Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2019, 11:42

Эшем күп тип һөйөн

Хозур ҙа, иркен дә беҙҙә тәбиғәт. Родинка ауылы эргәһендәге киңлеккә хайран ҡалып торабыҙ. Үркәс-үркәс йәйелеп киткән Урал тауҙары итәгендә донъя ҡәҙерен белгәндәргә хөрриәт бит. Кинәнеп мал үрсетергә, бесән әҙерләргә теләһәң, рәхим ит. Уңғандар өсөн был ерҙәр Хоҙайҙың үҙе бер бүләге.

Хозур ҙа, иркен дә беҙҙә тәбиғәт. Родинка ауылы эргәһендәге киңлеккә хайран ҡалып торабыҙ. Үркәс-үркәс йәйелеп киткән Урал тауҙары итәгендә донъя ҡәҙерен белгәндәргә хөрриәт бит. Кинәнеп мал үрсетергә, бесән әҙерләргә теләһәң, рәхим ит. Уңғандар өсөн был ерҙәр Хоҙайҙың үҙе бер бүләге.


Хатип Сәғитдинов – ошо иркен­лектең ҡәҙерен белгән бөтмөр уҙамандарҙың береһе. Тауҙай өйөлөп ятҡан бесән, ихата тулы мал, төрлө техника тәү ҡарауҙан уҡ уның булмышын һөйләп тора кеүек.


Хатип ағай ошо райондың Ҡыҙғы ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән егетте Родинкаға эшкә ҡоҙалайҙар.

– Шулай итеп, ошонда төпләнергә тура килде инде, – ти был хаҡта ул үҙе.


Элек данлыҡлы “Баҡалды” совхозының алдынғы шоферы булып дан ҡаҙанған ир, хужалыҡ хеҙмәт хаҡын түләмәй башлағас, баҙап ҡалмай. Ҡатыны менән кәңәшләшеп, районда тәүгеләрҙән үҙенең фермер хужалығын булдыра.


— Ауыл ерендә иң тәүҙә техника кәрәк, – ти Хатип ағай. – Ҙур бура бурап, уны “Беларус”ҡа алмаштырып алдым.

Дүрт ул үҫтергән йүнселдең малайҙары ул саҡта бәләкәй булһа, хәҙер буй еткереп, атаһына оло ярҙамсы. Эшһөйәр ғаиләлә бәләкәйҙән ер ҡәҙерен аңлап үҫкәнгәме, өлкәне Хәниф үҙенең айырым хужалығын булдырған. Салауат менән Илнур ҙа — атаһына оло терәк. Нефть университетында белем алған кинйәләре Айнур ҙа буш ваҡыттарында ярҙамға ашыға.


Берҙәм ғаиләнең эше лә ырамлы. Бергәләп тотонғас, һәр мәшәҡәтте анһат ҡына йырып сығалар. Әле ауылда Салауат менән Илнурға өй бөтөрәләр.


Ауыл халҡы ла Сәғитдиновтарҙың эшенән ҡәнәғәт, күптәре уларға үҙҙәренең пай ерҙәрен биреп ҡуйған. Уның урынына йүнсел уҙаман берәүҙәргә — утын, икенселәргә бесән менән иҫәпләшә.


Бынан тыш, Хатип ағайҙың таҡта ярҙырғысы ла бар. Төрлө төҙөлөш материалдары әҙерләп һата.

— Эш булғанға һөйөнөп йәшәргә кәрәк, – тип беҙҙе оҙатып ҡалды ул.


Архангел районы.
Читайте нас: