Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Ноябрь , 09:00

Их, ошондай игелеклеләр арабыҙҙа күберәк йөрөһөн ине

Ғүмерендә араҡыны ауыҙына алып та ҡарамаған кеше ул.

Их, ошондай игелеклеләр арабыҙҙа күберәк йөрөһөн ине
Их, ошондай игелеклеләр арабыҙҙа күберәк йөрөһөн ине

Алдан һөйләшкәнсә, Түбәнге Ҡыйғы ауылы хакимиәтенең Ветерандар советы рәйесе Фларид Баймөхәмәтов иң оло йәштәге олатайға алып китте. Оҙатып йөрөүсебеҙ уның тураһында барыһын да әйтмәйәсәген, юғиһә ҡыҙыҡ булмауын, тик ағайҙың ғүмере буйы сәләмәт тормош алып барыуын ғына еткерҙе. Ысынлап та, барыһын да теҙеп сыҡһа, ул ҡотло йортҡа барып тороуҙың кәрәге лә ҡалмаҫ ине. Ғөмүмән, йөҙйәшәрҙәр менән осрашыуҙан бай тәьҫорттар һәм оло кинәнес менән ҡайтаһың.

...Ҡәҙимге йорт алдына килеп еттек, беренсе ҡарашҡа бүтән өйҙәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмай. Уның ҡарауы, бында тормоштоң гөрләп тороуы иғтибарҙы йәлеп итте. Һарыҡтарын ашатып йөрөгән Нәүфәл Зоновҡа һис кенә лә 95 йәш бирерлек түгел. Асыҡ ҡараш, йүгерек күҙҙәр, теремек кәүҙә, быларҙың барыһы ла уның үҙенең ысын йәшенә ҡарағанда күпкә йәш икәнлеген күрһәтә. Ошо күңелебеҙгә һис тә тынғылыҡ бирмәне.

– Изгелек донъяны ҡоҡарыр, тигәнде йәшәү девизы итеп алдым, бер кемгә лә насарлыҡ теләмәһәң, һинең өсөн барыһы ла уң килеп торасаҡ, – тине Нәүфәл Фәхретдин улы. – Яуыз аҙымдарҙан, уҫал уйҙарҙан һәр саҡ йыраҡ йөрөнөм, хәйер, кәрәкмәй ҙә улар. Бөтә ғәм алдында, хужаларға яҡшатланыу маҡсатында, кемдеңдер йөҙөн йыртырға маташыу, битенә бысраҡ һирпеү кеүек уйҙар башыма ла инеп сыҡманы. Киреһенсә, ауылдаштарым, бүтән кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булдым.

Фәһемле һүҙҙәрҙе тыңлағандан һуң, "их, ошондай игелеклеләр арабыҙҙа күберәк йөрөһөн ине" тигән теләк көсәйҙе күңелдә. Нәүфәл олатай, заманында ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән Калинин исемендәге колхозда тир түккән, алда телгә алыуыбыҙса, тәжрибәле водитель иҫәпләнгән. Ул үткән юлдарҙы иҫәпләй-яҙа башлаһаң, дәфтәр биттәре лә етмәҫ. Ғүмерендә араҡыны ауыҙына алып та ҡарамаған, тәмәке тартмаған, һүгенеү-әшәке һүҙҙәр һөйләү уға ят һыҙат.

Нәүфәл Зоновтан оҙон ғүмерле булыу сере тураһында ла төпсөштөк. Баҡтиһәң, ҡул ҡаушарып ултырыуҙы бер ҡасан да белмәгән, ә гел генә хәрәкәт итеүҙе хуплаған. Тыуған ауылы хужалығында эшләгәндә лә, өйөнә ҡайтып көндәлек мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып тороп, эргә-тирәләге ялан-ҡырҙар, йылға буйлап йөрөп килгән. Бөгөн дә ошо күркәм сифатына тоғро ҡалған. Иртәнге сәйҙән һуң, һарыҡ һәм кәзә кеүек ваҡ малдарын ашатып-һуғарғас, мотлаҡ тау-үҙәндәр яғына ашыға, шулай уҡ йоҡлар алдынан да саф һауа һуларға онотмай. Ысынында, бында уның ғәмһеҙ бала сағы, тиле йәшлеге үткән. Йәшлек тигәндән, ул үткән быуаттарҙа "киләсәге юҡ" тип бөтөрөлөүгә дусар ителгән Оборона ауылы һылыуҡайын кәләшлеккә һоратҡан. Нәүфәл Фәхретдин улы менән Мөнирә Ислам ҡыҙы 65 йыл бергә ғүмер кисергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатынының вафатынан ла бер нисә йыл уҙған.

Нәүфәл бабайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул колхозда алмаштырғыһыҙ һауынсы һаналған кәләше менән биш баланы үҫтергән, башлы-күҙле иткән. Ҡошсоҡтары тыуған өйҙә ҡанат нығытҡас, һәр береһе төрлө яҡҡа осоп киткән. Өлкән ҡыҙҙары Өфөлә оҙаҡ йылдар кондитер булып эшләгән. Азалия  – "Калинин" хужалығында бухгалтер эшен алып барған, бөгөн ғаиләһе менән Түбәнге Ҡыйғыла йәшәй. Фармацевт Зилә – Санкт-Петербург ҡалаһында, водитель Жәлил – Өфөлә, ә төпсөктәре шәфҡәт туташы Эльвира Шишмә районының Шишмә ауылында төпләнгән. Баларынан уңған, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер йомғағын һүтеүенә шатлығы сикһеҙ.

Әйткәндәй, аталарын яңғыҙ ҡалдырмау маҡсатында, баш бала Әлфиә ҡәҙерлеһе янына күсенеп ҡайтҡан. Ул яҡын кешеһенең тик ултыра белмәүенә борсолоуын да белдерҙе әле. Улай ғынамы, "ЛуАЗ" машинаһында йөрөүен дә хәбәр итеп аптыратты. Бар ғүмерен водитель һөнәренә бағышлағандарҙы аңларға була инде, ундайҙар тураһында "руль тотмаһалар, йоҡлай алмайҙар", тиҙәр. Нәүфәл Зоновтың Ленинград ҡалаһынан (хәҙер – Санкт-Петербург) бер нисә тапҡыр, шоферҙар теле менән әйткәндә, машина "ҡыуып алып ҡайтыуын" да өҫтәһәк, барыһы ла аңлашылыр. Тиҫтәгә яҡын шәхси еңел автомобиль иләгән.

– Матур таңдарҙы ғына ҡаршы алырға яҙһын, донъялар тынысланып китһен тип көн-төн теләйем, дошмандың сигенеүе – һуғыштың тамамланыуына ҙур өмөттәр уята, шулай ғына була күрһен, – тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: