Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Май 2019, 01:05

Беҙгә – 245 миллион һум

Рәсәй Хөкүмәте бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәктәргә биш миллиард һум самаһы аҡса бүлә.

Фото: s.go68.ru
Фото: s.go68.ru
Рәсәй Хөкүмәте бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәктәргә биш миллиард һум самаһы аҡса бүлә.


Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған тейешле ҡарар Хөкүмәт сайтында баҫылып сыҡты.


Документта раҫланыуынса, 4,98 миллиард һум Бөтә Рәсәй конкурсы үткәреү нигеҙендә Федерацияның 46 субъекты араһында бүленә. Башҡортостан 245 миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.


Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу өсөн иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсы былтырҙан алып ойошторола. Унда федераль, төбәк тарихи биләмә статусына эйә муниципаль берекмәләр, шулай уҡ халҡы 100 мең кешегә тиклем булған ҡалалар ҡатнаша.


Билдәләнеүенсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты тарафынан 2024 йыл аҙағына тиклем конкурста еңгән кәмендә 480 проектты тормошҡа ашырыу ҡаралған.

Читайте нас в