Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2019, 11:59

Сере ниҙә? Ҡомалаҡта!

Ҡырмыҫҡалы икмәгенең тәмен дә, баһаһын да өфөләр яҡшы белә. Хәйер, бер өфөләр генә түгел, стәрлетамаҡтар ҙа, баш ҡала ҡунаҡтары ла ҡырмыҫҡалылар етештергән хуш еҫле, тәмле ризыҡты бик теләп һатып ала.

“Яңы бешкән икмәктәрҙә – төйәгемдең бөтмәҫ ҡото”.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.


Ҡырмыҫҡалы икмәгенең тәмен дә, баһаһын да өфөләр яҡшы белә. Хәйер, бер өфөләр генә түгел, стәрлетамаҡтар ҙа, баш ҡала ҡунаҡтары ла ҡырмыҫҡалылар етештергән хуш еҫле, тәмле ризыҡты бик теләп һатып ала.
Беҙҙә икмәкте ололау, ҡәҙерен белеү — борондан килгән изге йола, ул элек-электән йорттоң ырыҫы, ҡото һаналған. Әле супермаркет, магазин кәштәләре тәмле-томло аҙыҡ-түлектән һығылып торһа ла, икмәк — һәр ғаиләлә иң кәрәкле ризыҡ.


Район ҡулланыусылар йәмғиә­тенең төп эшмәкәрлеген икмәк бешереү алып тора. Ҡырмыҫҡалы комбинаты тәүлегенә 14 тонна икмәк-ҡалас, 800 килограмм кондитер ризыҡтары етештерә.
– Ихтыяж ҙур, Өфөлә – 380, Стәрлетамаҡта – 120, районыбыҙ­ҙа ла шунса күләмдә сауҙа нөктәһе бар. Аҙыҡ-түлек бик тиҙ һатылып бөтә, сөнки ул тәбиғи, ысын, сит-ят ҡушымтаһыҙ. Бары экологик яҡтан таҙа, юғары сортлы сеймалды файҙаланабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — һатып алыусы ҡәнәғәт булһын, ә сифатлы икмәктең тәмен тойған кеше артабан һис һүҙһеҙ беҙҙең продук­цияға өҫтөнлөк бирәсәк, — ти икмәк-ҡалас етештереү буйынса мөдир Земфира Әминева.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы, технолог һөнәрен алғас, ошо комбинатта тәүге хеҙмәт юлын башлаған. Хәҙер бына 32 йыл инде хуш еҫ аңҡыған, тәүлек әйләнәһенә геү килеп торған цехта эшләй. 250 килограмм һыймалы оло ҡаҙандарҙа ҡамыр ҡабара. Икмәк бешереү оҫталары Зөлфиә Хәмиҙуллина менән Әлфиә Шабаҡаева ҡамыр­ҙы ҡулдары менән өҙөп алып, йәһәт кенә үлсәй-үлсәй фор­маларға һала. Эргәләрендә ир-ат та күренә, оператор Сергей Яковлев ондо иләп, ҡаҙандарға килтереп һалып тора, мейес температураһында көйләй.
Ғөмүмән, икмәк бешереү цехы тәүлек әйләнәһенә алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Беренсе смена иртәнге сәғәт 7-нән киске 7-гә тиклем эш өҫтөндә, икенсеһе, кис килеп, таңға тиклем икмәк бешереүҙе дауам итә. Аҙаҡ — ике көнлөк ял. “Яңы ғына бешкән эҫе ҡаластарҙы мейестән алыу менән һатып алыр­ға килеүселәрҙән сират теҙелә”, – ти ҡатын-ҡыҙҙар. Экспедиторҙарға төнөн дә тынғы юҡ, икмәк, кондитер ризыҡтарын тәүлек әйләнә­һенә оҙатыуҙан бушамайҙар.
– Ошо ҡыҙҙарыбыҙҙың йыл­дамлығынан күп нәмә тора, – ти Земфира Шәмсетдин ҡыҙы. – Улар аҙыҡ-түлекте һата, отчет бирә, клиенттар менән даими аралаша. Табыш та уларҙың йылғыр­лығына, егәрлелегенә бәйле.
35 кешенән торған уңған коллектив – продукция төрлөлөгөн камиллаштырыу, халыҡтың төрлө ҡатламын ҡәнәғәтләндерә алыр­лыҡ тәмле икмәк бешереү буйынса республикала дан ҡаҙанған предприятие, тиһәк, бер кем дә ҡаршы төшмәҫ. Ҡырмыҫҡалы ризығының өҫтөнлөгө ниҙә тигән һорауға ла яуап бар: онотола төшкән икмәк бешереү рецептарын тергеҙеү өҫтөнә яңы ғәҙәти булмағандарын эҙләү, сифатлы сеймалды ғына файҙаланыу, ки­лешеү йөкләмә­ләрен һәм графикты үтәү һәм, әлбиттә, икмәк-ҡа­ласҡа хаҡтың ҡиммәт булмауы.
2014 йылда патент алыуға өлгәшкән икмәк комбинатының “Ҡомалаҡлы Ҡырмыҫҡалы икмәге” бренды ни өсөн һатып алыусылар араһында бик популяр? Сере ябай. Икмәк тәбиғи ҡомалаҡ менән әсетелә. Үҫемлекте предприятие, райпо хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре әҙер­ләй, Сыуашстандан да килтерә­ләр. Ошо үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән әрһеҙ ҡомалаҡ икмәккә айырыуса тәм, хуш еҫ бирә лә инде, өҫтәүенә оҙаҡ һаҡлана, тиҙ ҡатмай, ти оҫталар.
Уңыштан ҡанатланып, ҡырмыҫ­ҡалылар бер нисә йыл элек кондитер цехы асырға тәүәккәлләй, уны Италия ҡорамалдары менән йыһазландыра. Хәҙер улар 35 төр­лө перәник һәм печенье етештереп, яҡташтарын ҡыуандыра.

Икмәк комбинаты, республика һәм Рәсәй конкурстарында ла әүҙем ҡатнашып, төрлө награда­ларға лайыҡ булды. Районда республиканың 100 йыллығына арналған байрам күргәҙмәһендә уларҙың оҫталығы, фантазияһы, күңел йылыһы һалып эшләнгән төрлө скульптураларҙы, сәнғәт өлгөләрен күреп һоҡланыуы­быҙҙың сиге булманы. Нисек баҙнат итеп, бындай тәмле-татлыны йәлләмәй ашамаҡ кәрәк?
Читайте нас: