Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
5 Декабрь 2022, 13:30

Ансар Ғибәҙуллин Жуков миҙалын ҡасан алған?

Командование ҡуйған бурысты намыҫ менән атҡарыу тәбиғи күренеш тип иҫәпләй ул

Ансар Ғибәҙуллин Жуков миҙалын ҡасан алған?
Ансар Ғибәҙуллин Жуков миҙалын ҡасан алған?

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың яҡташы Ансар Ғибәҙуллин менән осрашыуға барыр алдынан үҙемдең армияла хеҙмәт иткән йылдар, әлбиттә, иң иҫтә ҡалғандары, кино таҫмаһылай бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Ҡайһы яҡтан ғына алып ҡараһаң да, әрме тормошо бөтөнләй икенсе донъя, уны өйҙәге йылы мөхит менән бер нисек тә сағыштырыу мөмкин түгел. Ситтә һәр кемдән ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, айбарлыҡ һымаҡ сифаттар талап ителә. Яҡшы физик әҙерлек менән килгәндәргә бар ҡаршылыҡтар ҙа сүп кеүек кенә тойола. Мәҫәлән, хәрби күнекмәлә граната ырғытҡас, окопҡа боҫор урынға аңшайып торғанда бер һалдатты кәүҙәһе менән лейтенанттың ҡаплауы әле лә иҫемдә. Юғиһә, ул ҡаты яраланыр, хатта шунда уҡ һәләк булыр ине. Ә ошо взвод командиры тап Өфө ҡалаһынан булды.

Ысынлап та, Башҡортостан егеттәренең бер ҡайҙа ла һынатмауын, һәр саҡ алдынғы булыуын барыһы ла белә, яҡташтарыбыҙҙың ошондай күркәм һыҙаттары һәр беребеҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята, һоҡландыра ла. Һәр үҫмерҙең ундай батырҙарға тиңләшергә тырышыуына тамсы ла шикләнмәйем.

Сығышы менән Салауат районының Яхъя ауылынан булған Ансар Ғибәҙуллин тураһында ине һүҙем. Алға китеп шуны еткерәйек, ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ансар Азат улына Рәсәйҙең иң юғары наградаларының береһен тапшырғандар.

– Тормошҡа һәр йәһәттән дә әҙерләгән уҡытыусыларымдың барыһынан да уңдым, – тип һөйләй Ансар Ғибәҙуллин. – Йәшәйештә ныҡышмаллыҡҡа һәм сәмселлеккә өйрәттеләр. Бигерәк тә мәктәптә физкультуранан уҡытҡан Наил Хизбуллинға айырыуса рәхмәт. Остазыбыҙ, үҙе күп тапҡыр турникта күнегеүҙәр яһап, ҡулға таянып, кәүҙәһен күтәреп, мылтыҡтан мәргән атып, өлгө күрһәтте. Шулай уҡ алыҫ араға уның менән бергә йүгергән саҡтар ҙа хәтерҙә. Ул беҙҙән ысын ил һаҡсылары әҙерләне, тиһәң дә ярай, улай ғына ла түгел, беҙҙә, егеттәр күңелендә, илһөйәрлек тойғоһо уятты. Һис һүҙһеҙ, белем усаҡтарында һәм ғаиләлә алған ошо күркәм тәрбиә, айырыуса, ныҡлы физик әҙерлек армияла ныҡ ярҙам итте.

Армия тигәндән, рядовой Ансар Ғибәҙуллин Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби часында хеҙмәт иткән, йәш яугирҙәр курсын үткән. Беҙгә билдәле булыуынса, нәҡ әрмелә саҡта уның лидерлыҡ сифаттары асылған да инде. Бүтәндәрҙе үҙенең тирәһенә әйҙәп йөрөүе – шуға асыҡ миҫал. Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн һалдаттың ата-әсәһе Рәхмәт хаты алып ҡыуанған. Егет аҙаҡтан армияла ҡалыу өсөн контракт төҙөгән. Яҡташыбыҙ Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Украинала барған махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткәне өсөн рядовой Ансар Ғибәҙуллин маршал Жуков миҙалына лайыҡ булған. Хәрби часть командиры юғары награданы тиҙ арала Башҡортостанға ебәргән. Дыуан, Салауат һәм Мәсетле райондары буйынса хәрби комиссар, подполковник Рәфис Фәтихов Ансар Ғибәҙуллиндың күкрәгенә ошо миҙалды таға. Егет ул турала артыҡ ҡуйыртырға ашыҡмай. Хәрби юлды һайлаған икән – командование ҡуйған бурысты намыҫ менән атҡарыу тәбиғи күренеш тип иҫәпләй ул.

Ансар Алгизә менән Азат Ғибәҙуллиндарҙың матур, татыу ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Уның Альберт исемле ағаһы ла бар. Яхъя ауылындағы урта мәктәптә туғыҙ йыл уҡыған, унан инде Дыуан күп профилле колледжын Малаяҙ филиалында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштергән.

– Улыбыҙ Ансар бәләкәйҙән отҡор, йылғыр һәм сос бала булып үҫте, – тип хәтирәләре менән бүлешә Усть-Ҡатау дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Алгизә ханым. – Тырышлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мәктәптә уҡығанда дәресен әҙерләмәйенсә бер ҡасан да уйнарға сыҡманы. Шул уҡ ваҡытта бер эшкә тотонһа, уны тамамламайынса туҡтауҙы белмәне. Хәйер, беҙ бер ҡасан да, “утын ташы”, “һыу индер” тип ҡабатлап торманыҡ, барыһын да үҙе белеп башҡарҙы. Бәләкәйҙән дуҫтары ныҡ күп булды, әле лә шулай.

Һүҙгә ғаилә башлығы ҡушыла. Екатеринбург ҡалаһында вахта ысулы менән эшләгән Азат Ғибәҙуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә егет кеше Ватанын һаҡламаһа, кем Тыуған иле һағына баҫыр!? Ансар үҙе теләп армияға барған, шулай уҡ контрактҡа ҡул ҡуйған. Атаһы улының был ҡыйыу аҙымдарын тулыһынса хуплаған, ватансылыҡ тойғоһо, үҙ фекере булыуына ғорурланған.

Шулай уҡ егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тибеҙ. Яхъя урта мәктәбен тамамлағас, үҫмер ата-әсәһенә һөнәр алырға хыялы барлығы тураһында хәбәр иткән. 

– Егеттәргә әйтер теләгем дә бар, армияға барыуҙан ҡурҡмаһындар ине, – ти хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Ансар Ғибәҙуллин. –  Ул бер мәл генә бит, һуңынан һағынырһығыҙ. Мәҫәлән, бына мин әрмегә хәтлем бөтөнләй ситкә сыҡманым тиерлек, шул Салауат районы тирәһендә генә уралдым. Ҡасан күҙ күреме етмәҫлек Ырымбур далаларын гиҙер инем әле?! Ундағы хозур тәбиғәт бер күреүҙә күңелемде әсир итте, шулай ҙа Башҡортостанға бер нимә лә етмәй.

Ансар менән һөйләшкәндә уның тауышында тимер сыңлауын тойҙоҡ, осҡондар сәсрәткән күҙҙәре менән осраштыҡ, армияла тәрбиәләнгән теүәллеккә тап булдыҡ, тәртип яратыуына инандыҡ. Кәүҙәһенең мыҡтылығын, беләктәрендә мускулдарының ташып тороуын күрҙек. Артыҡ бер һүҙ ҙә һөйләмәне, һорауҙарға ихлас һәм тулы яуап бирҙе әңгәмәсем.

Батырға ла ял кәрәк, тиҙәр. Ансар Ғибәҙуллинды әрме хеҙмәтенән һуң ялға ҡайтарғандар. Бөгөн яҡташыбыҙ эшкә урынлашыу уйы менән яна. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй, киләсәккә ҙур уй-пландар ҡорған. Был тормошта һәр кемдең үҙе генә белгән серҙәре бар. Ул бөтәһен дә бер юлы теҙеп әйтеп сыҡһа, донъяның бер ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине. Иң мөһиме, ул Тыуған иле алдында гражданлыҡ бурысын үтәгән. Донъяла иң мөһиме ошолор.

Дуҫтың дуҫлығы яуҙа беленә, тиҙәр. Ансар менән әңгәмәләшкәндә, уның дуҫлыҡ төшөнсәһенә айырыуса иғтибар биреүенә, уны ҡәҙер итеүенә төшөндөк. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта ул бер нисә шылтыратыу ҡабул итте. “Яуҙаш иптәштәрем шылтыратып хәлде белешә, яу яланында бер табаҡтан ашап, бер телем икмәкте бүлешкән дуҫтарҙан шылтыратыуҙы нисек ҡабул итмәйһең инде!?” – ти батыр.

Һәр һалдат өсөн демобилизация һүҙе алтындан да ҡәҙерлерәк тойола. Тыуған яҡтарға ҡайтырға ваҡыт етәрәк, офицерҙар беҙҙән армияла ҡалырға теләк бармы-юҡмы икәнде белеште. Әлбиттә, киләсәктә яҙмышын әрме хеҙмәте менән бәйләүселәр арабыҙҙа табылды. Белеүемсә, кемдер прапорщик булып хеҙмәтен дауам итә, икенселәр юғары хәрби училищеға уҡырға инеп, һалдаттан курсантҡа әйләнгән, лейтенант погонын таҡҡандар. Шуныһы, барыһы ла илебеҙҙең армия ҡеүәтен арттырған, сафтарҙы тулыландырыуға тос өлөш индергән. Һүрәтләмәлә геройым Ансар Ғибәҙуллин да армияла саҡта, контракт хеҙмәтендә, ғөмүмән, ил һағына баҫҡанда бүтәндәрҙең тыныс йоҡоһон һаҡлаған, дошмандарҙың илебеҙгә бәреп инеүенә һис тә юл ҡуймаған.

Фото: Алгизә Ғибәҙуллина.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: