Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
25 Ноябрь 2022, 14:33

Өфөгә иң шәп мәктәп ашнаҡсылары йыйылды

Балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге ошо изге һөнәр эйәләренә лә бәйле.

Өфө ҡалаһында ике көн дауамында “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабы үтте. Ошонда уҡ “Мәктәп ашханаһы уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыуы экосистемаһы булараҡ” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Был конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторола һәм мәктәп ашнаҡсыларының һөнәри бәйгеһе рәүешендә үтә. Быйыл уның финалына илебеҙҙең 75 төбәгенән 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.

 

Бай күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар...

 

Конкурс барышында Өфө колледждары базаһында ашнаҡсылар араһында “Кулинар баттл”, “Мәктәп туҡланыуы 3.0” тематик өҫтәлдәр конкурс-күргәҙмәһе, “Ата-әсәләрҙән өс һорау” блиц-турниры, “Хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек блогы” квесы ойошторолдо. Абруйлы жюри составына “Үҙебеҙ хәл итәбеҙ” Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары ла инде.

Рәсәй кимәлендәге сараны асыу тантанаһында Дәүләт Думаһы депутаттары Татьяна Буцкая, Эльвира Айытҡолова, Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Денис Грибов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты­ның тикшереүҙәр бюроһы етәксеһе Валерий Алексеев, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һәм башҡа мәртә­бәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар был сараның әһәмиәтен, мәктәп туҡланыуына иң төп байлығыбыҙ – балаларыбыҙҙың һаулығы бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

“Торатау” конгресс-холының фойеһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән командалар тематик өҫтәлдәр конкурсына ярашлы бай күргәҙмә тәҡдим итте һәм үҙ проекттарын яҡланы. Бында мәктәп туҡланыуын балаларҙың сәләмәтлеген хәстәрләп һәм бер үк ваҡытта һәр ризыҡты зауыҡлы итеп әҙерләү, тәҡдим итеү мөмкин­лек­тәре асыҡ сағылыш тапты.

Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге көнөндә республика Башлығының тормош юлдашы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Ул тәүҙә ҡунаҡтар менән бергә Өфөлә ҡуйылған арт-объектты – мәктәп ашнаҡсыһына һәйкәлде ҡараны, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән командалар тарафынан әҙерләнгән бай күргәҙмә менән танышты. Артабан Каринэ Хәбирова Рәсәй Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкая менән берлектә оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Улар Социаль туҡланыу союзының шеф-ашнаҡсыһы Григорий Мосин менән бергә балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнгән сырниктар әҙерләне. Григорий Мосин шәкәрҙе күп һалып, ризыҡты артыҡ татлы итмәҫкә, шулай уҡ күләм арттырыу маҡсатында манный ярмаһы ҡулланмаҫҡа кәңәш итте. Ул үҙенең сере менән дә уртаҡ­лашты: сырниктарҙың сите тигеҙ, шыма булһын өсөн, бер тигеҙ йомро өлөштәргә бүлгәс, стакан менән ҡаплап өйрөлтөргә, шул уҡ ваҡытта әйләндереп баҫҡылап алырға.

Оҫталыҡ дәресе ҡунаҡтары был кәңәштәрҙең барыһын да иҫәпкә алып, берҙәм эшләне һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытта тәмле сырниктар әҙерләп, ҡатнашыусыларҙы һый­ланы.

 

Иң яҡшылар кемдәр?

 

Өфөлә үткән бәйгенең ярымфинал һәм финал этаптарын тантаналы ябыу һәм “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тан­танаһында Башҡортостан Башлы­ғы Радий Хәбиров ҡатнашты. Был һөнәри ярышта республикабыҙ намыҫын беҙҙең ҡатнашыусылар лайыҡлы яҡланы. “Миллионлы ҡа­ланың иң яҡшы мәктәбе” номина­ция­һында – Өфөнөң 161-се лицейы, “Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашха­наһы” номинацияһында Бүздәк ауылының 2-се мәктәбе һәм Иглин ауылының 1-се урта мәктәбе фи­налға сыҡты. Башҡортостан Башлығы, конкурс лауреаттарын ҡотлап, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе сәләмәт итеп үҫтереүҙә сифатлы туҡланыуҙың мөһим роль уйнауын билдәләне.

– 2020 йылда ил Президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡланыу ме­нән тәьмин итеү тураһында ҡа­рар ҡабул итте. Был бик мөһим аҙым булды, – тине Радий Хәбиров. – Белем биреү учреждениелары ашханаларының социаль әһәмиәт­ле миссия башҡарыуын аңлайбыҙ. Шуны әйткем килә: мәктәптәге аш ҡайһы берҙә социаль яҡланмаған балалар өсөн йылы аш ашауҙың берҙән-бер мөмкинлеге булып тора. Һуңғы йылдарҙа республикала мәктәптә туҡланыу системаһы етди үҙгәрештәр кисерҙе. Мәҫәлән, беҙ эш башлағанда төбәк мәктәп­тәрендә ойошторолған туҡланыуҙа урында етештерелгән ит ни бары алты процент тәшкил итә ине. Уның күпселек өлөшө сифат һәм хәүефһеҙлек контроленән тыш килтерелде. Бөгөн хәл ҡырҡа үҙгәр­ҙе. Уҡыусыларҙың рационы ниге­ҙендә – республикала етеш­те­релгән продукттар, уларҙың өлөшө 90 процентҡа етте. Беҙ мәктәптә туҡланыуҙы тәьмин итеү­селәр менән күп йыллыҡ хеҙмәт­тәшлеккә күсәбеҙ, уларҙың йөҙөндә ышаныс­лы партнёрҙарҙы күрәбеҙ. Бина­ларҙың эстетик биҙәлешенә, заманса ҡорамалдарға, һауыт-һабаға иғтибарлы булырға тыры­шабыҙ. Бынан тыш, республикала 26 мең бала беҙ тергеҙгән “Һөт кухняһы” проектына ярашлы бушлай сифатлы һәм файҙалы аҙыҡ-түлек ала.

Республика Башлығы шулай уҡ “Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы” номинацияһында Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттарына дипломдар һәм кубоктар тапшырҙы. Улар араһында Өфөнөң 87-се урта мәктәбе ашнаҡсыһы Татьяна Екимова ла бар ине, ул беренсе урынды яуланы. “Ошондай конкурста республика намыҫын яҡлап сығыш яһау – ҙур ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та. Беренсе урын минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды. Был – хеҙмәттәштәрем менән бергә яуланған еңеү, уртаҡ ҡаҙаныш. Ныҡ тырыштыҡ, борсолдоҡ. Бөгөн беҙҙең ашханаларҙа эшләү күңелгә рәхәтлек бирә: яңы ҡорамалдар, яңы эш формаһы. Хеҙмәтебеҙгә иң ҙур баһа – әлбиттә, балаларҙың ихлас итеп әйткән рәхмәт һүҙҙәре”, – тине, тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Татьяна Екимова.

Конкурста ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеосәләмләү ебәрҙе. Улар, республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо әһәмиәтле социаль проектты үҫтереүгә булышлыҡ итеүен билдәләп, конкурсты ойош­тороусыларға рәхмәт белдерҙе. Рәсәй Мәғариф министрлығы Федераль туҡланыу мониторингы үҙәгенең ғилми етәксеһе Валентина Иванова үҙ сығышында, Башҡорт­остан социаль туҡланыуҙы үҫте­реүҙең күп йүнәлештәре буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй, тип билдәләне.

Бүләкләү тантанаһынан һуң Радий Хәбиров “Һөт кухняһы” төбәк проекты һәм республиканың мәктәп ашханалары өсөн продукция тәҡдим итеүселәр тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәне ҡараны. Туҡланыу, биотехнологиялар һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге федераль тикшеренеү үҙәгенең Балалар туҡланыуы ғилми-тикшеренеү институты директоры Сергей Симоненко менән әңгәмәлә республика Башлығы башҡорт балын мәктәп ашханалары менюһына индереү һәм балалар туҡланыуы продукты булараҡ файҙаланыу өсөн уны кәрәкле тикшереүҙәр үткәреүҙә әүҙемерәк эшләргә тәҡдим итте.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: