

Мәсетле районында тыуып үҫкән егет БПЛА операторы һөнәрен үҙләштергән. “Маэстро” мәктәп йылдарынан уҡ бик әүҙем һәм тәүәккәл була. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, техник-механик булып эш башлай. Артабан бер йыл Бурятияла хәрби механик булып хеҙмәт итә.
Бынан дүрт йыл элек, өлөшләтә мобилизация башланғас, егеткә хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы тапшырыла.
– Был, әлбиттә, көтөлмәгән хәл булды, – тип иҫкә ала ул көндө уның әсәһе Светлана. – Ләкин улыбыҙ тулҡынланыуын да, ҡурҡыуын да һиҙҙермәне, аҡрынлап үҙ бурысын үтәргә әҙерләнә башланы.
Егет мобилизацияланғандарҙың беренсе төркөмө составында хәрби әҙерлеккә китә. Һуңынан мотоуҡсылар полкының штурм ротаһында хеҙмәт итә.
Ул бәләкәйҙән гитарала уйнарға, шиғырҙар яҙырға һәм йырларға ярата. Ижадҡа булған һөйөүе уға “Маэстро” позывнойын алырға сәбәпсе була. Дуҫтары уға Мәсетле районынан ебәрелгән гуманитар йөк составында гитара ебәрә. Хәҙер “Маэстро” ял ваҡытында үҙе һәм хеҙмәттәштәре өсөн яратҡан көйҙәрен уйнай.
Бер йыл элек “Маэстро” Силәбе өлкәһендә яңынан әҙерлек үткән һәм пилотһыҙ осоу операторы һөнәрен үҙләштергән. Һуңыраҡ сержантты удар һәм разведка дрондары расчеты начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.
– Был бик яуаплы вазифа. Бөгөн БПЛА-лар махсус хәрби операция барышында мөһим роль уйнай. Улар разведка үткәрергә һәм билдәләнгән бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Пилотһыҙ аппараттарҙың мөмкинлектәре йылдан-йыл киңәйә. Уларҙы ҡулланыу хәрби хәрәкәттәр алып барыу алымдарына ла ҙур йоғонто яһаны, - тип билдәләй расчет начальнигы.