Был аҡсаның 18,7 миллион һумы үҫемлекселек менән шөғөлләнеүселәргә бүленһә, 14,6 миллион һумы һатылған йәки үҙҙәренә эшкәртеү өсөн килтерелгән һәр 1 килограмм һыйыр йәки кәзә һөтө өсөн сығымдарҙы ҡаплау өсөн бирелгән. 20,4 миллион һум аҡса иһә ауыл хужалығы техникаһын һатып алынған сығымдарҙы ҡаплауға тәғәйенләнһә, 0,3 миллион һумы кредит договорҙары буйынса процент ставкаһын ҡаплауға йүнәлтелгән.