Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашҡандан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров Күгәрсен районына юлланды.
“Тәүәкән” йәмғиәтендә ул яҙғы-баҫыу эштәре барышы менән танышты. Бында төбәк етәксеһе механизатор Филүс Аҫылбаев менән бергә “Барго” тағылмалы сәскесле “Челленжжер” тракторында баҫыу буйлап бер әйләнеш яһап, ярауай бойҙай сәсте.
“Был техникала беренсе тапҡыр йөрөнөм. Шундуҡ күренә: агрегат етди, кабинаһында уңайлы шарттар булдырылған. Филүс менән ауылдағы тормош, йәшәйеш шарттары тураһында һөйләштек. Уның һүҙҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш булмағанлыҡтан, йәштәрҙең ауылда ҡалғыһы килмәй”, – тине республика етәксеһе.
Район етәксеһе Ғайса Янбаев Филүс Аҫылбаевтың хужалыҡта 15 йылдан ашыу эшләүе тураһында һөйләне. Механизатор шәхси йорт төҙөү өсөн дәүләттән бер миллион һум күләмендә субсидия алыуға өлгәшкән.
Хужалыҡ директоры Урал Ибраһимов яҙғы сәсеүҙе 20 майға тамамлау планлаштырылғаны хаҡында белдерҙе.
“Бөгөн беҙгә ямғырҙар кәрәк – тупраҡта дым аҙ, – тине ул. – Ауыл кешеләре өсөн майҙың әлегеләй эҫе түгел, ә һалҡын һәм ямғырлы булыуы яҡшы”.
Урал Ибраһимов һүҙҙәренсә, “Тәүәкән”дең финанс хәле тотороҡло. Былтыр ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙан 300 миллион һумдан ашыу аҡса килгән. Уртаса эш хаҡы 19 мең һум тәшкил итә. Хужалыҡта ҡаҙ, йылҡы малы тотола, ит һәм һөт продукциялары ошонда эшкәртелеп, райондың, республика ҡалаларының, шул иҫәптән Өфөнөң сауҙа урындарында һатыла.
“Тәүәкән” йәмғиәтендә булған саҡта Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәк аграрийҙарының яҙғы сәсеүҙең яртыһын тиерлек тамамлағаны, эштең йылдам барыуы тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров ауылдарҙағы йәш белгестәргә мотлаҡ ярҙам итеү кәрәклеген әйтте һәм Илшат Фәзрахмановҡа улар өсөн әҙер өй комплекттары ҡуйыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.