Быйыл Ишембай районында хаҡы 1,2 миллиард һум булған киң күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлау планлаштырылған. Уның уңышлы үтәлеше районға 50 өҫтәмә эш урыны бирәсәк.
– Был проектты ғәмәлгә ашырыу 2019–2025 йылдарға иҫәпләнгән, һәм уны башҡарыуҙы “Экология 21” ғилми-етештереү предприятиеһы үҙ өҫтөнә алды, – тине Ишембай район хакимиәтенең Иҡтисади үҫеш, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ һәм хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса идаралығы етәксеһе Юрий Дегтярев “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе барышында. – Инвестор беҙҙең районда сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртә башларға тәҡдим итә, шул иҫәптән нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереүҙе, нефть бысратҡан тупраҡты таҙартыуҙы, ошо биләмәләрҙе рекультивациялауҙы ла күҙ уңында тота.
Ишембай районында ҡасандыр нефть эшкәртеү заводы булған. Ул үҙ эшен 1941 йылда уҡ башлаған, ә продукцияһы фронтҡа оҙатылып торған. Ул замандарҙа экологик хәүефһеҙлек сараларын артыҡ күҙәтмәгәндәр, бөгөнгөләй ҡаты талаптар ҙа ҡуйылмаған, шуға күрә районда нефть шламы бысратҡан урындар байтаҡ. Заманса технологиялар был проблеманы хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.
Проект ике етештереү майҙансығын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Икенсе майҙансыҡты Ишембай районында асыласаҡ айырым иҡтисади зона биләмәһендә урынлаштырырға уйлайҙар. “Был әле инвестор менән тәүге осрашыу ғына. Беҙҙе уның ниндәй саралар күрәсәге, уларҙы нисек тормошҡа ашырасағы ҡыҙыҡһындырҙы, инвестор беҙгә ошо йәһәттән тулы мәғлүмәт бирҙе”, – ти Юрий Дегтярев. Осрашыу һөҙөмтәһендә “Экология 21” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте менән инвестиция килешеүе төҙөлгән.
Ишембай районына ҡағылышлы һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған икенсе проект йыһаз етештереүҙе арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Урындағы эшҡыуар муниципалитетҡа үҙенең етештереү ҡеүәттәрен киңәйтеү өсөн ҡала сиктәрендә ер майҙаны бүлеп биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был шәхси эшҡыуар “Юрматы” йомшаҡ йыһазын етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә икән. Уның етештереү цехы, келәттәре, тауарҙы һатыу өсөн сауҙа майҙансығы бар. Эшҡыуар әйтеүенсә, бизнесты киңәйтеү, төрләндереү һәм сауҙа әйләнешен ҙурайтыу талап ителә. Проектты биш йыл эсендә тормошҡа ашырыу ҡарала, инвестиция күләме 20 миллион һум тәшкил итергә тейеш, шулай уҡ 30-45 яңы эш урынын булдырыу күҙ уңында тотола.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был проектты тикшергәндән һуң йүнселгә ер майҙанын һайлап алыуҙа, артабан уны етештереүҙе киңәйтеү өсөн бирергә ҡарар ителгән.