Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”нә ярашлы Илеш районы һәм Салауат ҡалаһы башлыҡтары менән осрашты.
Һөйләшеүҙә муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади торошо, биләмәләрҙе үҫтереү, алдынғы инвестиция проекттары, төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин белдереүенсә, уларҙа аграрийҙар сәсеү кампанияһын тамамлай. Ошоға бәйле урында етештерелгән ашлыҡты таратыу мөмкинлектәре хаҡында һүҙ булды. “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы эре агросәнәғәт проектын тормошҡа ашыра. Планда – Илештә 1 600 һыйыр малына иҫәпләнгән заманса һөт комплексы төҙөү.
Салауат хакимиәте етәксеһе Динар Хәлилов ҡала иҡтисадын диверсификациялау мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Биләмәләге бер нисә майҙансыҡҡа эре инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу белдергән. Бәләкәй һәм урта бизнес та әүҙем үҫешергә әҙер. Эшҡыуарҙарҙың проекттары буйынса муниципаль кимәлдә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”ндә даими фекер алышына.
Шулай уҡ Салауаттағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларының матди хәлен нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды.