Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2019, 20:31

Беҙгә бергә булырға кәрәк

Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә "Торатау" конгресс-холында "Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" үтте.

Башҡортостанда Татарстан көндәре сиктәрендә "Торатау" конгресс-холында "Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" үтте.


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сарала ҡатнашыусыларҙы аграр тармаҡтағы уңыштар, борсоған проблемалар менән таныштырҙы. Мәҫәлән, бөгөн үҙебеҙҙә сифатлы һөт етештерелһә лә, баҙарҙы ситтән килтерелгән эсемлектәр ҡыҫырыҡлай. Был үҙ сиратында ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә табышлы эшләргә аяҡ сала. Йәнә яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ йылдан-йыл артһа ла, аҡтың хаҡы һаман да түбән ҡала. Уңыштар ҙа юҡ түгел. Трейдинг алымы менән эшләү ер эшсәндәре өсөн файҙалы. Бер аҙ тотонолған техникаларҙы ремонтлап, яңы эш башлап торғандарға һатылһа, ныҡлап аяҡҡа баҫҡандар яңыларын ала.


Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Марат Әхмәтов үҙ сығышында алда торған бурыстарға туҡталды. Сарала шулай уҡ ғилми учреждениелар етәкселәре, ауыл хужалығы ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. Ике төбәк белгестәре тармаҡтағы хәлдәр хаҡында әңгәмәләште, киләсәккә пландар ҡорҙо, учреждениелар араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. "Беҙгә бергә булырға кәрәк, шул саҡта һөҙөмтәләр ҙә яҡшыраҡ булыр", – тине Марат Әхтәмов.
Читайте нас: