

Мәсетле районының Ҡорғат ауылы биләмәһе башлығы Илфат Мәүлекәев яҡшы хәбәре менән ҡыуандырҙы, тип яҙа “Мечетлинская жизнь” гәзите. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Юлай” позывнойлы батыр яугиребеҙ юғары ведомство наградаһына – Рәсәй Оборона министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
Яугирҙе хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне, тырышлығы, инициативалы булғаны өсөн ҙур награда менән ололағандар. Батырлығы һәм яуаплылығы өсөн яҡташыбыҙ “Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланған. Ә ул позывнойҙы осраҡлы һайламаған, сөнки яугир Юлай ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй Ватаны менән ныҡлы бәйләнеш уға алғы һыҙыҡта көс һәм ныҡышмаллыҡ бирә. Уның танк броняһына юлы ла юҡтан барлыҡҡа килмәгән, бала саҡтан техникаға ынтылыш, училищенан һуң 19 йыл автосервиста автомеханик булып эшләү танк батальонына алып килгән. Уның тәжрибәһе бөгөн фронтта бик кәрәк. Контракт төҙөгәнгә ҡәҙәр армияла отделение командиры булып хеҙмәт итә, ә хәҙер өсөнсө класлы белгес булараҡ танк батальонында механик- водитель булып хеҙмәт итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: шәхси архивтан.