

Республика көнө алдынан Ишембай районы Скворчиха ауыл биләмәһенең иң әүҙем ирекмәндәре миҙалдар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Набат” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре тәбрикләне уларҙы. Сөнки тап ошо ойошма аша ауыл халҡы яугирҙәргә байтаҡ маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре оҙата.
“Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн” миҙалы төрлө ауылдарҙың ирекмәндәр төркөмдәре етәкселәренә тапшырылды. Скворчиханан Әлиә Кириллова, Кинйәкәйҙән Вәлимә Йомағолова, Алаҡайҙан Зөбәржәт Насирова лайыҡ булды уға. Шулай уҡ Алаҡай ауылының ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Рәмилә Ҡасҡынова ла ошондай миҙаллы булды.
Ауыл хакимиәте башлығы, ошо ирекмәнлек эштәренең башында тороусы Сәлимә Герасименкоға “Рәсәй ирекмәне” миҙалы тапшырылды.
Рәхмәт хаттары менән Скворчиханан Антонина һәм Александр Юдичевтар, Алаҡайҙан Румана Шәрәфуллина бүләкләнде.
Был тарафта махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү 2022 йылдан алып барыла. Һалдаттарға аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары йыйыу, йөн ойоҡ бәйләүҙән башланып китә изге эштәре. Өй туҡмасы ла киҫәләр, окоп шәмдәрен дә яһайҙар, шифалы үләндәр йыйып сәй ҙә әҙерләйҙәр, прополистан май яһайҙар, умартасылар бал, хужабикәләр йәшелсә тоҙлай, ҡайнатма эшләй. Әүҙем рәүештә маскировка селтәрҙәре үрәләр, сөнки уға ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.
“Махсус хәрби операцияға ярҙам иткән өсөн” миҙалына лайыҡ булыусы Алаҡай ирекмәндәре етәксеһе Зөбәржәт Насирова 2022 йылдан үҙен ошо изге эшкә арнаған.
–Был йылдар эсендә яугирҙәргә төрлөсә ярҙам күрһәттек. Маскировка селтәре үрҙек, госпиталгә мендәрҙәр тектек, уҡыусы балалар менән окоп шәме эшләнек. Әйткәндәй, беҙгә йәй дауамында уҡыусылар ҙа ярҙамға йөрөй. Маскировка селтәрен генә 200-ҙән ашыу үргәнбеҙҙер. Уларҙы ниндәйҙер награда өсөн түгел, ә махсус хәрби операциялағыларҙың ғүмерҙәрен һаҡлау, уларға ярҙам итеү өсөн эшләйбеҙ. Һәр яңы селтәрҙе башлаған һайын мин изге теләктәремде әйтеп, доғаларымды уҡыйым. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҡасмаҫ, әле һалдаттарға ярҙам итергә кәрәк, - ти Зөбәржәт апай.
Оло йөрәкле, яуҙа йөрөгән яугирҙәр тураһында уйлай белгән, хәстәрлек күргән ошондай апай-ағайҙарҙың үҙҙәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Уңған ауыл халҡы был юлы ла “Набат” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре аша махсус хәрби операциялағы һалдаттарға сираттағы гуманитар ярҙамды оҙатты.
Ишембай районы.
Фото: ауыл хакимиәтенән.