Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель 2019, 16:21

Стәрлетамаҡта юлдар яҡшырасаҡ

Был ҡалала һәм уның тирә-яғында йәйге миҙгелдә 74 участка ремонтланасаҡ, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ошо маҡсатҡа 513 миллион һум бүленә.

Был ҡалала һәм уның тирә-яғында йәйге миҙгелдә 74 участка ремонтланасаҡ, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ошо маҡсатҡа 513 миллион һум бүленә. Был сара соҡор-саҡырҙы бөтөрөүҙе генә түгел, урындағы әһәмиәттәге яңы юлдар төҙөүҙе лә, светофорҙар ҡуйыуҙы ла күҙ уңында тота.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эсендә Ырымбур, Стәрлебаш, Өфө тракттарында, Гайдар, Сазонов, Кошевой, Вокзал урамдарында ремонт яһаласаҡ. Ҡалаға ингән һәм сыҡҡан юлдарҙа өс фото- һәм видеотеркәү камераһы, 77 билдә ҡуйылсаҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ – Раевка юлын йүнәтеү ҙа ҡаралған.