Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объекттар һалыуҙы тамамлау һәм өлөшсөләр менән эш итеү йәһәтенән күрелгән саралар тураһында һөйләне. Ул өлөшсөләрҙән хоҡуҡтарын тергеҙеүгә бәйле мөрәжәғәттәр һанының кәмеүен билдәләне. Был башҡарылған эштең һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләй. Объекттар төҙөүҙең финанс-иҡтисади схемаларын ғәмәлгә индереү дауам итә. Бер нисә кәңәшмә үткәрелгән, майҙансыҡтарға сәфәр ойошторолған.
Өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкиле Зөлфиә Ғайсина “Көмөш шишмә” торлаҡ комплексындағы 9-сы һәм 10-сы йорттар буйынса эштең торошо менән ҡыҙыҡһынды. Григорий Невоструев әйтеүенсә, әле уларҙа эске эштәр бара.
Кәңәшмәлә Стәрлетамаҡтағы хәл ентекле тикшерелде. Ҡала мэры Владимир Куликов күрелгән саралар тураһында һөйләне. Ул 2-се биҫтәләге 11-се һәм Көнбайыш торлаҡ районының 4 А һанлы биҫтәләге 5 а һанлы йортҡа ҡарата өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеү сараһы күрелеүен хәбәр итте. Төҙөүсе – “Берҙәм сауҙа-һатып алыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – суд ҡарары менән банкрот тип танылды. Әле төҙөүсене алмаштырып, йорттар һалыуҙы аҙағына еткереү буйынса “юл картаһы” эшләнә, потенциаль инвестор менән эш алып барыла.
“БашСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ғәмәлдәренән зыян күргән “Совет” торлаҡ комплексындағы ике йорттоң өлөшсөләренең хоҡуҡтары тергеҙелә. Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы”нан Айырым маҡсатлы социаль программалар фондына индерелгән 175 миллион һумлыҡ кварталлыҡ траншты ошо маҡсатҡа йүнәлтергә тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтендәге төҙөлөш блогына ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн аҡсаны ҡулланыуҙың юридик алымын тикшерергә ҡушты.
“Өфө-Квартал” компанияһы 2014 йылда һала башлаған 4 А һанлы биҫтәләге торлаҡ йорт әҙер тиергә лә мөмкин. Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов әйтеүенсә, әле йортто тикшереү бара. Уның нигеҙендә эш күләме һәм уны башҡарыу ваҡыты асыҡланасаҡ.
Радий Хәбиров яҡын арала муниципалитеттарҙағы хәлдең даими тикшереләсәге тураһында белдерҙе.
– Һәр “Төҙөлөш сәғәте”ндә хәлде тикшерәсәкбеҙ. Сиратта – Октябрьский, Ишембай, башҡа ҡала, райондар. Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙеләсәк, – тине ул.
Кәңәшмәлә “6-сы сәнәғәт-төҙөлөш комплексы” компаниялар төркөмө етәксеһе Андрей Носков Өфөләге Инорс һәм Черниковка биҫтәләрендә комплекслы төҙөлөштәр алып барыу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. Уның әйтеүенсә, Черниковка биләмәһенең ҙур өлөшөндә ике ҡатлы йорттар урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 87 мең квадрат метр тәшкил иткән иҫке торлаҡты һүткән осраҡта, 700 мең квадрат метрҙан ашыу яңы йорттар һалыу, социаль объекттар менән тәьмин итеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
– Унда авария хәлендә тип танылған йорттар юҡ, әммә уларҙың барыһы ла 1940–1950 йылдарҙа төҙөлгән, – тине Андрей Носков. – Бөгөн реновация буйынса закон ғәмәлгә индерелмәгән.
Инорсҡа иһә 800 урынлыҡ мәғариф үҙәге төҙөү һәм рекреация зонаһын төҙөкләндереү өсөн муниципаль-шәхси партнерлыҡ ойошторорға тәҡдим ителә. Радий Хәбиров ошо мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡушты. “Төҙөлөш сәғәте”ндә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының консультациялар поликлиникаһы корпусын төҙөү проектын тәҡдим итте. Әле консультатив ярҙам 1960 йылда төҙөлгән элекке дөйөм ятаҡ бинаһында күрһәтелә. Ауырыуҙарҙы 75 табип ҡабул итә. Көн һайын поликлиникаға 1200-гә яҡын кеше килә, был уның мөмкинлеге менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
– Бина иҫкергән, санитария-эпидемиология талаптарына яуап бирмәй, пациенттар өсөн лифт юҡ, – тине Максим Забелин. – Бер сменала 1500 ауырыуҙы ҡабул итерлек өр-яңы корпус төҙөргә кәрәк.
Әйткәндәй, бина проекты әҙер, тейешле яраштырыуҙарҙы үткән. Уның дөйөм хаҡы – 2,1 миллиард һум самаһы.
– Төҙөлөштө быйыл башлайбыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Бөтә республиканан халыҡ бында килә. Шуға ла бинаға ихтыяж ҙур. Әммә төҙөлөш осоронда пациенттар ағымын көйләү мөһим. Ошо мәсьәләне күҙ уңында тотоғоҙ.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күперен реконструкциялауҙы тикшерҙе. Объекттағы хәл менән төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында танышҡайны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика ремонтты финансларға әҙер. Ул муниципалитет етәкселегенә ошо эште башлау бурысын йөкмәтте.