Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2019, 15:48

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар көтөлә?

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышындағы сығышында билдәләүенсә, былтыр республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны яҡынса бер меңгә артып, 140 мең берәмектән ашыу тәшкил иткән.

– Бөгөн был өлкәлә 400 меңдән ашыу кеше мәшғүл. 27 мең эшҡыуарға ярҙам күрһәтеүгә 400 миллион һум йүнәлтелгән, йәғни 2017 йыл менән сағыштырғанда, икеләтә күберәк, – тине ул.
Республикала микрозаемдар буйынса процент ставкаһы Үҙәк банктың төп ставкаһы кимәленә еткерелгән. Төбәк лизинг компанияһы эшмәкәрлеге нигеҙендә 1,4 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда Эшҡыуарҙар йорто, “Минең бизнесым” үҙәктәре асыласаҡ.
Читайте нас: