Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май 2019, 11:30

Бураҙнаны бында аҡһаҡалдар башлай

Килем ауылы эргәһендә генә оло юлдар киҫешеп үтә, һәм улар бер юлы ғәйәт ҙур майҙанда йәйрәп ятҡан һөрөнтө ерҙе лә дүрткә бүлә. Тап шул урында баҫып торған Ришат Төхвәтуллин беҙгә ғорурлыҡ менән ошо баҫыуҙарҙы күрһәтә.

Килем ауылы эргәһендә генә оло юлдар киҫешеп үтә, һәм улар бер юлы ғәйәт ҙур майҙанда йәйрәп ятҡан һөрөнтө ерҙе лә дүрткә бүлә. Тап шул урында баҫып торған Ришат Төхвәтуллин беҙгә ғорурлыҡ менән ошо баҫыуҙарҙы күрһәтә.


– Бына ҡарағыҙ – бер ерҙә лә иҫке ҡамыл йәки башҡа сүп баҫ­ҡан урынды күрмәҫһегеҙ, яҙҙан көҙ­гә хәтлем баҫыуҙарҙы таҙар­тып торабыҙ, – ти ул. – Башҡа ху­жа­лыҡтар етәкселәре һөй­ләш­кәндә “төрттөрә” – йәнәһе, мин ошондай юл буйындағы ерҙә­рем­де генә тәртиптә тотам, күре­неп торғандарын ғына. Улай тү­гел, әйҙәгеҙ, төпкөлдәге баҫыуҙы ла барып ҡарайыҡ...


Әле ошо баҫыуҙарҙа ул етәк­селек иткән “Нива” ауыл хужа­лығы предприятиеһы” яуап­лылығы сикләнгән ширҡәтенең 15 тракторы эшләп йөрөй. Улар тағып йөрөткән сәсеү агрегат­тарының күптән үҙебеҙҙең илдә эшләнгән һәм ремонтланып сыҡҡандары ла, сит илдән ҡайтартылғаны ла бар. Хужалыҡ етәксеһе дәүләт ярҙамында башҡарылған Яңыр­тыу програм­маһы тураһында бик яҡшы фекерҙә булыуын һөйләне: шул нигеҙҙә техниканың 60 процентына саҡлы яңыртырға – төп агрегат һәм узелдарын алмаштырып торорға була икән.


– Ниндәй проблемалар бар, баҫыу эштәренә бөгөн нимәләр ҡамасаулай? – тип һорағас, Ришат Фәрит улы бер аҙ уйланып торҙо.

– Бер проблема ла хәтергә төшмәй бит әле, – тине ул һәм, бармаҡтарын бөкләп, һанап китте. – Техника етә, эшләргә кеше­ләр бар. Ашламаны кәрәк тиклем килтерткәнбеҙ, яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн хатта көҙгө урып-йыйыу эштәрен дә индереп алдан түләп ҡуйғанбыҙ. Һалым­дарҙы ай һайын күсереп барабыҙ. Ихатаһында мал-тыуар аҫраған­дарға ярҙам күрһәтергә тыры­шабыҙ: мал аҙығын ташламалы хаҡ менән бирәбеҙ. Берҙән-бер борсоғаны – һауа торошоноң беҙ теләгәнсә булмауы. Ерҙә дым бик аҙ. Ямғыр яуғылап алһа, бик шәп булыр ине лә, ул беҙҙең эшкә ҡамасаулай алмай, уның ҡарауы, орлоҡ дымлы ергә ятыр ине.


Беҙ барғанда, улар бишенсе көн инде сәсәбеҙ тиҙәр ине, ә йәмғеһе был әүҙем эш ун-ун биш көн дауам итә икән. Етәксе үҙ коллективы хаҡында юғары фекерҙә, ул беҙ булған агрегаттар янында һәр бер хеҙмәткәрҙе маҡтап телгә алды һәм исем-шәрифтәрен күрһәтеүҙе һораны: МТЗ-82 тракторында һәм СЗ-5,4 сәскесендә эшләгән Рәмил Вилданов, Рафаил Мөфтәхетдинов, Вадим Халиҡов, Т-150 тракторы һәм “Омичка” сәсеү комплексына идара иткән Эдуард Халиҡов, Радмир Камилйәнов, Роберт Ардыуанов, “Нью-Холланд” тракторы менән “Флекси-Койл” агрегатында эшләгән Фитрат Ғәлләмов, Рәлит Ҡунафин һәм башҡалар.

Хужалыҡ, нигеҙҙә, үҫемлек­селек менән шөғөлләнә: игендән һәм шәкәр сөгөлдөрөнән йыл да юғары уңыш алалар. Уңышҡа йүнәлеш халыҡ йолаларынан башлана: яҙ беренсе көн сәсеүгә сыҡҡас та, мулла саҡырып доға ҡылыуҙы үтенәләр, ауыл аҡһаҡалдары тәүге бураҙнаға орлоҡ һала. Йыр-бейеү менән бергә байрам булып ала. Ололар ҙа үҙҙәрен онотмауҙарынан ҡәнәғәт, игенсе хеҙмәтенә хөрмәт тә күрһәтелә.


Баҫыу уртаһында механиза­тор­ҙар менән хәл-әхүәл һорашып бөттөк тигәндә генә юл ситенә күсмә ашхана ла килеп туҡтаны – ҡайнар төшкө аш килтергәндәр икән. Сәсеүселәр барыһы ла шунда ашыҡты. Әйткәндәй, ашау бында предприятие иҫәбенә икән, йәғни, ҡайһы бер ерҙәге кеүек, эш хаҡынан тотоп алып ҡалын­май. Мин предприятие етәксеһе­нән өҫтәмә мәғлүмәт алып блок­нотҡа теркәгәнсе, улар, тиҙ генә ҡапҡылап, йәнә баҫыуға ашыҡты. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.


Бүздәк районы
Читайте нас: