Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Апрель 2019, 10:57

Иртә менән баҫыуҙарға

Республика баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре йәнләнә бара, көндәрҙең аяҙ һәм йылы тороуын файҙаланып, күп кенә ауыл хужалығы йәмғиәттәре, фермер хужалыҡтары ерҙе тырматыуға төштө, бер рәттән ауыл эшсәндәре күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу эшен дә алып бара. Дәүләкән районы ауыл эшсәндәре лә бөгөн баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй.

Республика баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре йәнләнә бара, көндәрҙең аяҙ һәм йылы тороуын файҙаланып, күп кенә ауыл хужалығы йәмғиәттәре, фермер хужалыҡтары ерҙе тырматыуға төштө, бер рәттән ауыл эшсәндәре күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу эшен дә алып бара. Дәүләкән районы ауыл эшсәндәре лә бөгөн баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй.


Төбәктә алдынғыларҙан һаналған Ҡаҙырғол тәжрибә хужалығы иң тәүгеләрҙән булып баҫыуҙарҙы тырматыуға төштө.


“Ҡаҙырғол тәжрибә хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре был мөһим агротехник сараны ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуға бар көстө йүнәлткән. Ҡыш дауамында оҫтаханаларҙа техника торошо тикшерелеп, ремонт талап иткәнен йүнәтеп, минераль ашламалар хәстәрләп, баҫыу эштәренә етерлек күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алғандар. Сифатлы орлоҡҡа ла ҡытлыҡ юҡ, уны алдан таҙартып, тейешле кондицияға еткергәндәр.


— Ауыл халҡы оҙайлы ҡыштан һуң ең һыҙғанып эшкә егелде, һәр кеме үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара. Шөкөр, әлегә бер ниндәй тотҡарлыҡтар юҡ, тәбиғәт тә матур көндәре менән ҡыуандыра, — ти хужалыҡтың баш агрономы Дамир Мәүлийәров. — Беҙҙең алда 12 мең гектар майҙанда баҫыу эштәре алып барыу бурысы ҡуйылған, шуға ла эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Ялан батырҙары өс тапҡыр йылы аш менән һыйлана, эш урынына алып барыу-алып ҡайтыу ҙа ҡаралған.


Әйткәндәй, ужым культуралары, белгестәр билдәләүенсә, яҡшы ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап итмәй.

Тәжрибә хужалығы эшсәндәре тырматыу, туҡландырыу эштәрен оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға иҫәп тота. Аҙаҡ инде көндәр матур торһа, механизаторҙар алдында 1000 гектарҙа — бойҙай, 1300-ҙә — һоло, 360 гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө, 1590 гектарҙа көнбағыш сәсеү бурысы тора, бынан тыш, силос өсөн кукуруз, борсаҡ та үҫтерергә уйлайҙар. “Техника заманса, уны етәкселек йыл һайын яңыртып торғас, ватылып ултырмайбыҙ”, — ти механизаторҙар. Яғыулыҡ-майлау материалдары ла баҫыуға ваҡытында килтерелә, әлегә эш барышында бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡтар күҙәтелмәй, сөнки етәкселек тә, ябай ауыл эшсәндәре лә яҙғы баҫыу эштәренең ни тиклем мөһим булыуын аңлап эш итә.



Дәүләкән районы
Читайте нас: