Учалы тегеү фабрикаһы көндән-көн үҫә, заказдар ҙа арта.
Өфө “Эш кейеме комбинаты” ҡарамағындағы “Учалы тегеү фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн Урал аръяғы еңел сәнәғәт тармағында иң эре һәм ҡеүәтле предприятиеларҙан иҫәпләнә. Таусылар ҡалаһы йылдам үҫешә башлағас, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү маҡсатында, 1971 йылда Учалыла тегеү фабрикаһы асырға тигән ҡарар ҡабул ителә. Тау-байыҡтырыу комбинатының буш торған бинаһын йыһазландырып, ноябрь айында тәүге хеҙмәткәрҙәр эшкә алына.
Сифат булғас, ихтыяж арта
Ул ваҡытта предприятие Өфө “Мир” тегеү фабрикаһы филиалы иҫәпләнә. Заманында ауырлыҡтарҙы ла күп күрә фабрика, уны банкрот тип иғлан иткән саҡтар ҙа була, һатырға ла уйлайҙар.
2001 йылдан фабрикаға предприятиела 1979 йылдан алып эшләгән тәжрибәле, был өлкәнең бар нескәлектәрен белгән, талапсан, эшлекле Фәйрүзә Степаненко етәкселек итә башлай.
— Предприятиеның саҡ һулыш алған мәле, эш процесы туҡтау өҫтөндә, матди база ҡаҡшаған, һалымдар, хеҙмәт хаҡы буйынса 32 миллион һум бурыс йыйылған... Тегенселәрҙең байтағы эштән китте. Бар өмөтөбөҙ “Эш кейеме комбинаты”нда, — тип иҫләй ул саҡтарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Ғәйдәни ҡыҙы.
Хеҙмәт процесын дөрөҫ ойоштора белеү, заман ағышынан артта ҡалмау, коллективтың тырышлығы предприятиены көрсөктән алып сыға.
Әлеге мәлдә фабрикала 700-гә яҡын кеше эшләй, уларҙың 97 проценты — ҡатын-ҡыҙ. 110 хеҙмәткәр декрет ялында.
Заказдар күп, фабрикала өс йөҙҙән ашыу төр изделие тегелә. Урындағы предприятие-ойошмаларҙың барыһы ла тиерлек йылдар дауамында һыналған, ышаныслы Учалы тегенселәре хеҙмәте менән ҡуллана. Эре заказсылар араһында “Рәсәй тимер юлдары”, “Роснефть”, “Башнефть”, “Газнефть”, “Трансгаз” компаниялары, “Росгвардия” хеҙмәте бар.
— Хәҙерге формаларға, эш кейемдәренә талаптар ҡаты. Улар эшсене һауа температураһының үҙгәреп тороуынан, зарарлы еҫтәрҙән, матдәләрҙән, бөжәктәрҙән һ.б. һаҡларға һәм шул уҡ ваҡытта еңел дә, уңайлы ла булырға тейеш. Заказсылар замандан ҡалышмай, эш кейеме моделдәрен даими камиллаштырырға ынтыла. Мәҫәлән, Рәсәй тимер юлдары компанияһы хәҙер поезд машинистарына пинжәктәр кейҙерергә ниәтләй. Ә уларҙы тегеүе еңел түгел, деталдәре, төрлө элементтары күп. Элегерәк бер комплект эш кейемен тегеүгә 1,5-2 сәғәт ваҡыт китһә, хәҙер 9-10 сәғәт сарыф ителә, — ти Фәйрүзә Ғәйдәни ҡыҙы.
Заманса эш кейеме өсөн сифатлы тауар ҙа талап ителә. Сер түгел, торғонлоҡ йылдарында илдә туҡыма етештереүсе предприятиелар ябылып бөттө. Хәҙер улар яйлап күтәрелһә лә, фабрика сифатлы туҡыманы башлыса сит илдәрҙән ҡайтарта.
Әлбиттә, ҡатмарлы кейем тегеү өсөн заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар ҡулланып эш итер кәрәк. Фабрика уларҙы даими яңыртып тора. Күптән түгел Италиянан 25 миллион һумға бик кәрәкле ҡорамал һатып алғандар. Әйткәндәй, “Макпи” фирмаһы белгестәре уны килтереп, үҙҙәре көйләп тә биргән.
— Тиҙҙән яңы ҡорамалда тулы көскә эшләй башлаясаҡбыҙ. Был эш кейемдәрен тағы ла сифатлыраҡ итеп тегергә мөмкинлек бирәсәк, ваҡыт та аҙыраҡ сарыф ителәсәк, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша директор.
Эш күләме ҙур булыу сәбәпле, бынан биш йыл элек дөйөм майҙаны 1300 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бинаны сафҡа индереп, өҫтәмә 200 эш урыны булдыралар, унда бесеү һәм тегеү цехтары урынлаштырылған.
Үҫеш өсөн шарттар тыуҙырылған
Бөгөн фабрика тегенселәргә ҡытлыҡ кисерә. Ауылдарҙан йөрөп эшләүселәргә автобус та бүленгән. Әммә был ғына проблеманы хәл итмәй. Шуға күрә Өфө эш кейеме комбинаты былтыр ситтән килеп эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн 51 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ төҙөтә. Ундағы йәшәү шарттары менән яҡындан таныштыҡ. Яҡты, йылы, тулыһынса йыһазландырылған 17 бүлмәлә өсәр кеше йәшәй, иркен аш-һыу бүлмәһе лә хәстәрләнгән, душ инеү, ял итеү урындары бар. Кер йыуыу өсөн автомат машиналар, киптергестәр ҡуйылған.
— Тәүҙә берәй бинаны ҡуртымға алырға ниәтләгәйнек, һуңынан ойоштороусыбыҙ менән сығымдарҙы барлап, үҙебеҙгә төҙөү отошлораҡ тип таптыҡ. Төҙөлөшкә 7 миллион тирәһе аҡса китте, — ти Фәйрүзә Степаненко.
Әлеге ваҡытта дөйөм ятаҡта Бөрйән, Белорет, Баймаҡ райондарынан килгән 17 хеҙмәткәр йәшәй. Улар өсөн фабрикала эш вахта ысулы менән ойошторолған – 15 көн эшләйҙәр, 15 көн ял итәләр.
Предприятие ҡала-райондың йәмәғәт тормошонда, төрлө мәҙәни, спорт сараларының уртаһында ҡайнай. Фабрикала профсоюз комитеты әүҙем эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ялын, буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороуҙы, сәләмәтлеген нығытыуҙы, балаларын, ғаиләләрен хәстәрләүҙе тәүмаҡсат итеп алған ойошма. Фәйрүзә Ғәйдәни ҡыҙы үҙе район Советы депутаты булараҡ та был мәсьәләгә етди ҡарай.
— Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тотҡаһы, ата-әсәләр йыйылышына, байрамдарға һәм башҡа сараларға ла, ғәҙәттә, әсәйҙәр йөрөй, балалары ауырып китһә, әсә кеше больничныйға сыға. Коллективыбыҙ тулыһынса тиерлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан торғас, беҙ был хәлгә аңлап ҡарайбыҙ. Предприятие иҫәбенә шифаханаға курсовкалар, йәйге осорҙа балаларға ял лагерҙарына путевкалар, байрамдарҙа бүләктәр хәстәрләргә тырышабыҙ. Шулай ҙа был бик аҙ, фабрика иҫәбенә генә беҙ һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ. Дәүләтебеҙ ғаилә сәйәсәтенә иғтибарын тағы ла арттырһа ине, — тигән теләген белдерҙе етәксе.
Теләге булғандарҙы өйрәтәләр
Әлбиттә, һәр кем тегенсе булып китә алмай, әммә ҡатын-ҡыҙға был һәләт ниндәйҙер кимәлдә тәбиғәттән дә бирелә буғай. Фабрикала эш башлаған өйрәнсектәрҙең һәр береһенә тәжрибәле остаз беркетелә. Өҫтәүенә беренсе өс айҙа һәр кем 5 мең күләмендә стипендия ала. Эш процесы автоматлаштырылған, шуға күрә компьютерҙы яҡшы белеү ҙә кәрәк.
— Эш еңел түгел, тырыштар, сыҙамлы, түҙемлеләр генә беҙҙә урынын таба. Эш хаҡын түбән тип әйтә алмайым, хеҙмәт күләменә ҡарап түләнә. Күпме көс түгәһең, шунса аҡса алаң. 15 меңгә йөрөүселәр ҙә, 30 меңгә тиклем эш хаҡы алыусылар ҙа бар. Барыһы ла хеҙмәткәрҙең үҙенән тора, — ти етәксе.
Эйе, яҙмышын Учалы тегеү фабрикаһы менән бәйләүселәр байтаҡ, хеҙмәт династиялары ла бихисап. Фәйрүзә Ғәйдәни ҡыҙы предприятиеның үҫешенә тос өлөштәрен индергән Камалетдиновтар, Шәйәхмәтовтар, Ҡаһармановтар, Кәримовтар, Сибәғәтовтар, Мухиндар династияларын билдәләп китте. Ҡайһы берҙәренең өсөнсө быуыны хәҙер фабрикала эшләп, хөрмәт ҡаҙана икән.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа әле бер, әле икенсе предприятиела ҡыҫҡартыуҙар булған, оптималләштереү саралары күрелгән, тигән хәбәрҙәр йыш ишетелә. Ә Учалы тегеү фабрикаһы, киреһенсә, көндән-көн үҫеш кисерә, заказдары арта, матди-техник базаһы нығый. Был, әлбиттә, предприятие етәкселегенең һәм коллективының фиҙакәр хеҙмәте емеше.
Әгәр ҙә эш урыны таба алмаһағыҙ, Учалыға килегеҙ. Иҫ киткес гүзәл урында урынлашҡан таҙа, ыҡсым ҡала, уның эшһөйәр һәм талантлы халҡы һеҙҙең күңелегеҙгә, һис шикһеҙ, оҡшар.