Быйыл республикала рапс 47 меңдән ашыу гектарҙа сәселәсәк (былтыр 33 мең га булған).
Юғары табышлы майлы культураны үҫтереү үҙенсәлектәрен йылдан-йыл күберәк предприятиелар үҙләштерә, тиҙәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Әле ул 35,4 мең гектарҙа сәселгән.
Былтыр Шишмә май айырыу заводы рапсты эшкәртә, майын Европаға сығара башлаған. Ике аҙнала 9,7 меңдән ашыу тонна рапс эшкәртелеп, дүрт мең тонна тирәһе май, 5,38 тонна шрот алынған.
Республика баҫыуҙарында шулай уҡ етен (39 мең гектар), гәрсис (36 мең гектар) сәселә.