Геройҙар дәүере
6 Октября , 13:45

“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы булырға хыялландым”

 2024 йылдың ҡыш айы ине. Машинала барған килеш электромагнит минаһына эләктек. Ошо мәхшәрҙә бер аяғым һәм ҡулдарым имгәнде. Мина шартлауы ғына етмәгән, эҙәрлекләп, дүрт “ҡарсыға” ла өҫтөбөҙҙә өйрөлә. Өсәүһен атып төшөрҙөк. Иптәштәремдең береһе мине аҙаҡҡаса эргәмдән китмәй ҡарауылланы. Үҙемдең ҡуҙғалырлыҡ та хәл юҡ, егеттәр мине бик тиҙ эвакуацияланы. Табиптарҙың хәстәрлеге, профессионаллеге һөҙөмтәһендә аяҡҡа баҫтым (яраланған аяғымды  ҡырҡмайынса протез ярҙамында йөрөрлөк иттеләр). 2- се төркөм инвалиды булһам да, ошо сәләмәтлегем менән хеҙмәттән ләззәт табып, тыуған еремдә кинәнеп йөрөй алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы булырға хыялландым”

Ҡариҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан бәләкәй генә ауыл ул Сандар. Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Тирә-яғы урман менән ҡапланған тауҙар ышығында тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауылда халыҡ һаны ла аҙ. 1959 йылда гөрләп торған тораҡта 1709 кеше йәшәгән булһа, хәҙер ни бары ике йөҙгә яҡын кеше йәшәүе билдәле, уларҙың да күбеһе “дачниктар”, ти ауылдаштар. Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы иғтибарҙы яулай, әле уңға, әле һулға боролоп, ғорур тауҙарға, уҡтай бейек үҫкән ағастарға, йәшеллек араһына боҫҡан йорттарға күҙ һалабыҙ. Мөһабәтлеге менән күҙгә салынған таш йорттар һәм баҫалҡылыҡ һаҡлап, ябайлығы менән үҙенә тартҡан өйҙәр араһындағы Урман урамында үҫкән батыр менән танышыу беҙҙең маҡсатыбыҙ.

Сандарҙың тарихы ла Рәсәйҙең меңәрләгән ауылдары кеүек ауыр, ҡатмарлы юл үткән. Совет осоронда ауыл халҡы урман әҙерләү менән шөғөлләнгән, уны сығарыу өсөн илле километр тәшкил иткән тар колеялы Симка тимер юлы төҙөлгән. Хатта урман сығарыу туҡталғас та, тимер юлы оҙаҡ ваҡыт һаҡланған, уның буйлап бесән ташығандар. Ауылдаштарҙың әйтеүенсә, ауыл бәләкәй булһа ла, уның археологик объекттарынан тыш, Сандар плитәһе менән танылыу алған. 1999 йылда ауыл ихатаһында фән докторы Чувыров тарафынан табылған, Урал төбәге картаһының рельефы һүрәтләнгән был артефакт ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Сандар аша үткән юл Павловка һыу һаҡлағысына һәм Ҡыҙыл Шишмә сығанағына илтә. Сандар беҙҙең күңелдә республикабыҙҙың бәләкәй генә өлөшөндә башҡорт, татар, рус ғөрөф-ғәҙәттәренең, традицияларының бер урында уҡмашҡан һәм ҡатмарлы тарихын, илһөйәрлек рухын берләштергән мөхит булып иҫтә ҡалды. Махсус хәрби операция ветераны Андрей Меньшаевтың ғаиләһенә лә тап ошо үҙенсәлектәр хас – милли төрлөлөк, уртаҡ ҡиммәттәр, рух ныҡлығы, илһөйәрлек һыҙаттары.  

– Әсәйем яғынан олатайым Ғәндәлип Ғирфан улы Насиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, дүрт тапҡыр танкта янған. Ауырлыҡтарға, тәнендә мина ярсыҡтары йөрөтөүенә ҡарамаҫтан, һуғыштан иҫән ҡайтып, мәктәп директоры, тарих уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар эшләне. Мин ошо быуындың ҡыйыулығы, ныҡышмаллығы, Тыуған иле өсөн бирелгәнлек тойғоһо менән сикһеҙ ғорурланам.

Шуға күрә 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияға саҡырыу алыу менән әҙерлегемде белдерҙем, инженер-сапер ғәскәрҙәренә яҙылдым. Луганск йүнәлешендәге һуғыштарҙа ҡатнаштыҡ, Кременная эргәһендә оборонала торҙоҡ. 2024 йылда Донецк йүнәлешендә биләмәләрҙе миналарҙан таҙартыуҙа, операциялар алдынан юлдарҙа инженер-разведка эштәрен башҡарыуҙа ҡатнаштыҡ. Һуғышта көтөлмәгән хәлдәр йыш була, аҙым һайын бәлә һағалап ҡына йөрөй. 2024 йылдың ҡыш айы ине. Машинала барған килеш электромагнит минаһына эләктек. Ошо мәхшәрҙә бер аяғым һәм ҡулдарым имгәнде. Мина шартлауы ғына етмәгән, эҙәрлекләп, дүрт “ҡарсыға” ла өҫтөбөҙҙә өйрөлә. Өсәүһен атып төшөрҙөк. Иптәштәремдең береһе мине аҙаҡҡаса эргәмдән китмәй ҡарауылланы. Үҙемдең ҡуҙғалырлыҡ та хәл юҡ, егеттәр мине бик тиҙ эвакуацияланы. Бындай осраҡта мотоциклдар ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙ үҙебеҙ тап ошо маҡсатта ике мотоцикл һатып алдыҡ. Яралыларға тәүге ярҙамды күрһәткән логистарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ, беҙ уларҙы “фәрештәләребеҙ” тип, ҙур хөрмәт менән атап йөрөтәбеҙ. Ғәмәлдә улар үҙҙәрен ныҡ хәүеф аҫтына ҡуйып, үлем менән йәшәү сигендә йөрөй.

Ә госпиталдәрҙәге һалдаттарҙы аяҡҡа баҫтырған, төшөнкөлөккә бирелгәндә йәшәүгә өмөт уятҡан хирургтарҙың, анестезиологтарҙың, психологтарҙың хеҙмәтен баһаларлыҡ һүҙҙәрҙе ҡайҙан табырға? Миңә байтаҡ дауаханаларҙа дауаланырға тура килде. Донецк, Ростов, Ҡазан табиптарының хәстәрлеге, миһырбанлығы, профессионаллеге һөҙөмтәһендә аяҡҡа баҫтым (яраланған аяғымды  ҡырҡмайынса протез ярҙамында йөрөрлөк иттеләр). 2-се төркөм инвалиды булһам да, мин ошо сәләмәтлегем менән хеҙмәттән ләззәт табып, тыуған еремдә кинәнеп йөрөй алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен. Атай-әсәйем йәшәгән өй эргәһендә ҙур йорт һала башланым, умартасылыҡ менән шөғөлләнәм, яңыраҡ ағас эшкәртеү эшенә тотондом. Әйҙәгеҙ, минең оҫтаханаға! – тип Андрей Александрович беҙҙе ихаталағы өр-яңы бинаға әйҙәне.

Күп функциялы ағас эшкәртеүсе станок үҙ яйына геү килеп, эшләп ултыра. Һөнәрҙе яңы ғына үҙләштерә башлауына ҡарамаҫтан, оҫтаның эш өлгөләре – өҫтәл, биҙәкле тәҙрә яңаҡтары, иконалар, декоратив изделиелар бинала урын алған. “Күңел ҡурҡа, ҡул эшләй” тигәндәй, оҫта тәүге һынауҙарҙы уңышлы үткән, йәнһеҙ ағастар уның ҡулында йән өрә, һоҡланырлыҡ матурлыҡ тыуҙыра. “Беҙҙең ауылда ҡул эштәре оҫталары бар, уларҙан өйрәнергә һис тә тартынмайым. Ышанаһығыҙмы, мин окопта ятҡанда уҡ тыныс тормошҡа ҡайтҡас, ағас эшенә тотоноу тураһында хыяллана инем. “Их, үҙ ҡулдарың менән шундай гүзәллек тыуҙырһаң, биҙәктәр эшләһәң ине ул”, тип ҡыҙыға инем, – ти Андрей Меньшаев. – Ә  умартасылыҡ - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған һөнәр, йүкә ағастары, сәскәле болондары йәйрәп ятҡан ерҙә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнмәү мөмкин дә түгел”.

Андрей Александрович яҡташтарын ҙур хөрмәт һәм һөйөү менән телгә алды. “Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операция зонаһына үҙе бер нисә тапҡыр гуманитар йөк килтерҙе, хәлебеҙҙе һорашып торҙо. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас та, район хакимиәте етәкселеге хәстәрлектәренән өҙмәне. Адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында ла улар аша белдем. Тап ошо дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә 350 мең һумлыҡ субсидия алып, ағас эшкәртеү эшен астым”, –ти яугир.

Хәрби ветерандың  тормошонда ла, ихатаһында ла тимер дисциплина, ныҡлы тәртип. Эш өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар ҡул аҫтында, ихатала - мини-трактор, төҙөлөш инструменттары. Ҡатыны Катя әлегә Өфөлә эшләй, ул да ижади ҡарашлы ҡул эштәре оҫтаһы, иренең һәр башланғысын хуплап ярҙам ҡулы һуҙыусы. Андрейҙың әсәһе Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы - улын сабырлыҡ менән көтөп алған, борсолоуҙарын ситкә сығармай яңғыҙ кисерә белгән көслө әсәләрҙең береһе. Утыҙ йыл буйы ошо төбәктә ветеринария табибы булып хеҙмәт иткән, әле хаҡлы ялда. Улының “Батырлыҡ өсөн”, “Донбассты азат иткән өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн”, ”Минанан азат иткән өсөн” миҙалдары һәм Кавказда намыҫлы хеҙмәте өсөн алған наградалары Әлфиә Меньшаева өсөн дә ҙур бүләк. Улдар үҫтергән ғаиләләрҙең бөгөн теләге бер – еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ, именлек килһен, әсәләр борсолмай тыныс йоҡлаһын.

Динә Арыҫланова.

Нуриман районы.

Сандар ауылы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы  булырға хыялландым”
“Окопта ятҡанда ҡул эштәре оҫтаһы булырға хыялландым”
Автор:Дина Арсланова