Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель 2019, 18:03

“Инвестиция сәғәте” һөҙөмтә бирә

Бәләбәйҙә 600 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Йыл аҙағында ҡалала пенобыяла нигеҙендә тауыш изоляциялаусы завод төҙөй башлау планлаштырыла.

Бәләбәйҙә 600 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Йыл аҙағында ҡалала пенобыяла нигеҙендә тауыш изоляциялаусы завод төҙөй башлау планлаштырыла. Яңы проектты “Полипласт” компанияһы бөгөн ҡалала уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә күрһәткән.
– Проекттың яҡынса хаҡы 320 миллион һум. Төҙөлөш быйыл йыл аҙағында башланһа, уны 2021 йылда тамамлау күҙаллана, – тине Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил Ғүмәров.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар завод төҙөү өсөн ер участкаһы бүлеү, проектты финанслауҙа ҡатнашыу мәсьәләләрен ҡараны.
– Был компания менән беҙ быға тиклем башҡа проекттар буйынса хеҙмәттәшлек иткәйнек. Хәҙер улар беҙҙең ҡалала теркәлергә тейеш. Был һалым льготалары һәм Бәләбәйгә социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмә булараҡ ҡаралған башҡа льготалар алыу өсөн кәрәк, – тине Наил Ғүмәров.
Читайте нас: