Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Апрель , 12:30

“Йылы” күленә барғы килеп тора

Был урын күҙгә күренеп матурлана

“Йылы” күленә барғы килеп тора
“Йылы” күленә барғы килеп тора

Өфө ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан байтаҡ йәмәғәт киңлектәре яңыртыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре файҙаланыуға тапшырылған да. Мәҫәлән,  С. Т. Аксаков исемендәге исемендәге баҡса, Валериан Альбанов  исемендәге сквер, шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры эргәһендәге миниатюралар аллеяһын төҙөкләндереү ҙә тамамланыу алдында.

Инорс биҫтәһендәге “Йылы” күле һәм уның эргәһендәге биләмә лә яңы төҫ ала.

–  Был объектты яңыртыу бер нисә этапта башҡарыла. Тәүге өлөшөн  тормошҡа ашырыу 2022 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһына ярашлы башланды. Ул йылда башҡарылған эштәр 192 миллион һумлыҡ булды. Проект нигеҙендә тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү эштәре башҡарылды,  балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скейт-парк, велотуҡталҡа, павильон булдырылды, таш плитәнән тротуарҙар һалынды, бәләкәй архитектура формалары, эскәмйәләр, урналар ҡуйылды, инвалидтар өсөн уңайлыҡтар хәстәрләнде, йәшелләндереү саралары күрелде, –  тип һөйләне Өфө ҡалаһы хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш идаралығы – матбуғат хеҙмәте начальнигы Тәлғәт Зәйнуллин.

Былтыр ҙа эш дауам иткән: Георгий Мушников урамы эргәһен һәм “Йылы” күленең тирә-яғын төҙөкләндереү саралары күрелгән. Күл биләмәһен матурлау бөгөн дә туҡталмаған. Май аҙағына тиклем һыу ятҡылығы ярын нығытыу саралары күрелә,  баҫҡыстар ҡоймалана, эскәмйә һәм урналар ҡуйыла. Белгестәр объектта эштәрҙең тиҙҙән тамамланыуын күҙаллай.

Проекттың төп маҡсаты – йәмәғәт киңлектәренең берҙәм системаһын булдырыу һәм “Йылы” күле буйындағы тәбиғи ял зонаһының потенциалын асыу. Әйтергә кәрәк, биләмә төрлө типологиялы өс өлөштән ҡоролған: “Йылы” күленең йәшел яр буйы, күл һәм Баландин бульвары араһындағы йәйәүлеләр өсөн тәбиғәт зонаһы һәм унан Георгий Мушников урамына тиклемге биләмәлә урынлашҡан сквер.

-Баландин бульварындағы йорттарҙан алып ял урынына берҙәм йәйәүлеләр скверы булдырыу халыҡ өсөн дә уңайлы, был юл ҡунаҡтарҙы күл буйына алып килә. Скверҙа йөрөү хәүефһеҙ булһын өсөн автомобиль юлдары торлаҡ йорттар эргәһенән көйләнгән, был йәйәүлеләрҙең маршрутын киҫмәҫ өсөн эшләнгән, – тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.

Йылға яры һәм сквер араһында яҡтыртҡыстарҙың булыуы ла ял итеүселәргә бик уңайлы. Һыуҙан өҫкә менгән урында таш түшәлеүе, ярҙа пирстар ҡуйылыуы ла ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген, уңайлығын хәстәрләй.

“Йылы” күле эргәһендә башҡарылған эштәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күреү, шул тарафта йәшәүселәрҙең фекерҙәрен ишетеү маҡсатында Инорс биҫтәһенә юлландыҡ. Мушников урамынан күл яғына ыңғайлау менән яңы үҙгәрештәр күҙгә ташланды. Ҡояшлы матур көн булғас, иртәнге сәғәттәрҙә лә күл буйында халыҡ байтаҡ ине.  Күлдән алыҫ түгел балалар майҙансығына бәләкәстәрен уйнатырға  алып сыҡҡан Шәймөхәмәтовтар ғаиләһен тап иттек.

-Ошо яҡта йәшәйбеҙ. Элек ял өсөн бындай мөмкинлектәр булманы. Тротуарҙар ҙа яңы барлыҡҡа килде, элек күл буйына һуҡмаҡ буйлап ҡына барып була ине. Ошондай төҙөкләндереү саралары башҡарыуҙары менән ҡәнәғәтбеҙ. Балаларға уйнар өсөн матур майҙансыҡ ҡоролдо. Киләсәктә күл буйлап  ҡышын саңғыла, йәйен йәйәүләп йөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырыу ниәтләнә. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн уныһы ла бик кәрәк, – тине ғаилә башлығы.

“Йылы” күле – халыҡтың тартып торған урынға әүерелеүенә инандыҡ.   Күл буйлап  уңайлы киң эскәмйәләр теҙелгән, тротуарҙар  түшәлгән. Эскәмйәлә ял итеп ултырған апай –  Валентина Васильева менән һөйләшеп киттек.

-Йәшәгән йортом эргәлә генә, фатирымдан күл күренеп  тора. Элек ошо тирәлә йәмһеҙләп үлән  үҫеп ултыра ине, хәҙер матур сквер барлыҡҡа килде, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары эшләнде, ағастар ултыртылды. Тирә-яҡ йәмле төҫ алды, – тине ул.

Ысынлап та , был тирәнең үҙ биҙәге бар. Күл буйын йәмләп өйрәктәр йөҙөп йөрөй. Уларҙы икмәк менән һыйларға сыҡҡан Нәсимә апай Ҡалмыҡова  әңгәмәгә ихлас ҡушылды.

-Минең дә йәшәгән йортом яҡында ғына. Халыҡ өсөн матур ял урынын булдырыуҙарын күреп күңел һөйөнә. Олоһо ла, йәше лә үҙ итте был тирәне. Бигерәк тә, йәш ғаиләләр балалары менән күп күренә, –  ти ҡәнәғәт йылмайып Нәсимә апай.

Ошондай уңайлы ял урындары булдырыу – былар барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. Был  тарафта йәшәүселәр ҡәнәғәт икән , тимәк, маҡсатҡа өлгәшелгән.

Йәшәгән еребеҙҙең йылдан - йыл төҙөкләнеүе, уңайлыҡтар барлыҡҡа килеүе  тормошобоҙҙоң алға барыуы хаҡында һөйләй.

 

Автор фотолары.

 

 

“Йылы” күленә барғы килеп тора
“Йылы” күленә барғы килеп тора
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: