Өфөләге тимер юл вокзалының төп бинаһын реконструкциялау дауам итә.
Куйбышев тимер юлының баш инженеры урынбаҫары Ринат Фазылов “Транспорт сәғәте”ндә быйыл цоколь һәм беренсе ҡаттарҙа башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләне. “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте был маҡсатҡа 568 миллион һум аҡса бүлергә ниәтләй.
Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, Башҡортостан иһә вокзал яны биләмәһен төҙөкләндереүгә, ямғыр һәм ҡар һыуы канализацияһын үткәреүгә аҡса бүләсәк. 2020 – 2021 йылдарҙа 2-се һәм 3-сө платформаларҙы реконструкциялау, яңы 4-се платформа төҙөү күҙаллана. Әле вокзал ҡунаҡханаһы һалыуға инвестор эҙләйҙәр.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров вокзалды реконструкциялау барышы тураһындағы отчетҡа бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Ул ошо мәсьәлә буйынса айырым кәңәшмә әҙерләргә ҡушты. Объектта реконструкция 2004 йылда уҡ башланғайны.