

Был хаҡта “Башинформ” агентлығында үткәрелгән матбуғат сараһында батальон ойоштороусыһы, Башҡортостан Башлығының Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин белдерҙе.
— Беҙ юғары һәм урта уҡыу йорттарының 70 процентын тиерлек урап сыҡтыҡ. Махсус хәрби операция биләмәһендә нимәләр булыуы хаҡында мәғлүмәт бирәбеҙ, махсус килешеү шарттарын аңлатабыҙ. Ирекмәндәр күп килә. Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре — элита, шуға күрә барыһын да батальон составына ала алмайбыҙ. Әммә шуны билдәләп үтергә кәрәк: яҙылырға теләүселәр бик күп. Был бик һәйбәт, — тине Артур Йомағужин. — Студенттарға хеҙмәт итеү осорона академик отпуск алырға мөмкин, бер йылдан өйҙәренә наградалар, звание, тәжрибә һәм осоусы дипломы менән ҡайтасаҡтар. Түләүҙәр бар, был хаҡта барыһы ла белә. Яугирҙәр лайыҡлы эш хаҡы ала, өҫтәүенә, дошман объекттарын юҡ иткән өсөн дә түләү ҡаралған. Егеттәр пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү буйынса алған күнекмәләрен көнкүреш тормошта — газ, ауыл хужалығы, нефть тармаҡтарында, көс структураларында, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында, ҡыҫҡаһы, бар ерҙә лә ҡуллана ала. Дөйөм алғанда, йәш егеттең Ватан алдындағы хеҙмәтенән һуң киләсәккә ҙур мөмкинлектәре бар. Шулай уҡ шуны айырым билдәләп үтке килә: Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм республика хөкүмәте яугирҙәребеҙҙе рухи һәм матди йәһәттән хуплай. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә айырым ҡараш булдырылған, улар тейешле бөтә ярҙам сараларын һәм ташламаларҙы ала.
Атур Йомағужин Рәсәй оборона министрлығының уҡыу йорттарында әҙерлек үткән, диплом алған һәм практик дәрестәргә тотонған йәш белгестәр тураһында ла аңлатып үтте. Барлыҡ кәрәкле нормативтарҙы үтәгәндән һуң, улар рөхсәт аласаҡ һәм шунан һуң ғына хәрби бурыстарҙы үтәүгә тотонасаҡ.
— Беҙ яугирҙәр менән бәйләнештә торабыҙ, эштәренең нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Улар бик ҡәнәғәт һәм үҙ ваҡытында ҡабул иткән ҡарарына шат. Егеттәр, дуҫтарына шылтыратып, үҙҙәре менән бергә хеҙмәт итергә саҡырыуы хаҡында һөйләй, — ти Артур Йомағужин.
Батальонды формалаштырыу — Радий Хәбировтың шәхси контролендә. Башҡортостан Башлығы подразделениеға тулыһынса ярҙам күрһәтергә ҡушты һәм комплектлау, тәьмин итеү мәсьәләләре менән даими ҡыҙыҡһына. Республика командование заявкалары буйынса гуманитар ярҙам менән әүҙем булышлыҡ итә. Артур Йомағужн хәбәр итеүенсә, батальондың базаһына “Урал” автомобиле, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм башҡа кәрәкле йөктәр ебәрелгән. Эшҡыуарҙар ҙа батальонға ярҙам итеүҙә ҡатнаша. Артур Йомағужиндың билдәләүенсә, махсус хәрби операция зонаһында дислокациялау өсөн плацдарм тулыһынса әҙерләнә.
Махсус хәрби операция биләмәһендә 2022 йылда төҙөлгән Салауат Юлаев исемендәге батальон хеҙмәтен дауам итә. Артур Йомағужин һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо ваҡыт эсендә яугирҙәр ысын хәрби булып китте. Батальондарҙа тағы 2024 йылда уҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эшләү буйынса айырым төркөм төҙөлгәйне. Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында дрондарҙы алғы һыҙыҡта уңышлы ҡулланған программистар һәм системлы администраторҙар бар. Уларҙың береһе — техник фәндәр кандидаты һәм уҡ атыу буйынса спорт мастеры. Ул хеҙмәттән киткәйне, әммә ял иткәндән һуң, Муса Гәрәев исемендәге батальонға индереүҙе һорап ҡарарға ҡарар итте.
— Ул дрон операторы, шулай уҡ инженер булып хеҙмәт итәсәк. Сөнки ул ҡиммәтле кадр, — тине Артур Йомағужин.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре батальонын формалаштырыу дауам итә. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарынан тыш, водителдәр, механиктар, электриктар һәм башҡа белгестәр кәрәк.
Хәрби хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынғандар, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Телефон номерҙары: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00.
Сығанаҡ, фото: “Башинформ” сайтынан.