Уның әйтеүенсә, баш ҡала халҡын был трассаның торошо борсой, йыл һайын төҙөкләндереүгә ҡарамаҫтан, юл сифаты яҡшырмай. Радий Хәбиров киләһе кәңәшмәлә ошо юл участкаһын ремонтлауға күпме аҡса тотонолоуы, был эш менән шөғөлләнгән ойошмалар етәкселәренә ҡарата ниндәй сара күрелеүе тураһында хәбәр итергә, асфальт-бетон япмаға лаборатор анализ яһарға ҡушты.