Республика баҫыуҙарында сәсеү эштәре ҡыҙа. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡыр эштәренең барышы менән таныштырҙы.
– Яҙ тиҙ килеү сәбәпле, республикала сәсеү ике аҙнаға алдан башланды, – тине тармаҡ етәксеһе. – Ярауай культураларҙың яртыһынан күбеһе бураҙналарға һалынды, 25 майға эш тамамланасаҡ. Ә 10 июнгә ҡарабойҙайҙы теүәлләргә иҫәп тотабыҙ.
Агрономдар, тәбиғәт шарттарының уңай тороуы сәбәпле, көн һайын 90 мең гектарға тиклем ашлыҡ сәсергә мөмкин булыуын билдәләне. Шулай ҙа ямғыр булмауы юғалтыуға килтерергә мөмкин.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров алып барған кәңәшмәлә машина-трактор паркының торошо хаҡында ла һөйләшеү булды.
– Заманса һәм ҡеүәтле техника алыу зарурлығы киҫкен торһа, ауылдарыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, бөгөн республика баҫыуҙарында 2 500 берәмек техника, шул иҫәптән 100 яңы трактор һәм 120 яңы сәсеү комплексы, шулай уҡ капиталь ремонт үткән 110 трактор эшләй.