Иҡтисад
30 Апреля 2019, 07:27

Ер ҡәҙерен белә тәүәкәндәр

Һәр кем – үҙ эшенең оҫтаһы.

Һәр кем – үҙ эшенең оҫтаһы.


Малсылыҡ, үҫемлекселек, ҡошсолоҡ... Ауыл хужалығының барлыҡ тармағында заман технологияларын уңышлы ҡулланып берҙәй эш алып барған “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә ҡыҙыу мәл. Бында барлыҡ көс яҙғы баҫыу эштәренә йүнәлтелгән.


Ер – байлыҡ сығанағы. Хәйер, йәй­рәп ятҡан баҫыуҙар эшкәртелеп, көҙөн мул уңыш алып, халҡын туйҙыр­ғанда ғына уны тап ошолай тип атарға мөмкин. Ҡара тупраҡҡа хөрмәт ме­нән ҡараһаң, ҡәҙер итһәң, ул да үҙе­нең ихласлығын йәлләмәй. Тап шундай уй-ниәттәр менән эш иткән тәүә­кәндәр ер ҡәҙерен белә. Йәмғиәттең етәк­сеһе Урал Ибраһимов әйтеүенсә, бығаса яҡын-тирәләге ерҙәрҙе ҡуртымға алып эшкәртһәләр, хәҙер бөтөнләй үҙ­ҙә­ренә алғандар. Бөгөн ойошманың бөтәһе 20 мең майҙан гектарҙан ашыу ере бар. Шуның 17 меңен сәсеүлектәр биләй.

Хужалыҡта 2500 баш һыйыр, 380 баш йылҡы малы аҫрала. Бынан тыш, ҡош-ҡорт, умартасылыҡ менән дә шө­ғөл­ләнәләр. Барыһын да аҫрар өсөн аш­лыҡ та, мал аҙығы ла мул талап ителә. Тап шуға ла яҙғы баҫыу эштә­ренә етди әҙерләнгәндәр бында.
– Яғыулыҡ-майлау материалдарын артығы менән тупланыҡ. 180 тонна уры­нына 220 тонна алып ҡуйҙыҡ. Минераль ашламалар етерлек. Орлоҡтоң 60 проценты элиталы, – ти Урал Дамир улы.
Бойҙай, ҡарабойҙай, һоло, борсаҡ... Һәр төрлө культураның барыһын да файҙаланырға тырышалар бында. Хужалыҡта быйыл да 100 гектар майҙанда бәрәңге сәсергә ниәтләйҙәр.
– Бәрәңгенең табышы бармы? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ директорҙан.
– Әлбиттә, бар! Хатта Мәскәүҙән, Туланан, Ырымбурҙан беҙҙең бәрәң­гене юллап киләләр, Өфөнән “Пышка” компанияһы – даими партнерыбыҙ. Дөрөҫ, былтыр бәрәңге күп ерҙә уңғас, ул тиклем булманы. Шулай ҙа борсолаһы түгел. Беҙҙә заманса ҙур йәшелсә һаҡлағыс йыһазландырылған. Һыу һибеү өсөн быуа бар. Бөтә нәмә махсуслашҡан, техника етәрлек.
Көнбағыш культураһы 200 гектар майҙанды тәшкил итәсәк. Башлыса үҙебеҙҙең сортҡа өҫтөнлөк бирәләр. Майы әҙерәк сыҡһа ла, сифаты юғары икән. Уны йәнә һалҡын килеш һыҡҡас, аҙыҡ тәбиғилеген юғалтмай, халыҡ араһында ихтыяж ҙур.
Йәмғиәт заман талаптары менән йәнәш атлай. Бөгөн уның табышлы эш­ләүенең, республикала ғына түгел, Рә­сәйҙә лә билдәле хужалыҡтарҙың береһе булыуының сере шунда. Бында юғары табыш бирә торған культу­ра­ларға өҫтөнлөк бирәләр. Мәҫәлән, быйыл 104 гектарҙы – гәрсис, 255 гектарҙы ҡышҡы шипкән биләй. Етен былтыр 100 гектарҙы сәселһә, быйыл уны 300 гектарға еткерергә ниәт тоталар.
– Етендең бер өлөшөн хужалыҡ­тар­ға һатһаҡ, ҡалғанын үҙебеҙгә ор­лоҡ­­ҡа алып ҡалдыҡ, – ти Урал Дамир улы.

Ҡыҙыу мәлдә хужалыҡта һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Эш хаҡын ваҡытында алып торғас, кәйефтәре күтәренке. Ғәйфулла Вәлитов “КамАЗ”-ында ашлама ташыһа, Юрий Водолазов менән Марс Сәйетҡолов орлоҡ ағыулай. Ә Ринат Ғәҙеләев, Йомабай Хайсаров, Рәсүл Шәһәров, Руслан Фазлаев, Филүз Аҫылбаевтар сәсеү эше менән мәшғүл. Рөстәм Фәтхуллинды Бикес ауылы эргәһендәге баҫыуҙа күптән түгел генә һатып алынған “Томан-2” тракторында тритикале баҫыуын туҡландырып йөрөгәндә тап иттек. Уңған егетте фотоға төшөрөп алыу өсөн туҡтатабыҙ.
– Шул тиклем ҡулайлы техника, кондиционеры бар, яғыулыҡты аҙ сарыф итә. Бындай тракторҙа эшләүе лә күңелле, эш ырамлы, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.
Ә Александр Мишинишин үҙенең ҡеүәтле “Урал” машинаһында уны ашлама менән тәьмин итә. Ул күршеләге Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан килеп эшләй икән.
– Әҙәм балаһына эш кәрәк, ғаиләһен ҡарау мөһим. Беҙҙә бер нәмә лә ҡалманы. Бында минең менән тағы бер нисә егет килде. Бөтә уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡ бар, ашау-эсеү һәйбәт, – ти ул.
Бер аҙҙан егеттәр тракторҙарын йәнә ҡабыҙып, эшкә тотондо. Йәйрәп ятҡан баҫыуға күңелгә танһыҡ тауыш таралды. Ер ҡәҙерен белгән уңған­дарҙың көҙөн мул уңыш алып ҡыуа­нырына шик юҡ.


Күгәрсен районы
Читайте нас