Башҡортостан иҡтисадында урман сәнәғәте комплексының өлөшө – ни бары 1,5 процент. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республика Хөкүмәтенең 2018 йылғы эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһап, Радий Хәбиров ошондай күрһәткесте телгә алды.
– Үҫеш ҡеүәте бар. Урман хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтарына урманды һаҡлау, уны тулыландырыу йәһәтенән сара күреү фарыз. Ағасты рөхсәтһеҙ киҫеүгә контроль – мөһим мәсьәлә. Ҡарт ағастарҙы ҡырҡырға, шул уҡ ваҡытта урманды тергеҙеү менән әүҙем шөғөлләнергә, үҫентеләрҙе хәстәрләргә кәрәк. Был өлкәлә эшкәртеүгә иғтибар талап ителә. Беҙ “Кроношпан” менән ауыр юл үттек. Һөҙөмтәлә урмандарыбыҙ таҙара бара. Әммә “Кроношпан”дың беҙҙең, Башҡортостан урманында үҫкән ағасты эшкәртеүе мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Былтыр Башҡортостанда ағас әҙерләү техникаһы һатып алыуға сығымды субсидиялай башланылар.
– Бындай дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген иҫбат итте. Техника исемлеген ағас эшкәртеү ҡорамалдары менән киңәйтергә һәм был маҡсатҡа 150 миллион һум бүлергә ҡарар ителде, – тине төбәк етәксеһе.