

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова яҡташтарының батырлығы менән ғорурланып, улар тураһындағы тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәге битендә уртаҡлашҡан.
Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән Кәркәй ауылының өс егете 74 көн буйына алғы һыҙыҡтағы терәк пунктын ныҡышмаллыҡ менән тотоп тора. Гвардия рядовойы Ильяс Хәсәнов командованиеһындағы подразделение ҡатмарлы хәрби бурысты үтәй. Яугирҙәр дошмандың терәк пунктын штурмлай. Төркөм составында Балаҡатай районынан рядовой Илсур Сөнәғәтов, Айгиз Ҡыямов та хеҙмәт итә. Ҡыйыу егеттәр терәк пунктын штурмлағанда ике дошман һалдатын юҡ итә, контрһөжүмде кире ҡағып, төркөм һигеҙ дронды һәм “Баба-Яга” тибындағы ике аппаратты шартлата. Был һуғышта Ильяс Хәсәнов яралана, әммә иптәштәрен ташламай. Аҙаҡ Илсур менән Айгиз дә яралана. Батырҙарҙың өсөһө лә эвакуациянан баш тарта һәм хәрби бурыстарын үтәүҙәрен дауам итә. 74 көн буйына, ротация мәленә тиклем, Ватан һаҡсылары терәк пунктын ныҡлы тота. Ошо ваҡыт эсендә урынды разведкалайҙар, артиллерияны корректировкалайҙар, дошмандың 17 дронын атып төшөрәләр.
Был егеттәр – батырлыҡ, тоғролоҡ һәм ныҡлыҡтың сағыу өлгөһө. Яраланһалар ҙа, һынмайҙар. Арыһалар ҙа, сигенмәйҙәр. Геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Фото: “Новый Белокатай” гәзите сайтынан.