Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2019, 12:25

Тотороҡлолоҡ. Өмөт. Ышаныс

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең былтырғы иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең былтырғы иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды.


Республиканың былтырғы социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре насарҙан түгел – ошо осорҙағы тулайым төбәк продукты 1,5 триллион һумға етте. “Сәнәғәт 3,5 процент үҫеш бирҙе, беҙ был һан менән ғорурлана алабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Хөкүмәт ултырышында сығыш яһап. – Беҙ илдең индустриаль яҡтан иң үҫешкән ун төбәге исемлегендә нығындыҡ”. Республиканың һәм Рәсәйҙең бөгөнгө иҡтисади аҙымдарына ниҙәр хас, улар ниндәй маҡсаттарға ынтыла?


Күрһәткестәр нимә күрһәтә?


Радий Фәрит улы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сираттан тыш пленар ултырышта ла республика Хөкүмәтенең был­тырғы эшмәкәрлегенә отчет менән сығыш яһағайны. Гәзитебеҙ ул турала алдағы һандарҙың береһендә яҙып сыҡты.
Тышҡы сауҙа әйләнеше 6,6 процент үҫеш биргән, эшһеҙлек кимәле һуңғы 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр биш проценттан түбәнерәк төшкән. Ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, әлбиттә. Төҙөлөш тармағының үҫеш тиҙлеге ете процентҡа төшкән, инвестиция өлкәһендә 7,5 процент кәмеү күҙәтелә. Демографик күрһәткестәрҙең насарайыуы ла борсолоу тыуҙырмай ҡалмай.
Төбәк етәксеһе яҡын киләсәккә өҫ­төнлөклө бурыстарҙы билдәләне – 2024 йылға иҡтисадҡа финанс йәлеп итеүҙе кәм тигәндә ике тапҡырға арттырырға һәм торлаҡ төҙөүҙе йылына 3,7 миллион квадрат метрҙан да аҙайтмаҫҡа.

Тәбиғи, Башҡортостандың социаль хәле һәм иҡтисади үҫеше Рәсәй менән тығыҙ бәйле. Ә ил иҡтисадының былтырғы торошона, билдәле иҡтисадсы һәм публицист Игорь Китаев билдәләүенсә, “Көрсөк менән хушлашыу” тигән баһа бирергә мөмкин. Ә быйылғы йылды ул тотороҡло үҫештең башы тип билдәләй, сөнки үткән йыл ил иҡтисады һәр өс ай һайын берәр процент артым бирҙе. Фәҡәт өсөнсө өс айлыҡ ҡына көсһөҙөрәк килеп сыҡты – дөйөм күренеште ауыл хужалығы “боҙҙо”, баҫыуҙарҙағы ҡоролоҡ тулайым эске продуктта кире сағылыш тапты. Әммә иҡтисадтың ар­табанғы үҫеше бының ваҡытлыса сигенеү икәнен аңғартты һәм, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, йыл 1,8 процент үҫеш менән тамамланды. Ғинуар – сентябрь айҙарында инвестицияның етди үҫеше (4,1 процент) ыңғай күрһәткестәрҙе “дәртләндерһә”, йылдың икенсе яртыһында төҙөлөш күләменең ҡырҡа артыуы күҙәтелде.


Министр шулай тип аңлата


– Әммә инвестиция үҫеше ҡуйылған маҡсаттарҙан алыҫ әле, – ти илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин. – Был күрһәткестәр эсендәге шарттар күп төрлө: ОПЕК илдәренең донъя буйынса киле­шеүҙән баш тартыуы арҡаһында нефть сығарыуҙың ҡырҡа артыуы, ҡулланыусылар кредиты күләменең ҡапыл күтәрелеп китеүе нигеҙендә финанс тармағының йәнләнә төшөүе һәм бының киләсәге нисек булырын күҙаллауҙың ҡатмарлылығы, аҡса туп­ланмаһы запасының артыуы. Әйткәндәй, үҫеш факторҙары халыҡҡа һиҙелерлек күләмдә түгел әле, уның, мәҫәлән, нефть сығарыу күләменең артыуын белгестәр генә күрә. Эш хаҡтары күтәрелде, әммә статистика халыҡтың килеме артмауын дәлилләй. Быны нисек аңларға? Эйе, уртаса эш хаҡы 9,7 процентҡа күтәрелде, пенсияға ла индексация яһалды. Әммә килем буйынса күрһәткескә банк депозиттарынан һәм шәхси милектән алынған килемдең ете процентҡа төшөүе кире йоғонто яһаны. Тимәк, аҡса туплай алған хәлле кешеләргә ҙур зыян булды. Уның ҡарауы, һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр күләме артты. Хәйер, был йөк тә, нигеҙҙә, хәллерәк ҡатлам елкәһенә ятты.


Мегапроекттар


Былтырғы ҙур проекттар араһында иң әһәмиәтлеһе Керчь боғаҙы аша Ҡырымға 19 километр оҙонлоҡтағы күпер булғандыр, моғайын. Күперҙе Рәсәйҙең иҡтисади ғына түгел, ә геополитик йөҙө тип тә атайҙар. Быйылғы йыл аҙағында уның аша поезд хәрәкәтен асыу ҙа планлаштырыла.
Әле ил Хөкүмәтендә Мәскәү – Түбәнге Новгород – Ҡазан юғары тиҙлекле тимер юл магистрален төҙөү мәсьәләһе тик­шерелә. Белгестәр уның иҡтисади яҡтан йоғонтоло булыу-булмауы тураһында аныҡ ҡына фекер әйтмәй.
– Аныҡ ҡарар сығарыу өсөн ошо проекттың нимәгә һәм ниндәй дәрәжәлә йоғонто яһауын асыҡлау талап ителә, – ти Максим Орешкин. – Әйтәйек, Мәскәүҙән Санкт-Петербургка поезда барыу ваҡыты өс сәғәттән дә кәмерәк булған осраҡта тимер юл авиация бәйләнешен ота башлай. Тимәк, был ике ҙур ҡалала авиация хәрәкәтенә көсөргәнешлек кәмей төшәсәк, башҡа авиамаршруттар асыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Бынан тыш, илдең үҙәгенән Балтик буйы порттарына йөк ташыу тиҙлеге лә артасаҡ. Бөтә был социаль-иҡтисади йоғонтоно баһалау талап ителә.
Тағы бер мегапроект – ҡитғанан Сахалин утрауына күпер. Уны ла иң башта иҡтисади йоғонтололоҡ яғынан баһалау кәрәк. Яҡынса күҙаллауға ҡарағанда, был проект Рәсәй тимер юлдары өсөн байтаҡ отош бирмәксе, сөнки Байкал – Амур магистраленән Сахалинға юл ҡыҫҡара. Әлегә был маршрут оҙон: Сахалинға эләгеү өсөн тәүҙә Владивостокка барырға, артабан Находка портынан диңгеҙ аша юлланырға кәрәк.


Санкцияларҙан зыян ҙурмы?


Уларҙан зыян, әлбиттә, һиҙелмәй ҡал­маны, әммә был хәл Рәсәй иҡтисады өсөн ахыр сиктә файҙаға ғына булды. Айырыуса аҙыҡ-түлек буйынса эмбарго беҙҙең ауыл хужалығы өсөн этәргес көс булып сыҡты: илдең аграр тармағы 2015 йылдан алып отошло эшләй. Был санкцияларға тиклем үк була ала ине, ләкин ошо хәл үҫеште тиҙләтте, ти белгестәр. Илебеҙ тауыҡ һәм күркә ите, һөт, йомортҡа менән үҙен тейешенсә тәьмин итә ала. Һыйыр һәм сусҡа ите етештереү кимәле насарыраҡ, сөнки бының өсөн электән йыйылып килгән проблемаларҙы бөтөрөү кәрәк, ә был күпмелер ваҡыт талап итәсәк.
Әгәр ҙә 2017 йылда Рәсәйҙә 124,3 миллион тонна иген йыйып алһалар, былтыр күрһәткес 100,4 миллион тонна булды. Илдең көньяғындағы ҡоролоҡ 30 миллион тонна игенде юғалтыуға килтерҙе. Әммә шуныһы раҫ: күләме буйынса был рекордлы уңыш һуңғы йылдарҙа өсөнсөһө булып тора, ә был инде игенселек тармағының да әүҙемләшеүен иҫбатлай.
Күп кенә белгестәр шулай ҙа аграр тармаҡтың тиҙләнешенә санкцияларға ҡаршы тороу зарурлығы ғына түгел, ә эшҡыуарлыҡтың тармаҡты үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәпсе тип һанай.


“Ҡара алтын” ағымы туҡтамаҫ


Нефть һәм газ сығарыу, был энергия сығанаҡтарына хаҡ ғәмәлдә артмаһа ла, долларҙың һумға ҡарата курсы күтәрелгән һәм һуңғы осорҙа беҙ күнеккән сиктәрҙә туҡтап ҡалған шарттарҙа илебеҙгә бик ҙур табыш килтереүен дауам итә. Беҙҙең илдәге нефть сығарыу тармағы донъяла иң ҙурҙарҙың береһе икәнлеге мәғлүм. Уның иҡтисады күпселек дәрәжәлә ошо сектор биргән килемгә бәйле, ә экспорттан алынған табыштың 70 проценты нефть менән газдан килә. “Ҡара алтын” сығарыуҙың һәм уның запасының һуңғы йылдарҙа кәмеүе донъя баҙарында углеводород сеймалына хаҡтарҙы арттырҙы. Был Рәсәй өсөн ҡулай булып тора.
АҠШ-тың һәм Европаның ҡайһы бер көстәре ҡаршылыҡ күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, “Төньяҡ ағым-2” һәм “Төрөк ағымы” нефть үткәргестәренең файҙаланыла башлая­сағына ышаныс бар.
– Нефттең “үлеме” тураһындағы хәбәр – ғәмәлдә уйҙырма ғына, ул артабан да кәмендә 20-30 йыл донъя яғыулыҡ энергетикаһының нигеҙе булып ҡаласаҡ, – тигәйне бер саҡ “Роснефть” компанияһы етәксеһе Игорь Сечин, Веронала Х Евразия форумында сығыш яһап. Уның әйтеүенсә, энергетикала “ҡара алтын” миҡдарының кәмей барыуын газға ихтыяждың артыуы тулыһынса ҡаплаясаҡ. Етмәһә, ошо ике сеймалды эшкәрткән нефть химияһы сылбырының оҙонайыуы ла иғтибарҙан ситтә ҡала алмай.


Доллар курсы: кемгә файҙа, кемгә – юҡ


Милли валютаның курсы түбәнәйеүен бер төрлө генә баһалап булмай. Көслө һум халыҡ өсөн һәм илдең валюта резервын тулыландырыу маҡсатында отошло. Көсһөҙ һумды экспортҡа продукция оҙатҡан компаниялар өҫтөн күрә – долларға һатып, артабан һумға әйләндергәндә предприятиеның һәм илдең ҡаҙнаһы өсөн отошлораҡ бит.

Һумдың көслө булыуы файҙалы:


* халыҡҡа;

* сит илдәр буйынса эшләгән турист компанияларына;

* эске баҙар өсөн тауар етештереү­селәргә;

* валюта резервын туплау һәм илдең тышҡы бурысын түләү өсөн.


Һумдың көсһөҙ булыуы шуларға отошло:


* Финанс министрлығына һәм ҡаҙнаға;

* углеводород һәм башҡа сеймалды экспортлаусыларға;

* Рәсәй буйынса эшләгән турист компанияларына;

* валюта туплаусыларға.


Пенсияға сығыу йәше артты ла бит...


Хаҡлы ялға сығыу йәшенең оҙайтылыуы тураһында күп яҙылды, был тәңгәлдә әллә ни яңылыҡтар юҡ. Әлбиттә, Евросоюз илдәрендә был йәш электән юғары, ләкин уларҙа пенсия ла беҙҙәгенән әллә ни саҡлыға күберәк бит. Был осраҡта белгестәр йыш һорау ҡуйып та, яуап булмаған бер мәсьәлә ҡала: ни өсөн, пенсия түләргә аҡса наҡыҫ булғас, прогрессив һалым һаман индерелмәй? Айына бер миллион һәм унан да күберәк эш хаҡы алғандар ҙа, 10-12 мең һумға йөрөгәндәр ҙә килемгә һалымды берҙәй түләй... Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ла был мәсьәләне әленән-әле күтәрә, әммә Финанс министрлығы, ҙур (дөрөҫөрәге – үтә ҙур) эш хаҡтарына ошондай һалым индерелгән осраҡта капиталдың илдән ситкә күсә башлаясағы менән ҡурҡыта. Белгестәр аңлатыуынса, үлсәмде дөрөҫ ҡулланғанда, бындай ағым бул­маясаҡ. Әйткәндәй, капиталдың ҡасыуына сик ҡуйырға ла мөмкин бит әле...


Үҙаллы бул, әммә һалымыңды онотма


“Күләгәләге” иҡтисад һәм уны һалым түләтерлек рәсми юҫыҡҡа сығарыу кәрәк­леге тураһында ла һуңғы йылдарҙа күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Был йүнәлештә ҡайһы бер аҙымдар яһалды. Мәҫәлән, быйылғы 1 ғинуарҙан алып Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә, Татарстанда үҙмәшғүл­лекте күләгәнән сығарыу буйынса тәжрибә үткәрелә – был өлкәләге һөнәрмәндәр дүрт процент килемгә һалым түләй. Күп түгел, әммә, ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, дөйөм алғанда ҙур сумма йыйыла, сөнки илдә, статистика мәғлүмәттәренә ышанһаҡ, бындайҙар... 30 миллион кеше тәшкил итә. Был астрономик һан шик уята-уятыуын, шулай ҙа бер ҡайҙа ла теркәлмәй түләүле хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең йәки башҡа кәсепселәрҙең аныҡ һанын билдәләп булмауы ла аңлашыла.


Элеккесә, улар хәл итә


“Барыһын да кадрҙар хәл итә” тигән ҡағиҙә донъя иҡтисады өсөн һис ҡасан иҫкермәҫ, моғайын. Ә эш көсө, тәбиғи, демографик проблемаға барып тоташа. Халыҡ хужалығы һәм дәүләт идараһы академияһы ҡарамағындағы Социаль анализ һәм күҙаллау институты фаразлауынса, илдә эшсе көс 2025 йылға саҡлы йыл һайын 0,8-0,9 миллион кешегә кәмей барасаҡ. “Был күрһәткесте яҡын йылдарҙа төҙәтеп бул­маясаҡ, демографияны алдау мөмкин түгел”, – тине институт директоры Татьяна Малева. Был учреждениеның тикшере­неүҙәре күрһәткәнсә, илдә эшсе көс быйыл көҙ 76,3 миллион кеше тәшкил иткән, был, алдағы йыл менән сағыштырғанда, бер миллион самаһына аҙыраҡ.
Читайте нас: