Ауыл эшсәнен һыуыҡ та ҡурҡытмай.
Беҙ барғанда, ҡеүәтле сит ил техникаһы ҡолас йәйеп баҫыуҙы иңләй ине. “Class Xerion” тракторына тәжрибәле механизатор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Илфир Хәмиҙуллин идара итә, “Барго” сәскесе артында Риф Насретдинов арпа орлоҡтарын ергә һибә. Бөгөн Дүртөйлө районындағы “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы” йәмғиәте баҫыуҙарында шундай заманса яңы техника эшләй.
– Дым ҡаплатыуҙы тамамланыҡ, ике аҙна самаһы элек сәсеүгә төштөк. Яҙғы һыу аҡманы, ергә һеңде, тупраҡтың дымлылығы көҙҙән аҙ булды. Орлоҡто иртә сәсһәң дә, өшөмәй ул, шуға ла көндәрҙең һалҡынлығынан ҡурҡмайбыҙ. Баҫыуға ни тиклем иртә төшһәң, шунса отошло. Хужалыҡтың сәсеү майҙаны ҙур, шуға ла ваҡытында өлгөрөргә кәрәк. Яғыулыҡ-майлау материалдары сәсеүгә лә, мал аҙығы әҙерләүгә лә етә, техника әҙер. Әле иген культураларын сәсә башланыҡ. Эшселәрҙе көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ. Баҫыу эштәрен ярты ай эсендә тамамларға ине. Ямғыр кәрәк, күберәк яуһын, тип теләйбеҙ. Ел көслө, ерҙе тиҙ киптерә, шуға ла эште тиҙләттек, – ти хужалыҡ агрономы Ришат Гәрәев.
Әле хужалыҡ баҫыуҙарында алты сәсеү агрегаты, биш берәмек техника культивациялауға йәлеп ителгән. Тәүлегенә 450-500 гектар майҙанға орлоҡ һалына. Баҫыуҙа тупраҡ эшкәртеүҙең өс төрлө алымын ҡулланалар. Мәҫәлән, классик ысулда һөрөлгән майҙанда 270 гектар рапс, 210 гектар көнбағыш, 500 гектар борсаҡ, 654 гектар кукуруз ултыртасаҡтар. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы эшкәртелгән баҫыуға – яҙғы, ә “нуль” технологиялы яландарға иген культураларын сәсеү ҡаралған.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Рафаил улы Дәүләтбаев етәкселек иткән “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы районда ғына түгел, республика кимәлендә лә ҙур хужалыҡтар иҫәбендә. Шул уҡ ваҡытта улар бер урында тапанмай, үҫешкә ынтыла – һөрөнтө ерҙәрҙе киңәйтеү, малды үрсетеү өҫтөндә эшләй.
Әле хужалыҡтың бөтәһе биш мең гектар һөрөнтө ере һәм 1070 гектар сабынлығы бар.