Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Апрель 2019, 10:54

Милли проекттарға – 170,6 миллиард һум

Уны нимәгә тотонорҙар?

Уны нимәгә тотонорҙар?


Рәсәйҙәр тормошоноң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тойһон өсөн дәүләт алты йылда 28 триллион һум аҡса бүлә. Дәүләт Советындағы сығышында ил Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, аныҡ һөҙөмтәләргә учреждениеларҙа түгел, ә кеше йәшәгән биләмәләрҙә – ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа өлгәшергә кәрәк. Халыҡтың был үҙгәрештәрҙе ҡағыҙҙа, отчеттарҙа түгел, ә ысынбарлыҡта күреүе шарт.


Эш йүнәлештәре бөтәһе 12. Улар – һау­лыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ, ҡала мө­­хите, экология, автомобиль юлдары, хеҙ­­мәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәт­тәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.


– Рәсәй Президентының милли проект­тары 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Был алға табан аҙым яһау, бөтә ил өсөн үҫеш мөмкинлеге, тип ныҡлы инанам. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны урлауға юл ҡуймая­саҡбыҙ. Һәр ҡала йәки район башлығы милли проекттарҙың асылын һәм йөкмәткеһен аныҡ аңларға тейеш. Бындай финанс бүлеү осраҡтары әлегә тиклем булманы. Халыҡ һанына ярашлы аласаҡ ошо аҡсаны беҙ дөрөҫ файҙаланырға тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.


Быйыл Башҡортостан милли проект­тарға 34,2 миллиард һум, ә алты йыл эсендә йәмғеһе 170,6 миллиард һум аласаҡ. Был аҡса нимәгә тотонолор? Беҙ уның төп файҙаланыу йүнәлештәрен билдәләнек.


1. Һаулыҡ һаҡлау: өр-яңы ФАП-тар һәм дауаханалар, яман шешкә, инфарктҡа ҡаршы көрәш


2019 йылда инфарктҡа һәм яман шешкә ҡаршы көрәшеүгә, яңы балалар поликлиникалары төҙөүгә – 4,9 миллиард һум, алты йылда медицинаға бөтәһе 16,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк.


Медицина онкология ойошмаларын ҡайтанан йыһазландырыуға 666 миллион һум тотонасаҡтар. 2020 йылға был өлкәгә сығым миллиард һумдан артып китәсәк. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусын төҙөп, сафҡа индерә­сәктәр. Район дауаханаларында онкология бүлектәре асыласаҡ. Мәҫәлән, Мәсәғүт район дауаханаһында милли проект нигеҙендә быйыл яман шештән яфаланған кешеләр өсөн 15 урын барлыҡҡа киләсәк. Дауаханала диагностика ла үткәреләсәк, дауалаясаҡтар ҙа. Ғәмәлдә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡына тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн 300 саҡрым юл үтеп, Өфөгә килеүҙең кәрәге ҡалмаясаҡ.


500 миллион һум – яңы дауалау учреж­дениелары төҙөүгә. 296 миллион һум балалар поликлиникаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға тотоноласаҡ. 260 миллион һум ауыл ФАП-тарына һәм күсмә медицина комплекстарына йүнәлтеләсәк.


Күпселек ауылдарҙың халҡына ябай медицина ғәмәлдәре үтеү өсөн район үҙәктәренә барырға тура килмәйәсәк. Мәҫәлән, Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылы кешеләре иҙәне серегән, түшәме емерелгән бинала түгел, ә уңайлы ауыл дауаханаһында һаулығын нығытасаҡ. Мәсетле районындағы Түбәнге Бобин фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марат Сәлмәевтең ауылдаштарын өр-яңы, уңайлы, заманса амбулаторияла ҡабул итеү хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашасаҡ. Бина быйыл төҙөлә башлай.


“Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә республика 62 миллион һум аҡса аласаҡ. Үҙ ҡаҙнаһынан ошо программаға өҫтәмә 50 миллион һум бүләсәк. Был 50 белгесте йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Йәнә 125 миллион һум киҫкен ихтыяж булған медицина кадрҙарын дәртләндереүгә тотонола.


Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡ­та­рына һәм медицина учреждениелары етәк­с­еләренә хәбәр итеүенсә, әлегә төбәк­тә табиптарға бәйле хәл киҫкен булып ҡа­ла, биш мең балаға бер педиатр тура килә.


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн республикала медицина өлкәһендә 1682 белгес етмәй. Шул уҡ ваҡытта ауылдарға 386 белгес кәрәк, ҡағиҙә булараҡ, терапевтар һәм педиатрҙар.


2. Мәғариф: яңы сифат һәм һәләтле балалар


Заманса мәктәптәрҙе сафҡа индереүгә, киләсәк уҡытыусыларына һәм һәр баланың уңышына республика алты йылда 17,3 миллиард һум аҡса аласаҡ, шуның 4,9 миллиард һумын – быйыл. 645 миллион һумды ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яңы мәктәптәр һалыуға, уларҙың матди базаһын яңыртыуға тотоноу күҙаллана.


Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе ике йылда 49 мәктәп төҙөләсәк, ремонтланасаҡ. Дыуан районында заманса ике мәктәп 2020 йылдың сентябренә ишектәрен асасаҡ. Республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров ошондай күрһәтмә бирҙе. Таҙтүбә һәм Озеро ауылдарындағы мәктәптәр авария хәлендә тип танылды. Уларҙа иҙән, түшәмдәр иҫкергән, ағас бүлемдәр серегән, дәрес үткәреү хәүефле.


2024 йылға мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү бурысы тора. Был мәсьәлә айырыуса Өфөлә киҫкен. Өфө районының “Миловка паркы” торлаҡ комплексында 1225 урынлыҡ дүрт ҡатлы яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөшкә аҡса республика бюджетынан бүленә.


Дим районының “Сағыу” биҫтәһендә мең урынлыҡ мәктәп һалына. Проекттың ха­ҡы – 780 миллион һум самаһы. Инорс биҫтәһендә иһә 1650 урынлыҡ мәктәбе булған дөйөм белем биреү үҙәге сафҡа инәсәк.


Адреслы республика инвестиция про­грам­маһына шулай уҡ Булгаков ауылында – 825 урынлыҡ, Жуков ауылында – 375, Чесноковкала – 640, Иглин ауылында 640 урынлыҡ мәктәп төҙөү проекты индерелде.


Тағы ла бер мөһим бурыс – бөтә илгә танылған Рәсәй “Сириус” белем биреү үҙә­генә оҡшаш һәләтле балаларҙы асыҡ­лау һәм уларға булышлыҡ итеү үҙәктәрен асыу. Өфөлә ике предуниверсарий барлыҡҡа килде. Береһе Республика художество гимназия-интернаты, икенсеһе иһә Республика инженерлыҡ лицей-интернаты нигеҙендә. Уларҙы уңышлы тамамлағандар Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары сафын тулыландырасаҡ.


Быйыл федераль бюджеттан Башҡорт­ос­танға тап ошондай белем биреү үҙәк­тәрен асыуға – 211,4 миллион һум, мәк­тәптәргә һанлы технологиялар индереүгә – 128,5 миллион һум, пенсия алды йә­шендәге кешеләргә өҫтәмә белем биреүгә, һөнәри уҡытыуға 103 миллион һум бүленә.


3. Демография: ғаиләгә, күпләп бала табыуға, әүҙем ҡартлыҡҡа мода


Быйыл балалары тыуған ғаиләләргә, өлкән быуынға финанс ярҙамы күрһәтеүгә 7,1 миллиард һум, 2024 йылға тиклем 34,4 миллиард һум тотоноласаҡ.


Республика ишле ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты биләй. Йәмғеһе бындай ғаиләләр беҙҙә – 50 меңдән ашыу. Уларҙа, дөйөм алғанда, 160 мең бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә төбәк ҡаҙнаһынан йыл һайын миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. 2019 йылда өсөнсө йәки артабанғы сабыйы тыуған осраҡта, уға өс йәш тулғанға тиклем пособие түләүгә федераль үҙәк бүлгән 752 миллион һум да яҡшы ярҙам буласаҡ. Беренсе бала тыуған осраҡта пособие түләүгә тағы ла 2,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк.


Балалар баҡсаларында 1,5 – 3 йәшлек сабыйҙар өсөн урындарға ҡытлыҡты бөтөрөү йәһәтенән Башҡортостанға 1,4 миллиард һум федераль субсидия бүленә. Был аҡсаға 1400 урынға иҫәпләнгән заманса ете балалар баҡсаһы төҙөргә мөмкин. Киләһе йыл йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә республика 175,5 миллион һум аҡса аласаҡ.


Милли проекттың иң төп бурыстарының береһе – 2024 йылға ғүмерҙе 78 йәшкә тиклем оҙайтыу. Шул уҡ ваҡытта оҙаҡ йәшәү сәләмәт һәм әүҙем булырға тейеш.


4. Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар: Өфөлә яңы күперҙәр, республика буйынса алты мең километр автомобиль юлын төҙөкләндереү, юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү


Быйыл республика яңы автомобиль юлдары һалыуға федераль ҡаҙнанан 5,2 миллиард һум (алты йылда – 33,5 миллиард) аласаҡ.
Һуңғы ваҡытта Рәсәй юлдары сифатына яҡшы баһа биреп булмай, шуға күрә киләһе алты йылда Башҡортостан алдын­да 600-гә яҡын ауылға илткән алты мең саҡрымлыҡ юлды төҙөкләндереү бурысы тора. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына республика быйыл федераль бюджеттан 5,2 миллиард һум (алты йылда – 33,5 миллиард) аҡса аласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан иһә юл һалыуға һәм ремонтлауға 17 миллиард һум бүленә.


Аҡса булыр ҙа, ә беҙ, республика халҡы, ниндәй файҙа алырбыҙ ҙа ниндәй юлдан йөрөрбөҙ? Төбәктәге Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Өфө агломерацияһында капиталь ремонттан һәм реконструкциянан һуң – 275 километр, Стәрлетамаҡ агломерацияһында 226 километр юлды сафҡа индереү күҙаллана.


Киләһе йылдың беренсе кварталында, ниһайәт, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһы аша өр-яңы күпер һалына башлаясаҡ. Эштең дөйөм хаҡы 3,5 милли­ард һум тәшкил итәсәк, күпер 2021 йылға әҙер булырға тейеш. Федераль юл агент­лығынан яңы күпер төҙөлөшөнә 2,5 миллиард һум бүленә. Башҡортостан Баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Халыҡ-ара транспорт форумы барышында “Росавтодор” етәксе­һе Андрей Костюк менән осрашыуында ошо туралағы килешеүгә өлгәшелгәйне.


Республика шулай уҡ Р-240 “Өфө – Ырымбур” автомобиль юлын үҙгәртеп ҡороу, Стәрлетамаҡты урап үтеү юлында уны дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү йәһәтенән ҙур проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй.


Был саралар шулай уҡ юл фажиғәлә­рендә үлем осраҡтарын 2,17 йыл менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш.


5. Экология: законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм таҙа һыу


Быйыл был эшкә – ете миллиард һәм алты йылда 41,9 миллиард һум тотоноу ҡаралған. 2024 йылда Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәрҙең барыһы ла бөтөрөлөп, сүп-сар эшкәртә торған заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Проектты дөйөм финанслау дүрт триллион һум тәшкил итәсәк, шуларҙың 3,2 триллион һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.


Йыл һайын Рәсәйҙә 70 миллион тоннаға яҡын сүп-сар туплана. Белгестәрҙең иҫәп-хисабына ҡарағанда, ғәмәлдәге ҡыйлыҡтар иң күбе алты йылға етәсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә буш урын ҡалмаған тиерлек. Был проблеманы хәл итеү өсөн етди реформа үткәрергә, илебеҙ халҡын сүп-сарҙы айырып йыйыуға йәлеп итергә кәрәк.


Төбәктәге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, йыл һайын республикала ике миллион тонна самаһы ҡалдыҡ барлыҡҡа килә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Сүплек­тәрҙең интерактив картаһы” тигән селтәр ресурсында Башҡортостан халҡы проб­лемалы 582 объектты күрһәткәйне, шу­ларҙың ни бары 180-е генә тәртипкә килтерелде. Экология проекты сайтында билдәләнгән законһыҙ сүплектәрҙе ябыу һөҙөмтәлелеге буйынса республика төбәктәр рейтингында 74-се баҫҡысты биләй.


“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандағы халыҡтың һигеҙ проценты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һыу эсә. Күп кенә ҡала, райондарҙа тәбиғәт факторҙары йылға һәм ер аҫты сығанаҡтары сифатына кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, Өфөлә эсәр һыу бик татырлы.


Икенсе сәбәп техноген характерҙа – химия һәм нефть эшкәртеү, тау сәнәғәте предприятиелары эшенең эҙемтәһе. Нефть сығарыу ҙа ер аҫты һыу сығанаҡ­тарына кире йоғонто яһай. Төбәктә 37 мең скважина бырауланған, бер тонна нефть сығарыу өсөн скважинаға биш тоннаға яҡын һыу һурҙыртыла, уның менән бергә ер аҫты һыуҙарына хәүефле матдәләр эләгә. Киләһе өс йылда Башҡортостан һыу сифатын яҡшыртыуға, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөкләндереүгә һәм яңыртыуға 1,1 миллиард һум аҡса аласаҡ.
Читайте нас: