иткән “БАРС”тар биләмәһе яуаплылығында – Запорожье, Сумы, Чернигов өлкәләре. Алғы һыҙыҡта улар, иңде-иңгә терәп, дошманға ҡаршы тора.

Контракт тамамланғас, Илдар Ғәббәс улы “Рәсәй эше” кадрҙаар үҙәге ярҙамында хәрби психолог белгеслеген үҙләштерә. Ул үҙенә профессия алырға булышҡан һәр кемгә, һәр етәксегә рәхмәтле.

 “Олатайым Ислам Исламов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан – ул минең тормошомда яҡты маяҡтай. Икенсе тапҡырға контракт төҙөгәс, ҡайһы бер таныштарым минең аҙымымды хупламаны, теләгемдән һүрергә тырышты. Мин башҡаса булдыра ла алмай инем, сөнки алғы һыҙыҡта минең өсөн  бер туғанға тигәндәй әүерелгән хәрби хеҙмәттәштәрем, фекерҙәштәрем. Тыуған ил төшөнсәһе улар  өсөн буш һүҙ түгел.

Тормош иптәшем Зилә Нәркис ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул тәрән аҡылы, сабырлығы менән минең һәр аҙымымды хупланы, улдарыбыҙ һәм башҡа балалар өсөн атай кешенең өлгө булырға тейешлеген аңлап, ҡарарымды  ҡабул итте. Минең улым һәм ейәнем үҫеп килә. “Атай, илебеҙ киләсәге өсөн һин нимә эшләнең?” тип ҡасан да булһа  һорауҙары бар. Беҙҙең нәҫелдә ҡурҡаҡтар юҡлығын белеп үҫһендәр”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Илдар Ғәббәс улы. Үкенескә ҡаршы, аталары  Ғәббәс Мөхәмәтғәле улы яҡты донъянан бик иртә, 46 йәштә китә.  Бөгөн 92 йәшен тултырған Гөлфирә Ислам ҡыҙы өс балаһын да аяҡҡа баҫтырыу менән бергә уларға төп тормош ҡиммәттәрен һеңдерә алған.

– Ағайыма уйынлы-ысынлы: “һин миңә бер туған ағай инең, ә хәҙер ҡоралдаш булараҡ та яҡынһың”, тим. Мин уға барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәм. Атайым вафат булғанда миңә ни бары туғыҙ йәш ине, ә уға –14. Тап уның өлгөһөндә үҫтем, формалаштым. Дәүләтебеҙ һағында торған  һәр кемгә хөрмәтем ҙур. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, егеттәр тыуған яҡтарына ҡайтһын, донъя көтһөн, – ти яугир.

 Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә эләгеп, Илдар Ғәббәс улы контузия ала. Бер нисә операция үткәргәндән һуң дауалана, хәҙерге ваҡытта реабилитация үтә. Бер туған Сабанаевтар үҙҙәренең ҡыйыу аҙымы менән нәҫелдәре һәм район тарихына тағы бер өр-яңы  батырлыҡ битен өҫтәне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас