“Икенсел сеймалға алмашҡа үҫенте” акцияһында ҡатнашыу өсөн кәмендә 10 килограмм макулатура йыйып, эшкәртеүгә тапшырыу шарт.
“Тормош – ҡуласа” экологик хәрәкәте ағзалары үҫенте алыуға ғаризаларҙы барлап, питомниктарға үҫентегә заказ бирәсәк һәм тәғәйен урындарҙа уларҙы граждандарға, ойошмаларға таратасаҡ. Акция тураһында ентеклерәк мәғлүмәт хәрәкәттең https://vkrug.org/ сайтында бирелгән.
Әйткәндәй, “Икенсел сеймалға алмашҡа үҫенте” акцияһы тәүге тапҡыр 2017 йылдың яҙында Санкт-Петербургта үткәрелгән. Унда йәмғеһе 74 тонна макулатура һәм пластик тапшырылған. Шул осорҙан алып тиҫтәнән ашыу ҡалала 950 тоннанан ашыу макулатура һәм пластик йыйылған, 17 800-ҙән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.