

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында Бәләбәй районының Шаровка ауылы биләмәһендә “Азат итеүсе яугиргә” һәйкәле төҙөкләндерелә, уның тирә-яғы тулылана, яңыртыла. Тиҙҙән унда кирбес стеналар һалынасаҡ һәм уларға 22 гранит таҡтаһы ҡуйылып, ошо ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәрҙең исем-шәрифе уйылып яҙыласаҡ. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың исемдәре мәңгеләштереләсәк.
Шулай уҡ һәйкәлдең тирә-яғын төҙөкләндереп, Мәңгелек ут урынлаштырыу ҙа төп маҡсат булып тора.
– Шаровка ауыл биләмәһенә заманында 16 ауыл ҡараған. Уларҙың ҡайһылары бөгөнгө көндә юҡ. Ошо ауылдарҙан 400-ҙән ашыу ир-егет Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Ирекмәндәр ярҙамында уларҙың исемдәрен тергеҙҙек, эҙләнеү эштәре алып барҙыҡ. Был иҫтәлекле урында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған өс егетебеҙҙең исем-шәрифе уйылып яҙыласаҡ, – тип һөйләне Шаровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмира Ильина.
Ауылдарҙа йәшәүселәр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһының уңайлы булыуын билдәләй. “Был программа - йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы ремонтлау, спорт һәм ял шарттарын булдырыу кеүек ауылдағы мөһим бурыстарҙы хәл итеү өсөн һөҙөмтәле сара”, – ти улар.
Халыҡтың ”Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашыуы мөһим шарт булып тора. Улар бергәләп кәңәшләшеп өҫтөнлөклө проекттарҙы билдәләй. Тап ошо рәүешле ауылдарҙа халыҡты борсоған проблемалар хәл ителә.
Фото: ауыл хакимиәтенән.