

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге битендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары менән осрашыуҙары тураһында йыш яҙа. Яңыраҡ ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан Мәскәү ауылы егете, “Чили” позывнойлы офицер менән осрашыуы, яугирҙең хәрби юлы менән таныштырҙы. Хеҙмәттәштәре яугиргә йылғырлығы, етеҙлеге һәм әсе теллелеге өсөн шундай исем биргән.
Егет етди хәрби юл үткән. Ҡазан танк училищеһын тамамлағандан һуң Хабаровск крайында хеҙмәт итә, ә 2022 йылдан алып – алғы һыҙыҡта. Бөгөн ул 28 йәшлек капитан, рота менән командалыҡ итә, хәрби наградаларға лайыҡ булған.
“Чили” фронтта бөгөн технологияларҙың бик тиҙ үҙгәреүе, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүгә йәштәрҙе әүҙем йәлеп итеү, әҙерләү тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, яугирҙәр яңы технологияларҙы йәһәт үҙләштерә. Пилотһыҙ осоу операторҙары бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Өйҙә яугирҙе әсәһе, ҡатыны һәм йәш ярымлыҡ улы түҙемһеҙлек менән, һағынып көтөп алған. Офицер яҡташтарына битараф булмауҙары, гуманитар ярҙамдары өсөн бик рәхмәтле. Даими ярҙам күрһәткән Мәскәү ауыл советы башлығы Динар Хөснөтдиновҡа һәм әүҙем ирекмәндәр фермер Илшат Хөснөтдиновҡа һәм Илфир Ғилметдиновҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яугирҙәргә именлек, иҫән-һаулыҡ теләйбеҙ! Еңеү менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарына белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай. Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: Риф Йосоповтың социаль селтәрҙәге битенән.