Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2019, 11:36

“Тарихлы халыҡ – ул бәхетле халыҡ”

Яҙ ҡояшының барлыҡ йомарт йылыһы, әйтерһең дә, Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт һарайы биләмәһенә күскән, бында ғәҙәти булмаған йәнлелек һиҙелә. Дәртле йыр-моң, сағыу сәхнә костюмдарындағы артистар, тамашаны ҡыҙыҡһынып күҙәткән бала-саға, сараға йыйылған ҡунаҡтар — барыһы ла байрамса кәйеф тыуҙыра. Ҡырмыҫҡалылар бөгөн ғәзиз республикабыҙҙың 100 йыллығын тантаналы билдәләй.

Яҙ ҡояшының барлыҡ йомарт йылыһы, әйтерһең дә, Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт һарайы биләмәһенә күскән, бында ғәҙәти булмаған йәнлелек һиҙелә. Дәртле йыр-моң, сағыу сәхнә костюмдарындағы артистар, тамашаны ҡыҙыҡһынып күҙәткән бала-саға, сараға йыйылған ҡунаҡтар — барыһы ла байрамса кәйеф тыуҙыра. Ҡырмыҫҡалылар бөгөн ғәзиз республикабыҙҙың 100 йыллығын тантаналы билдәләй.


Ваҡыт тығыҙ, бына-бына байрам башланырға тора, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылайһы бар, шулай ҙа район хакимиәте башлығы Әлфир САБИРОВ бер нисә һорауыбыҙға яуап бирергә форсат тапты.


— Әлфир Фәрхәт улы, һеҙҙең өсөн бөгөнгө байрам ниндәй хис-тойғо уята?

— Илдә беренсе булып автономиялы республика статусын алған төбәгебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Тарих өсөн бер быуат күҙ һирпеүендәй ара ғына тойолһа ла, ул беҙҙең өсөн аяҡҡа баҫыу, көсөр­гәнешле эҙләнеү һәм үҫеш, Рәсәйҙең терәк төбәгенә әүерелеү осоро булды. Ҡырмыҫҡалы хеҙмәтсәндәре лә бөтә республика халҡы менән иңгә-иң терәшеп, тарихи традицияларҙы дауам итте, Башҡортостандың иҡтисади, рухи тормошона яңы яҡты биттәр өҫтәне. Улар республикабыҙҙың үҙенсәлекле йылъяҙмаһына, һис шикһеҙ, лайыҡлы өлөш индерҙе тип әйтә алам.


– Ҡырмыҫҡалы районы – ха­лыҡ тығыҙлығы айырыуса юға­ры булған, утыҙҙан ашыу милләт­те һыйындырған һәм баш ҡала­быҙҙан ни бары илле саҡрым алыҫлыҡта ятҡан бай традициялы, тотороҡло үҫешкән төбәк. Ымһындырғыс, ҡыҙыҡтырғыс Өфөнөң ус төбөндәгеләй алыҫ­лыҡта ятыуына ҡарамаҫтан, һеҙ­ҙә халыҡ һаны һис кәмемәй, иң мө­һиме, үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәт­тәрен, йолаларын, дәрәжәһен, арҙаҡлы шәхестәре иҫтәлеген ҙур хөрмәт менән һаҡлай белеүҙәре һоҡландыра. Был үҙенсәлектең сере ниҙә?

– Райондаштарыбыҙҙың ғорурлығы булған академик, филология фәндәре докторы, профессор Ғайса Хөсәйенов­тың ҡанатлы һүҙҙәре менән яуаплағым килә: “Үткәндәрҙән һабаҡ алмай, хә­ҙер­генең ҡәҙерен, киләсәктең маҡса­тын белеп булмай”. Яҡташыбыҙҙың: “Тарихлы халыҡ – ул бәхетле халыҡ”, – тигән һүҙҙәрендә лә оло хаҡлыҡ ята түгелме?

Төбәгебеҙҙең бай уңдырышлы ерендә йәшәп, ауыл хужалығын күтә­рәбеҙ, балалар тәрбиәләйбеҙ һәм республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәй­ҙең иҫ киткес бай тарихында үҙенсәлек мәҙәниәтебеҙ, батырҙарыбыҙ, абруйлы шәхестәребеҙ иҫтәлеген мәңгеләш­тереүгә лайыҡлы өлөш индерергә теләйбеҙ.


– Ысынлап та, уңдырышлы тупрағығыҙҙа иген, сөгөлдөр генә күкрәп, күпереп үҫмәй, ә милләтте милләт иткән, оло эштәре менән тыуған төйәктәрен данға күмгән таланттар, халыҡ ғәме менән йәшәгән ир-азаматтар ҙа ошо мөғжизәле төбәктә тыуып, формалаша, юғарылыҡтарға өлгәшә бит...

– Тарих биттәренә күҙ һалһаң, ғәжәп: төйәгебеҙҙә ниндәй генә халыҡ, хеҙмәт, һуғыш батырҙары булмаған! Емельян Пугачевтың көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, дәүләт эшмәкәре Мирсәйет Солтанғәлиев, башҡорт халҡының йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт­сәлим Өмөтбаев, тәүге мордва әлиф­баһын төҙөүсе Авксентий Юртов... Алты Советтар Союзы Геройын биргән Ҡырмыҫҡалы ере. Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡаһарманлығы менән дан ҡаҙанған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, уның легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа халыҡтың һөйөүе, рәхмәте әле лә икһеҙ-сикһеҙ.


Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә берен­селәрҙән булып тотонған һәм ҙур уңышҡа өлгәшкән район үҙенең хеҙмәт батырын тыуҙырҙы — ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Банат Батырова лайыҡ булды. Аҙаҡ был хеҙмәт батырлығын сөгөлдөрсөләр Раил Камалов һәм Фәрит Садиҡов ҡабатланы. Ә арыштың “сулпан” сортын сығарған СССР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабир­йән Ҡунаҡбаевтың хеҙмәт емеше миллиондарса гектарҙа уңыш биреүен дауам итә.
Әҙәбиәтселәр, яҙыусылар, ғалим­дар “йондоҙлоғо” көндән-көн сағыуы­раҡ балҡый. Уҡытыусылар һәм тәр­биәселәребеҙ йәш быуындың күңе­ленә аҡ нур һуҙып, билдәле шәхес­тәребеҙ өлгөһөндә тәрбиә биреүгә көс һала. Әйткәндәй, “Башҡортос­тандың 100 йыллығына – 100 объект” республика программаһына ярашлы, Прибельский ауылында яңы мәктәп һалыныуы Белем көнөндә һәммәбеҙ өсөн дә ҙур бүләк буласаҡ. Ошо уҡ программа буйынса төҙөлгән Ҡабаҡ ауылындағы клуб былтыр көҙ файҙаланыуға тапшырылды.


– Шулай итеп, республика үҙе­нең икенсе быуатына ышаныслы аяҡ баҫа. Уның 100 йыллығын билдәләү беҙҙең өсөн күңелле байрам ғына түгеллеген, ә эш­ләнгән ғәмәлдәргә йомғаҡ, баһа булыуын яҡшы аңлайбыҙ.

– Эйе, беҙҙе оҙайлы өр-яңы бурыс­тар көтә. Шуларҙың иң мөһиме – ауылдарыбыҙҙы үҫтереү, төҙөклән­дереү. Халҡыбыҙҙың тормошон яҡ­шыртыу, ғүмер оҙайлығын арттырыу. Һәр кем үҙ төбәгендә үҙен бәхетле итеп тойһон өсөн ҡулыбыҙҙан килгән­дең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Читайте нас: