Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2019, 23:11

47 ғаилә өйлө була!

Бөгөн “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә “Элтех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән объект тураһында һүҙ барҙы.

Бөгөн “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә “Элтех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән объект тураһында һүҙ барҙы. 29 апрелдә Октябрьский ҡалаһындағы өлөшсөләргә фатир асҡыстарын тапшырырға ҡарар ителде.
Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев әйтеүенсә, йорт 99 процентҡа әҙер. Төҙөүсе объектты 2017 йылда сафҡа индерергә ниәтләгән, тип тотҡарлыҡ килеп сыҡҡан. Әле Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһы экспертиза үткәрә. Бөтә ғәмәлдәр бер ай эсендә тамамланырға тейеш. Ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан йортта 47 ғаилә өй туйлаясаҡ.
– 29 апрелгә асҡыс тапшырыуҙы планлаштырығыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: