Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2019, 12:50

Кем тиҙерәк етештерә – шул еңә...

Республика Хөкүмәтендә күптән түгел Иҡтисад министрлығы башланғысы менән үткәрелгән ултырыш сираттағы көнүҙәк мәсьәләгә – хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә арналды. Һуңғы осорҙа был күрһәткескә иғтибар артты.

Республика Хөкүмәтендә күптән түгел Иҡтисад министрлығы башланғысы менән үткәрелгән ултырыш сираттағы көнүҙәк мәсьәләгә – хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә арналды. Һуңғы осорҙа был күрһәткескә иғтибар артты.


Хеҙмәт етештереүсәнлеге. Ул иҡтисад­тағы төп күрһәткес булып килде һәм шулай буласаҡ та, сөнки конвейерҙан минутына мең дана сыҡҡан әйберҙең хаҡы, ошо арауыҡта йөҙ дана ғына сыҡҡан продукцияға ҡарағанда, һәр саҡ арзаныраҡ буласаҡ. Был мәсьәләнең көнүҙәклеген үҙенең бөтә донъяға танылыу алған матбуғат конфе­ренцияларының береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин да иҫкә төшөргәйне. “Беҙҙең иҡтисадты Европаныҡы менән сағыштырыу урынһыҙ: улар артыҡ тауарын нисек һатырға белмәй, ә беҙ ил кәштәләрен үҙ продукциябыҙ менән тултырып еткер­мәйбеҙ”, – тигәйне ул. Тауарҙы “артыҡ” етештереүҙең сәбәбе хеҙмәт етештереүсән­легенең юғары булыуына барып тоташа.


Ә беҙҙең илдә ул ни өсөн тиҫтәләрсә йыл буйы бик аҡрын үҫте һуң? Төп сәбәп – эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу булмауы. Яманаты сыҡҡан “уравниловка” бындай стимулдың эҙен дә ҡалдырманы. Предприятиелар етәкселеге лә ҙур табыш алыуға ынтылып торманы – бөтә килемде барыбер министрлыҡ үҙенә ҡалдырасаҡ. Эш урындарын заманса яңыртыуға, етештереүсәнлерәк ҡорамалдар ҡуйыуға аҡсаны ла үҙәк кенә бирә. Кәрәк тип тапһа.


Башҡортостанда быйыл хеҙмәт етеште­реүсәнлеген, былтырғы осор менән сағыш­тырғанда, бер ярым тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйыла. Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда: “Бының өсөн алдағы йылдарҙа 620 мең юғары етештереүсәнле эш урыны асыласаҡ йәки булғандары заманса шарттарға ярашлы үҙгәртеләсәк”, — тип әйткәйне. Шундай ҙур күрһәткескә өлгәшеү министрлыҡтар яғынан ғына түгел, эш биреүселәр тарафынан да үҙ-ара киле­шелгән ҙур тырышлыҡ талап итәсәк.


Был осраҡта дәүләт власы яғынан изге теләктәр йәки күрһәтмәләр генә түгел, ә завод етәкселегенең ҡыҙыҡһыныуы ла кәрәк. Ә бит ундай миҫалдар беҙҙә бар. Һуңғы йылдарҙа Өфө агрегат етештереү берекмәһенең дәүләт программаһы ярҙа­мында ҡорамалдарын һәм технологияларын заманса яңыртыуы продукцияның сифатына ғына түгел, ә етештереүсәнлеккә лә ыңғай йоғонто яһаны. Элек оборона сәнәғәтенә ҡараған бындай заводтарҙа эшселәрҙең оҫталыҡ кимәле башҡа тармаҡтар (хатта шул уҡ профилдәге машина эшләү предприятиелары) менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды, сөнки ил именлеге өсөн яһалған техник әйберҙәр насар сифатлы була алмай ине. Уларҙа оҫталыҡты күтәреү өсөн дәүләт аҡсаһын йәлләмәне, эш хаҡын юғарыраҡ ҡуйҙы.


Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм эш урындарын камилыраҡ итеү хеҙмәт етеште­реүсәнлеген арттыра икәнен иҫбатлаған предприятиелар араһында “НефАЗ”, “Буринтех” һәм башҡа коллективтар ҙа бар.


Әлеге Хөкүмәт ултырышында билдәлә­неүенсә, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү күптән түгел федераль кимәлдә милли проект итеп эшләнгән. Ундағы талаптарға ярашлы, ошо программала ҡатнашҡан предприя­тиеларға был сара тормошҡа ашырыла башлауҙың беренсе, икенсе һәм өсөнсө йылдарында етештереүсәнлекте 10, 20 һәм 30 процентҡа арттыра барырға ҡушыла. Уларға даими рәүештә Хөкүмәткә отчет биреп тороу бурысы ла ҡуйыла. Был осраҡта предприятиеның шул осорҙағы килеме 400 миллион һумдан түбән төшмәҫкә, сит ил резиденттарының предприятие уставындағы өлөшө 25 проценттан артмаҫҡа тейеш. Ни өсөн икәне аңлашыла: әйтәйек, бер генә станокты йәки продукцияны бик етештереү­сәнле итергә йә булмаһа, сит ил фирмаһына арҡаланып, үтә ҡыҫҡа ваҡытлы уңышҡа ла өлгәшергә мөмкин бит әле. Әммә бындай саҡта ил иҡтисады отош ала алмаясаҡ.


Адреслы ярҙамға сеймал етештереүгә ҡарамаған дүрт төп тармаҡ предприятиелары өмөт итә ала: ауыл хужалығы, эшкәртеү, төҙөлөш, ташыу һәм һаҡлау.


– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙендә предприятиелар төп сараларға ин­вестиция алмайынса ла табышты үҫте­реү, эш хаҡын күтәреү мөмкинлеген ала, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыу­сы Рәйеф Әбдрәхимов. – Бынан тыш, ошо проектта ҡатнашҡан предприятиелар Сәнә­ғәтте үҫтереү фондынан отошло шарттарҙа аҡса алыу форсатына эйә буласаҡ: биш йылға саҡлы йылына бер процент менән 50 – 300 миллион һум биреләсәк.


Предприятиела техник һәм технологик яңылыҡтарҙы ҡулланмайынса хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү мөмкин түгел. Шуны иҫәпкә алып, инновацион һәм фәнни эшләнмәләрҙе әүҙем ҡулланған коллектив­тарға һалым буйынса ташламалар биреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, ошо проектта ҡатнашҡан предприятиеларға мәшғүллек мәсьәләһен еңелерәк һәм отошлораҡ хәл итеү өсөн 187 миллион һум ярҙам да бүленә икән.
Читайте нас: