Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
20 Ноябрь 2023, 12:00

Икмәк һынығы яугирҙең ҡайтыуын көтә

“Хәбиб” позывнойлы егет Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.  

Икмәк һынығы яугирҙең ҡайтыуын көтә
Икмәк һынығы яугирҙең ҡайтыуын көтә

Улдарын махсус-хәрби операцияға оҙатҡан әсәйҙәрҙең үҙҙәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Уларҙың сабырлығы, түҙемлеге, балаларын рухлы, илһөйәр итеп үҫтереүҙәре алдында баш эйерлек.

Бүздәк районына эш сәфәре менән юлланыуыбыҙҙың төп сәбәптәренең береһе ошондай ҙур йөрәкле, сабыр әсәйҙәрҙең береһе Рәмзиә Хәбибуллина менән осрашыу ине. Өйҙәренә килеп инеү менән ҡот, йылылыҡ, күңелгә рәхәтлек тойолдо.

Яҡын туғандарын күргәндәй ихлас йылмайып ҡаршы алды ул беҙҙе.

–Улым мин бешергән ҡамыр аштарын бигерәк тә ныҡ ярата. Хәлдәремде белешергә шылтыратҡанда ла ул көндө нимә бешереүемде һораша.  Шуға улым өйҙә булмағанда ла тәмле ризыҡ еҫтәре сығарып бешеренеп алам, - тип һөйләшеп китте мөләйем ханым.

Хәҙер инде бер йылдан ашыу “Хәбиб” махсус хәрби операцияла.  Күптән түгел ул Башҡортостан Башлығы ҡулынан  генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән, был да әсәй кеше өсөн ҙур ғорурлыҡ. Яҡындары өсөн генә түгел, иле өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя белгән, ҡыйыу, яуаплы ир-егет булып үҫеүе өйҙәге тәрбиәгә лә тығыҙ бәйле бит. Махсус хәрби операцияла булһа ла әсәһенең тыуған көнөнә, байрамдарға сәскә гөлләмәләрен хәстәрләй алыуы ла һоҡланыу ҙа, ихтирам да тойғоларын уята.  

“Хәбиб” позывнойлы егет бала саҡта ниндәй булған һуң? Ошо  һорауҙы биргәндә Рәмзиә Минулла ҡыҙының күҙҙәре тағы ла  нурланып китә.

Бәләкәйҙән итәғәтле, тәртипле бала булып үҫә ул. Олатаһының, өләсәһенең тәрбиәһен дә күргәнгә лә олоно - оло, кесене -кесе итә. Башҡаларға ярҙамсыллығын да ауылда белеп бөткәндәр. Ағас эшенә лә, техника ремонтлауға ла оҫта егеткә ауылдаштары ла йыш мөрәжәғәт итә. Кемдең компьютеры, телевизоры  йәки телефоны боҙолған – береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмай, йәһәт кенә төҙәтеп бирә. Шуға ла  махсус-хәрби операцияға юлланғас, ауыл халҡының “Их, ҡулһыҙ ҡалдыҡ бит” тип көйөүҙәре лә ғәжәп түгел.

Мәктәп йылдарында сәхнәнән дә төшмәй ул,алып барыусы булһынмы, спектаклдәрҙә ҡатнашһынмы – береһендә лә һынатмай.

Ләкин егет кешене техника үҙенә нығыраҡ тарта – мәктәптән һуң Өфөгә автотранспорт колледжына уҡырға инә. Ул арала армияға барырға ваҡыт етә. Хәрби хеҙмәткә китеү мәлен дә  көтөп ала ул. Ватан алдындағы бурысын ракета ғәскәрҙәрендә разведчик булып үтәй, армиянан сержант дәрәжәһендә ҡайтып төшә.

“Хәбиб” өсөн әсәһе яғынан ҡарт олатаһы ла айырыуса үрнәк була. Ул 25 йыл батша хеҙмәтендә йөрөгән. Уның көмөш ҡалағы быуындан -быуынға күсеп ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.

–Олатайым 1937 йылда 94 йәшендә мәрхүм булды. Батша хеҙмәтенән алып ҡайтҡан көмөш ҡалағын тәүҙә әсәйем һаҡланы, хәҙер ул беҙҙең өйҙә ҡәҙерле ҡомартҡы, - тип һөйләне Рәмзиә Хәбибуллина.

Олатайҙар йәш быуынға лайыҡлы өлгө. Махсус хәрби операцияға киткәндә лә “Хәбиб” ике уйламай, “Мин унда кәрәкмен” генә тип яуап бирә.

Тик көтөүҙәре лә еңел түгел. Улдарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсәйҙәр генә бының ни тиклем ауыр булыуын аңлай.

–Иртәләрем улымдың иҫәнлеген теләп уҡыған доғаларҙан башлана, кисен ятҡанда ла ошо уйҙарым баштан сыҡмай. Әсәйем дә дини кеше булды. Шуғалыр ҙа улым да доғалар белә. Хатта юлға сығыр алдынан, машинаға ултырғас, доғаһын уҡымай ҡуҙғалып китмәй торғайны. Өләсәһе өйрәткән доғалар уның күңеленә бала саҡтан һеңгән.

Улым һәр ваҡыт уйымда. Ҡайҙа барһам да телефоным үҙем менән. Баламдың тауышын ишетһәм дә, смс –хәбәр алһам да йөрәгем тыныслана. Улым менән  бер взводта хеҙмәт иткән  егеттәрҙең әсәйҙәре менән дә бәйләнештәбеҙ, хәбәрләшеп торабыҙ. Берәйһе ялға ҡайтһа, дуҫ егеттәренең әсәйҙәренең барып хәлдәрен белеү, улдарының сәләмдәрен еткереү матур йолаға әйләнгән. Ҡабат махсус хәрби операцияға юлланған саҡта ундағыларға күстәнәстәр биреп оҙатабыҙ. Улымдың ”Күстәнәстәр алһам, өй еҫе килеп китә, күңелгә рәхәт”тип  әйтеүенән унан бигерәк үҙем һөйөнәм, – ти Рәмзиә ханым.

“Хәбиб” ике тапҡыр ялда булып өлгөргән. Тыуған ауылға ҡайтыу, әсәйҙең тәмле ризыҡтарынан һығылып торған ғәзиз йортҡа инеү, яҡындарың менән күрешеүҙән дә татлыраҡ хис бармы икән?

“Хәбиб”тең өйгә ҡайтып инеүе менән  “Тыныс ҡына итеп һинең менән һөйләшеп сәй эскем килә” тиеүендә лә әсәһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте сағыла. Ләкин алыҫтан ҡайтҡан һалдатты күрмәй ҡалалармы һуң? Тиҙҙән дуҫтары, туғандары  күрешергә йыйыла. Яугирҙәрҙең ауылдарына ҡайтыуы тотош ауыл өсөн ҙур байрамға әүерелә. Барса халыҡтың клуб алдына йыйылып батырҙарын ҡаршы алыуҙары яугирҙәрҙе ҙурлау, данлау билдәһе. Киткән саҡта ла ҡаңны-төркәйҙәр һалдаттарын изге теләктәр теләп оҙатып ҡала.

Был йәһәттән Рәмзиә Минулла ҡыҙы ауыл хакимиәтенә, клуб хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Махсус хәрби операцияға юлланғанда флаг эленгән машиналарҙа егеттәрҙең ауыл урамдарын әйләнеп,  пипелдәтеп хушлашыуҙарын  күреү бәғерһеҙҙәрҙең дә йөрәген иретер, күңеленең иң нескә ҡылдарын тартыр.

Күптән түгел Туймазыла педагогия колледжын тамамлаған “Хәбиб” тең киләсәккә ниәттәре лә ҙур.  Юғары уҡыу йортона инергә тигән хыялдарын тормошҡа ашыраһы бар әле уның. Иң мөһиме илдәр генә тынысланһын. Күңелдәрендә йөрөткән хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн, уларҙы көткән ҡәҙерле кешеләренең өмөтөн аҡлау  хаҡына мотлаҡ ҡайтырға тейеш яугирҙәребеҙ.

Автор һәм шәхси архивтан фотолар.

Икмәк һынығы яугирҙең ҡайтыуын көтә
Икмәк һынығы яугирҙең ҡайтыуын көтә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: