Яратҡан гәзитем “Башҡортостан”да Рәшит Кәлимуллиндың “Урлатабыҙ ниңә Урал ташын?” (2019 йыл, 30 ғинуар) һәм Рәмилә Мусинаның “Ташҡа һунар туҡтамай” (2019 йыл, 15 март) тигән мәҡәләләрен уҡығас, күптән күңелде өйкәгән мәсьәләләргә үҙемдең ҡарашты белдергем килде. Бының өсөн әле килеп тыуған хәлдәрҙе үҙгәртеү теләге менән бәғзе шәхестәрҙең фекерен иҫкә төшөрөү кәрәктер. Ябай гәзит уҡыусы булараҡ, шул уйҙар менән ҡулға ҡәләм алдым.
Һис сер түгел, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙың (геологтар тырышлығы менән асылған һәм әлегә асылмаған), заманындағы хужалар арҡаһында осһоҙға һатылып, әрәм-шәрәм булыуы әллә нисәмә тиҫтә йылдар дауам итә. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында, “Башкиргеология” берекмәһендә баш геолог булып Басир Мәһәҙиев эшләгән осорҙа, юғары вазифалы, тәжрибәле белгестәр был хәлде үҙгәртеү юлдарын күрһәтеп, ҡабат-ҡабат күтәреп сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостаныбыҙ быуаттар буйына тик сеймал өлкәһе генә булып ҡала килә. Был турала “Таланған ерем” (“Ватандаш”, 1997 йыл, 2-се һан), “Нищета при сокровищах “Парадокс?” (“Известия Башкортостана”, 22 мая 1992 г.) һәм башҡа мәҡәләләрҙә яҙылды.
Тарихында бер генә лә грамм алтын сығармаған Израиль дәүләте ниндәй тормошта йәшәй ҙә беҙҙең Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондары быуаттар буйы тонна-тонна алтын сығарып та, карьерҙары, ерҙәре ниндәй хәлдә. (Фәриҙә Ситдиҡованың “Алтыны бөткәс, үҙе лә бөттө” мәҡәләһе, “Башҡортостан”, 2019 йыл, 1 февраль).
Эрмитажда урын алған Башҡортостан йәшмәһенән эшләнгән ваза һәм башҡа шундай ҡиммәтле әйберҙәрҙе етештереү, артабан республика бренды кимәленә күтәреү үҙебеҙҙән дә тора. Әйтер һүҙем шунан ғибәрәт: Башҡортостаныбыҙҙа юғары технологиялы, ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү заводы төҙөү тураһында уйланырға ваҡыт еткәндер. “Юбилейное”, “Подольск” ятҡылыҡтарының байлығы Сибай ятҡылығынан бер нисә тапҡырға күберәк, тип геологтар күптән иҫбатланы.