Был көләс йөҙлө, тыныс, күркәм холоҡло ханымдың “Көйөргәҙе килене” булып китеүенә лә хәтһеҙ ваҡыт үтеп киткән. Ул – 36 йыл һауынсы булып эшләгән “Искра” ауыл хужалығы кооперативында күптән инде үҙ кеше.
Ә бит йәшлек хыялдары башҡаса ине. Ғафури районының Юрмаш ауылында тыуып үҫкән Минебикә Ишембай ҡалаһы училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Бөтә эште, әхирәтенең һүҙен йыҡмай, Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылына ҡунаҡҡа барыу ваҡиғаһы “боҙа”. Егеттәр ят ҡунаҡ ҡыҙҙы күҙләмәй буламы? Зөфәр тигәне айырыуса етеҙ, иғтибарлы булып сыға. Күп тә үтмәй, йәштәр бергәләп татыу тормош ҡора, Илмир исемле улдары, Нәзифә исемле ҡыҙҙары донъяға килә.
– Тәүҙәрәк һыйыр һауыу эшенән бер аҙ ҡурҡа инем. Ауыр физик эш. Резина итек йәйен дә, ҡышын да аяҡтан төшмәне, көн дә өшөп-туңып йөрөйһөң. Кеше ыңғайына эшләргә тырышып, һауырға ла өйрәндем, – тип йылмая Минебикә Аҡсарова. – Бер һауынсыға 25 баш һыйырҙы һауыу йөкмәтелгәйне.
Эшһөйәр ҡатын кешеләргә һәйбәт мөнәсәбәте, аралашыусан, алсаҡ йөҙлө булыуы менән коллективта хөрмәт ҡаҙана. Алдынғы һауынсы “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, район хакимиәтенең Почет грамоталарына лайыҡ була.
Минебикә Сәйфулла ҡыҙының һөнәре хәҙер башҡаса яңғырай – машина менән һауыу операторы. Ике йөҙҙән ашыу һауын һыйырын ни бары биш кеше хеҙмәтләндерә.
– Эшебеҙ еңел хәҙер, – ти ул. – Элек һыйырҙарҙы йыуып ыҙалай инек, хәҙер һәүкәштәребеҙ таҙа, үҙҙәре тыңлаусан. Һауын залына 16 һыйырҙы бер юлы индерәбеҙ ҙә өсәүләп автомат менән һауабыҙ. Уларҙы сығарып ебәргәс, йәнә яңыларын индерәбеҙ.
Малҡайҙар эш ритмына күнеккән инде, автоматтың көйләүенә лә иғтибар итмәй, үҙ сиратын көтөп тыныс ҡына көйшәп тора. Элек уларҙың һәр береһенә ҡушаматтары менән “Ромашка”, “Аҡбаш” тип өндәшһәк, хәҙер һәр береһенең шәхсән һаны бар.
Малды ашатыу-эсереү ҙә автоматлаштырылған. Эш шарттары яҡшы булғас, һауынсыларға ла, малсыларға ла ҡытлыҡ юҡ. Йәштәр ҙә эштән баш тартмай.
– Резина итек кейеүҙе күптән оноттоҡ, – ти алдынғы һауынсы. – Ябай хеҙмәт кешеләренә ҙур иғтибар тойҙоҡ. “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Рәмил Мостафинға, Көйөргәҙе районы хакимиәте белгестәренә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? Хәҙер ни, силос һалаһы юҡ, йыуаһы юҡ, һыйырҙарҙы бәйләп йонсойһо юҡ.
Үҙенең районын заманында дан-шөһрәткә күмгән яҡташтары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитовтың юлын дауам итеүселәр етерлек Көйөргәҙе ерендә. Район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, 2002 йылда Шәүәли Вахитов исемендәге премия булдырылғандан һуң машина менән һауыу операторҙары араһында киң ярыш йәйелдерелде. Былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса 17-се тапҡыр тапшырылған премияға “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы һауынсыһы Минебикә Аҡсарова лайыҡ булды.
– Хеҙмәтемде лайыҡлы баһалаған, кәрәк саҡта ярҙамға килгән, кәңәш иткән коллективыма, бригадир Ғәҙелхай һәм ферма мөдире Иҙрис Боҫҡановтарға рәхмәтемде белдергем килә, – ти Минебикә Сәйфулла ҡыҙы. – Былай ҙурлағас, артабан да эшләрмен тип торам.