Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм республикабыҙ Хөкүмәтенең хәстәрлеге менән йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә аллеялар, парктар, скверҙар, ғөмүмән, йәмәғәт ял урындары төҙөкләндерелә, үҙгәртеп ҡорола. Быйыл өфөләр ҡарамағына тиҫтәнән ашыу өр-яңы һәм үҙгәртелгән объекттар тапшырылды.
“Дим”, “Тулҡын”, “Нефтехимиктар”, “Ҡашҡаҙан” парктары, “Медицина ҡаһарманлығы” аллеяһы, Мөғин Нагаев исемендәге “Гвардия”, “Ҡоштар”, Даян Мурзин исемендәге скверҙар, Совет майҙаны, Георгий Мушников урамы янындағы майҙансыҡ, Йылы күле, Дан бульвары, Муса Гәрәев скверы һәм башҡа урындарҙы хәҙер танырлыҡ та түгел. Шуныһы шатлыҡлы, төҙөкләндереү ифрат ҡыҙыу бара. Йәйәүлеләр юлы һәм велосипедсылар һуҡмағы һалыныуы, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлөүе, видеокүҙәтеү камералары, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу һәм бүтән уй-маҡсаттарҙы башҡарыу – шуға асыҡ миҫал.
Әйткәндәй, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан беҙҙә “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тип аталған стела асылды. Бейеклеге 20 метрлыҡ ошо ҡоролма Ағиҙел йылғаһының иң күркәм урындарының береһендә урынлашҡан. Атап әйткәндә, Сочи, Яр буйы урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге мөһабәт стела әллә ҡайҙан балҡып ултыра. “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”н урынлаштырыу урынын баш ҡала халҡы үҙҙәре хәл иткән. Иң мөһиме, был тәңгәлдә халыҡтың фекере мотлаҡ иҫәпкә алына. Әйтәйек, кешеләр ял паркын нисек күрергә теләй, шуға ярашлы ул тулыһынса үҙгәртеп ҡорола.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ауылдары ла, ҡалаларыбыҙ ҙа, айырыуса Өфө ҡалаһы күҙгә күренеп төҙөкләндерелде, был йәһәттән эш әле лә эҙмә-эҙлекле дауам итә.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районына ҡараған “Тулҡын” паркы хәҙер бөтөнләй бүтән төҫ алды. Баш ҡалабыҙҙың Затон биҫтәһендә урынлашҡан ошо парк “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә, 2018 йылда төҙөкләндерелә башланы.
Быйыл да ҡала паркындағы Бәләкәй күл тирәһендә эштәр тынмай. Ошоға хәтлем күл тәрәнәйтелгән, һыуҙы күҙәтеү урыны барлыҡҡа килгән, яҡтыртыу ҡоролмалары бар. Ошо проект “Башҡортостан бюджетынан Башҡортостан муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына субсидия биреү тәртибе күрһәтмәһе тураһында” тигән Башҡортостан Хөкүмәтенең Ҡарары нигеҙендә финансланған.
Өфө ҡалаһы Ленин районының йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Гөлназ Гәрәева әйтеүенсә, республикабыҙ етәкселеге халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыу тәңгәлендә барыһын да эшләй.
Белһәгеҙ икән үҙгәртелгәнгә тиклем ошо парктың ниндәй ҡурҡыныс хәлдә булғанын! Ысынлап та, элек был майҙандағы үләнде бер ҡасан да сапмағандар, улай ғына ла түгел, ул ысын мәғәнәһендә ҡыйлыҡ урынына әйләнгән. Әнис Хәйруллин әйтеүенсә, йыш ҡына унда шикле һәм насар уйлы әҙәмдәр күренгеләгән.
– Бөгөн “Тулҡын” паркына һис икеләнеүһеҙ һәм тулҡынланмайынса киләм, – тип һөйләй биш бала әсәһе Венера Яныбаева, – сөнки ул танымаҫлыҡ итеп ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Ҡыҙымды коляскаға ултыртып, ә улымды етәкләп алам да ошонда ашығам. Бында бөтөнләй тыныс мөхит, барыһы ла халыҡ өсөн төҙөлгән. Тротуар уңайлы итеп эшләнгән, бер ниндәй ҙә соҡорҙар юҡ, күләүектәр ҙә осрамай. Ғәҙәттә, һөҙәк урындарҙы тупһаға оҡшатып эшләп ҡуялар, унан коляска менән үтеүе ныҡ ҡыйын. Ә “Тулҡын” паркында юлдар ҙа, һуҡмаҡтар ҙа тигеҙ итеп һалынған. Республика етәкселегенә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ.
“Тулҡын” ҡала паркын төҙөкләндерер алдынан кешеләрҙең теләктәрен тыңлағандар һәм кәңәштәренә ҡолаҡ һалғандар. Дөйөм йыйылышта парк өсөн яуаплылар барыһын да ҡағыҙға теркәгән. Юлдар тап халыҡ теләгәнсә һалынған.
Ҡала паркында йәйәүлеләр бик күп күренә, велосипедсылар һәм самокатта йөрөүселәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Әйткәндәй, эш барышында бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарға һәм ҡытыршылыҡтарға осрамаған төҙөүселәр. Төҙөлөш барышында оҫталар ошо тирәләге халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаған, уларҙың тыныслығын боҙмаған.
30 йылға яҡын уҡытыусы булған, хәҙер пенсионер Айҙар Толомғужин фекеренсә, паркка олоһо ла, кесеһе лә ял итергә, күңел тыныслығы табырға килә. “Тулҡын” паркы иһә нәҡ ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп үҙгәртелгән дә инде. Эскәмйәләр уңайлы итеп эшләнгән һәм урынлаштырылған.
– “Тулҡын” паркы Әхмәтов, Ирәндек, Союз һәм Шмидт урамдары тирәһендә урынлашҡан, унда бик күркәм ике күл бар, – тине “БАДИ” архитектура-реставрация бюроһы етәксеһе Нелли Майорова. – Ҙур күл тирәһендә төҙөкләндереү йылдам барҙы. Майҙансыҡтар, шул иҫәптән балалар уйын майҙансығын төҙөү, амфитеатр булдырыу, юл һәм һуҡмаҡтар һалыу, электр бағаналарын урынлаштырыу һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ дәлил.
Нелли Рәшит ҡыҙы белдереүенсә, киләсәктә Бәләкәй күл тирәһенә йәм индереү буйынса уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырасаҡтар. Ғөмүмән, хәҙер был урын өфөләрҙең һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарының иң яратҡан ял урынына әйләнгән, күлдәргә ҡоштарҙың ҡайтыуы – ҙур ҡыуаныс.
Бында турниктар, спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар ҡуйылған, туҡталҡалар эшләнгән.
“Тулҡын” паркындағы Бәләкәй күлде төҙөкләндереү 2023 йылдың йәйендә тамамланырға тейеш.
Илдар АҠЪЮЛОВ