Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2019, 11:34

Бергәнең эше ырамлы

Шишмәлә ер эшсәндәренә хөрмәт ҙур.

Шишмәлә ер эшсәндәренә хөрмәт ҙур.
Ҡара бәрхәт кеүек баҫыуҙарҙы йәм-йәшел ужым сәсеүлектәре алмаштыра. Бер яланда дым ҡаплатһалар, икенсеһендә сәсеү эштәре ҡыҙа. Киң болондарҙы иңләгән тракторҙар йырынан тирә-яҡҡа йәм тарала, күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡлы хистәр уяна. Ана шундай хеҙмәт сәме, дәрт менән ҡыр эштәрен башлаған шишмәләр.
“Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫ­ҡа­лы филиалына ҡараған Шишмә бү­лексәһендә лә сәсеү ҡыҙа. Сәсеүлек­тәр 5747 гектар майҙанды биләй. Шу­ның 1376 гектарын – иген, 1263 гектарын – техник культуралар, 768 гектарын бер йыллыҡ үлән тәшкил итәсәк.
– Техника, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау ма­териалдары та етерлек, – ти бү­лексә етәксеһе Илгиз Рәдиф улы Ишмаев. – Күптән түгел генә “Амазоне” тигән яңы сәскес алдыҡ. Әле төн­дә ҡырау төшөүе, ерҙең еүеш булыуы бер аҙ тотҡарлай.
Ҡыр эштәрен тиҙ арала ойош­ҡан­лыҡ менән тамамлау өсөн бында бер­гәләп тотонғандар. Мөршиҙә Малькова, Әлиә Ғәзетдинова, Рим Ислам­ғолов орлоҡ ағыулауҙа уңғанлыҡ күр­һәтә. Сәсеү ике сменала ойошто­рол­ған. Анатолий Кабеков, Рәмил Тайыпов кеүек механизаторҙарҙы маҡтап телгә алды етәксе..
– Тракторсылар етешәме? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ Илгиз Рәдиф улынан.
– Электән тир түккән тәжрибәле ме­ханизаторҙарға таянабыҙ, сөнки бө­гөнгө техникаға кисә генә уҡыу йорто тамамлап килгән йәш белгесте ултыртыу мөмкин түгел. Әлбиттә, алмаш та кәрәк. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ер эше­нә атлығып торған йәштәр юҡ тиерлек. Ә инде теләге булғандарҙы өлкәндәргә беркетәбеҙ, улар тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Киләсәген ауыл хужалығы, техника менән бәйләргә ниәтләгән егеттәрҙе лә күреп ҡыуандыҡ. Мәҫәлән, Азат Хә­сәнов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡустығол ауылынан килеп, әле “МТЗ” - 82 тракторын йүнәтә.
Бәләкәйҙән механизатор булып эшләгән атаһына ярҙамлашып йөрө­гән егет техниканы яҡшы белә. Ра­йондағы училищела уҡып, белем ал­ған, комбайнсыға ла уҡырға теләге барлығын белдерҙе.
– Ауылда ла бына тигән итеп йә­шәргә мөмкин, ҡулыңда һөнәрең генә булһын, – ти алсаҡ егет.
Бүлексәнең алдынғы тракторсыһы Рәфис Байковты Сыуалкип баҫы­уында тап иттек. Ҡеүәтле “Джон дир” тракторында борсаҡ сәсеп йөрөй ине ул.
– Беҙҙең Рәфис йырҙа йырлан­ғанса, яҙын тракторҙа эшләһә, ашлыҡ йыйғанда комбайнға ултыра. Уңған, булдыҡлы егеттәребеҙҙең береһе, – тине уның хаҡында Илгиз Рәдиф улы.
Егеттән күпме хеҙмәт хаҡы алыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Эш күләменә ҡарап, – Рәфис ихлас йылмайҙы. – Сәсеү ваҡытында 30 – 35 мең һум самаһы сыға.
Бүлексәлә ситтән килгәндәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булған дөйөм ятаҡ бар. Унда һыуытҡыс, телевизор ҡуйылған.
...Эңер яҡынлашты. Берәүҙәр көн­дөҙгө сменанан ҡайтһа, икенселәре уларҙы алмаштыра. Яҙҙың һәр сәғәте ҡәҙерле – шуны файҙаланып ҡалырға тырыша уңғандар. Көнө буйы ҡояш аҫтында ҡара янған баҫыу хужаларын Фәйлә Богданова, Емеш Хәбибуллина тәмле аш-һыу әҙерләп көтөп тора. Егеттәр тамаҡ ялғап алғас, боҫрап торған мунсаға юлланды. Тир түгеп икмәк үҫтергән уңғандарҙы ҡәҙерләй ҙә, хөрмәт итә лә беләләр Шишмәлә.
Шишмә районы
Читайте нас: