Дебальцевоға яҡынлашҡан һайын хәрәкәт күбәйә бара. Бар ерҙә лә хәрбиҙәр. Йыраҡта ҡапыл ҡара төтөн күренде. Беҙ барыбыҙ ҙа тигәндәй һиҫкәнеп киттек. Ни тиһәң дә, һуғыштың беренсе һөрөмө бит. Ни яна икән? “Шаман” да ҡарап ҡуйҙы. Тыныс ҡына:
– Тағы ла "прилет"мы инде, улай тиһәң, тауышы булманы. Светлогорск яғында йыш була шартлауҙар. Халыҡ тип тормайҙар... Квадрокоптер ебәргәндәрҙер, төтөнө ҡуйы-ҡара, соляркаға оҡшаған, – тип ҡуйҙы.
Һөйләшеп килгәндә елкә түбәгә тейерлек һикертмәктәрҙе лә һиҙмәй киләбеҙ. Улай тиһәң, Вәдүт Валераға бер туҡтауһыҙ иҫкәрмә яһап тора: “Һағыраҡ бар”, “Мискәләр түгел, кешеләр – салонда, онотма”, “Һынған күсәр менән нисек ҡайтырбыҙ икә-ән”... Рулдә лә еңел түгел. Валера маңлайындағы тирен һөртә лә Рөстәм машинаһына эйәреүен дауам итә. Уныһы бәйҙән ысҡынған эт кеүек саба ғына. Бында яй ҙа йөрөргә ярамай шул. Ни тиклем шәберәк – шул тиклем хәүефһеҙерәк. Ун көнлөк сәфәребеҙҙә бер генә машинабыҙ ҙа боҙолманы, тәгәрмәстәр ҙә тишелмәне, күсәр ҙә һынманы. Водителдәребеҙ һынатманы: үҙҙәрен дә, “танк”тарын да ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, алға елеп, тәғәйен нөктәгә етеп, урап ҡайтыу маһирлығын күрһәтте.
Ике блокпосты үттек. Тәүгеһендә “Шаман”ға честь биреп кенә ҡалғайнылар, бындағы поста туҡтаттылар. Ентекләп паспорттарҙы ҡаранылар. Яҙыусылар, журналистар, тигәс, берәүһе, аҡ сәсле өлкән йәштәге абзый, көлөмһөрәп, “братья по перу” тип ҡуйҙы. Алдағы ҡуйы төтөн беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырҙы.
– Нимә яна ул?
Һонтор ғына бер хәрби теләр-теләмәҫ кенә:
– Нимә булһын, шашлыҡ бешерә башланылар, – тип кенә ҡуйҙы. Аңлауыбыҙса, “Вагнер” яугирҙәре, башҡаларҙан үтә ҡырыҫ булыуҙары һәм нисектер үҙҙәрен өҫтөн ҡуйғандары һиҙелеп тора. Поста шулай булырға кәрәктер ҙә, кем белә.
Беҙ барасаҡ М-ка ҡасабаһы алғы һыҙыҡтан 10 саҡрым ғына алыҫлыҡта.
Вәдүт ҡапыл ҡоҙаһын иҫкә төшөрҙө.
– Минең ҡоҙа һеҙҙең батальонда, алғы һыҙыҡта буғай ул, күреп булмаҫтыр инде.
– Кем ул?
– “Реша”, – “Шаман” рацияһын тоҡандырып “Реша”ның ҡайҙа булыуын асыҡларға ҡушты.
Алғы һыҙыҡҡа көндөҙ үтеп булмай, тип аптыратты “Шаман”. Күктә “укроп”тарҙың күҙәтеү объекттары көнө буйы әйләнә икән. Сит машинаны йә башҡаһын күреү менән шартлаталар. Беҙҙекеләр ҙә шулай уҡ инде. Шуға төнөн генә инәләр. Машиналарҙың фараһын һүндереп кенә. Таңғы ике-өстәрҙә. Мин әлегә быны күҙ алдына бик килтерә лә алмайым.
Бер биш минуттан “ҡоҙа”ны таптылар. Ул беҙ барасаҡ ауылдың ситендә икән, алғы һыҙыҡтан сыҡҡандар.
– Күрешәсәкһегеҙ, – тине “Шаман”. Беҙгә рәхәт булып китте.
– Ә мин миндек алып килмәнем, иҫәр, – тип көлә Вәдүт, үҙенең күҙҙәре янып китте.
– Ниңә миндек?
– Алып килерһең әле, үҙебеҙҙең миндекте еҫкәп бер сабынырға ине, тигәйне. – Ҡыуанғаны йөҙөнә сыҡты дуҫымдың, хатта машинаның нисек елгәненә лә иғтибар бирмәй башланы.
– Алғы һыҙыҡта былай ҙа сабындырғандарҙар, – тип ирония менән йылмая “Шаман”. Бер аҙ тынлыҡтан һуң өҫтәп ҡуя. – Ҡайтҡас барыһы ла...
Һелкенә-һелкенә килә һүҙҙе дауам итәбеҙ.
– Урындағы халыҡ нисек ҡабул итә һеҙҙе?
– Төрлөһө бар. Яратмағандары ла етерлек, шулай ҙа ихлас ҡабул иткәндәре күберәк. Улар һуғыштан арыған, тыныс тормош теләй. Кем теләмәй инде? Халыҡ быйыл йәй ныҡлап ҡайта башланы. Магазиндар, кешеләр күҙгә күренеп күбәйҙе. Ышанмаһалар ҡайтырҙар инеме? Хәҙер үҙегеҙ һорарһығыҙ.
Командирҙы һорауҙар менән ялҡытып та бөтәбеҙҙер. Ул ихлас беҙҙе тыңлай ҙа ентекләп яуап бирә. Сая егетебеҙ Фәнис Хөсәйенов тураһында иҫкә алам.
– Ул үлгән дошман һалдатының кейемен систереп кейеп ала ла дошман яғына сығып китә. Бер аҙна ҡурҡмай дошмандар менән окопта йәшәй. Унда төрлөһө бар, ҡара тәнлеләре лә, улар үҙҙәре лә бер-береһен аңламайҙар , кем менән һөйләшкәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр, тип һөйләгән ул дуҫтарына. Наемниктар бит инде. Ысынлап та шулаймы икән? – тип һорайым “Шаман”дан.
– БТР урлаған батыр егетме ни? Беҙҙең батальондан булмағас, уның үҙен күреп белмәнем, эйе, батырлыҡтары хаҡында ишеткәнем булды. Наемниктар бар, әлбиттә. Рациянан полякса һөйләшкәндәре йыш ишетелә. Егеттәр, окоптарынан уларҙың инглиз, поляк, ғәрәп телендә аралашҡаны ишетелеп тора, тиҙәр. Ҡара тәнлеләрҙе лә күргәндәре бар. НАТО-ға ҡаршы һуғыш бит, аңлашыла.
Рәсәйҙең рәсми баҫмалары мәғлүмәттәренә ҡараһаң, махсус операция башланғандан алып Украина хәрби көстәре яғында хәрби хәрәкәттә 84 (!) илдән 12 меңгә яҡын сит ил ялланыусы хәрбиҙәре йәғни наемниктары ҡатнашҡан, ҡатнаша. Шуларҙың яртыһы юҡ ителгән.
Дауамы. Башы: bashgazet.ru