Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
27 Ноябрь 2022, 19:00

"Үҙемде батыр тип иҫәпләмәйем"

Ике баланы үлемдән ҡотҡарған Анастасия Денисова кемдәрҙе ысын геройҙар тип һанай? 

"Үҙемде батыр тип иҫәпләмәйем"
"Үҙемде батыр тип иҫәпләмәйем"

Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында йыл һайын “Ҡалҡан һәм рауза” XIII Дөйөм Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы үтә. Ул бөтә илдән хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. “Хеҙмәт бурысына тоғролоҡ өсөн” номинацияһы буйынса быйыл Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Анастасия Денисова тәҡдим ителгән. Ике йыл элек ҡыйыу ҡатын Мәләүездәге янғындан 14 йәшлек ҡыҙҙы һәм 11 йәшлек малайҙы ҡотҡарған. Тантана алдынан “Башинформ” агентлығы уның менән әңгәмә ҡорҙо.

– Һөнәри юлығыҙҙың этаптары тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Мин инде 20 йылдан ашыу язаларҙы үтәү системаһында эшләйем. Мәләүездең 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһына 18 йәштән һаҡ бүлеге кесе инспекторы булып эш башланым. Ун йылдан һуң махсус иҫәп инспекторына күсерҙеләр, ә тағы биш йылдан уҡыу үҙәгенең кадрҙар төркөмө өлкән инспекторы итеп тәғәйенләнеләр, унда әлегә тиклем эшләйем.

– Һеҙҙең вазифағыҙға нимәләр инә?

– Белгестәр һәм персонал һайлау менән шөғөлләнәм. Беҙ кешеләр менән аралашабыҙ, хеҙмәт гарантияларын аңлатабыҙ, уларҙың эш һәм шәхси сифаттарын тикшерәбеҙ, хеҙмәткәрҙәр булараҡ тап киләме-юҡмы икәнлеген хәл итәбеҙ. Һуңғы һүҙ эш психологында – әгәр һығымта ыңғай һәм кеше бөтә параметрҙарға тап килһә, теркәй башлайбыҙ. Белгесте баштан барыһына өйрәтәбеҙ, яңы шарттарға яраҡлашырға ярҙам итәбеҙ.

– Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы системаһында һеҙҙең ирегеҙ ҙә эшләй.

– Эйе, ул бөгөн егерме йылдан ашыу эшмәкәрлектән һуң хаҡлы ялда. Ғөмүмән, минең тотош бер ғаилә династияһы барлыҡҡа килде – атайым бында эшләне, ағай-эне, ике туған апайҙар хеҙмәт итә. Һәм, әлбиттә, олатай бында хеҙмәт иткән, ул йылдарҙа колония хәрби частыҡы булған. Мине нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән “уфсиновсы” тип әйтергә була.

– Язаны үтәү системаһы ир-егеттәргә килешә, тигән стереотип бар. Ә ысынбарлыҡта нисек, ошонда гүзәл зат вәкилдәренә карьера яһау ауыр түгелме?

– Миңә бында бик ҡыҙыҡ. Әлбиттә, тәүҙә бер аҙ ҡурҡтым – барыбер айырым контингент, енәйәтселәр менән эш итәһең. Әммә туранан-тура аралашыуҙан һуң уларҙың да төҙәтеү юлында ярҙамға мохтаж кешеләр икәнен аңлайһың. Улар башҡалар иреккә сыҡһын, тормошто таҙа биттән башлаһын өсөн, беҙҙең төп миссиябыҙ тип иҫәпләйем.

– Хеҙмәтегеҙ дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәр булғаны бармы?

– 2015 йылда беҙҙең колония биләмәһендә бола сығыуы һәм сыуалыштар булыуын ғына хәтергә төшөрә алам. Бынан һуң бер ниндәй ҙә етди мәсьәләләр тыуманы.

– Ике йыл элек һеҙ ҙур батырлыҡ ҡылғанһығыҙ. Шул ноябрь көнө йыш иҫегеҙгә төшәме?

– Быны батырлыҡ тип һанамайым, тип ҡабатлауҙан туҡтамайым. Барыһы ла осраҡлы килеп сыҡты. Беҙҙә ремонт бара ине, һәм мин мөйөштән мөйөшкә, тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөй инем. Бер тәҙрә күршеләрҙең өйөнә ҡарай. Ҡапыл шикле ҡара төтөн күреп ҡалдым, тәүҙә мунса яғаларҙыр тип уйлайым. Аныҡ ҡына нимә эшләгәнемде хәтерләмәйем, әммә икенсе ҡаттан бик тиҙ төшөп, уларға йүгерҙем. Был баҫҡысты бер ҡасан да ул тиклем ҙур тиҙлектә үтә алмағанмындыр, моғайын. Асыҡланыуынса, унда мунса-төкәтмә бик ныҡ янған булып сыҡты. Тәҙрә аша балаларҙы күреп ҡалдым, улар тышҡа сыға алмай ине - мунса менән йортҡа инеү урыны бер ерҙә һәм ут менән ябылған. Ә москит селтәре тәҙрә уйымында “ҡыҫылған” кеүек тойола. Уны һындырып, ялҡын залға күскән мәлгә балаларҙы сығарып өлгөрҙөм. Янғын һүндереүселәрҙе эргәһенән уҙып барған ҡатын саҡырған. Әсәләре килгәнсе балалар миндә булды.

– Һеҙҙең тәжрибәгеҙ буйынса, кешеләргә бындай осраҡтарҙа нисек эш итергә кәрәк?

– Ул мәлдә миндә ҡурҡыу, ғөмүмән, бер уй ҙа юҡ ине. Һин дөрөҫ булып тойолғанды эшләйһең, тәбиғи интуиция буйынса, хатта автопилотта эшләйһең. Балалар, әлбиттә, паникаға бирелде, бында өлкән кеше лә ҡапыл ғына ни эшләргә белмәҫ ине. Әҙ генә һуңыраҡ килһәм, улар янып бөтөрҙәр ине, моғайын... Янғын һүндереүселәр һуңынан, унда нимәнелер ҡотҡарыу файҙаһыҙ – барыһы ла тиҙ тоҡанып киткән, әйберҙәр, документтар янған, тип һөйләне. Мин ни бары кәрәкле ваҡытта кәрәкле урында булып сыҡтым тип уйлайым.

– Улар менән бәйләнештә тораһығыҙмы?

– Ошо хәлдән һуң тәүге арала аралаштыҡ, элек тә минекеләр менән урамда уйнай инеләр. Әммә тиҙҙән улар күсеп китте – йорттарын тергеҙеп булмай бит, барыһын да яңынан төҙөргә кәрәк ине. Аталары төньяҡта эшләй, ҡайһы берҙә уны осратҡаным булды, ә былай ике йыл эсендә юлдарыбыҙ бөтөнләй киҫешмәне тиерлек.

– Ә һеҙҙең өсөн кем Герой?

– Рәсәйҙең махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙер, моғайын. Уларҙың ҡыйыу эштәре тураһында күберәк уҡыған һайын һоҡланам. Сөнки улар хеҙмәттәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, илебеҙ именлеге өсөн барыһына ла бара. Минең өсөн хәҙер был егеттәр – төп геройҙар. Дошмандың бронетранспортерын ҡыуып алып киткән Фәнис Хөсәйеновтың тарихы таң ҡалдырҙы.

– Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?

– Башлыса, был йорт эштәре һәм балалар менән дәрестәр. Минең ике ҡыҙым бар – бергәләп дәрестәр әҙерләйбеҙ, нимәлер эшләйбеҙ, әүәләйбеҙ, түңәрәктәргә йөрөтәм. Ял көндәрендә сәскәләр үҫтерәм, тәрбиәләйем.

– Быуындар күсәгилешлелеге темаһын дауам итеп, балалар эшегеҙҙе дауам итә алыр инеме?

– Мин быны бик теләр инем. Бәләкәйемә әле бындай темалар хаҡында уйланырға иртәрәк, әммә өлкәнебеҙ беҙҙең юлдан барырға етди уйлана. Әлегә әйтә алмайым, әлбиттә, колледжды тамамлар, һуңынан ҡарарбыҙ. Әммә теләк бар. Ирем дә уның һайлауын хуплай.

Анастасия Денисова - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең “Ғорурланабыҙ” тип аталған берлектәге проектының төп героиняларының береһе. Видеосюжеттар серияһы һуғыш һәм тыныс ваҡыт геройҙарының тарихына – төбәк һәм Рәсәй хаҡына эшләгән кешеләргә арналған.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: