Ялта халыҡ-ара иҡтисад форумы Башҡортостандың үҫешендә йәнә бер аҙым булды, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
“Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек, инвестициялар йәлеп итеү стратегияһын ҡабул иткәндә үк шундай ҡарарға килдек: эске баҙарҙы үҫтереү йәһәтенән дә ныҡлы эш алып барырға кәрәк. Ошо маҡсатҡа ярашлы, барлыҡ етди иҡтисади форумдарҙа ҡатнашабыҙ”, – тине республика етәксеһе.
Билдәле булыуынса, быйыл февралдә үткән Рәсәй инвестиция форумында 40 миллиард һумға килешеүҙәр төҙөлдө. Санкт-Петербургта уҙасаҡ ошондай уҡ сараға тағы ла ҙурыраҡ суммаға документтар әҙерләнә. Ә Ялталағы форумда сәйәсәт мөһимерәк.
Был сарала Башҡортостандың майҙансығы иң яҡшыһы тип билдәләнде. Ул милли үҙенсәлектәргә ҫтөнлөк бирелеүе менән иғтибарҙы яуланы.